0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Апрель 2020, 13:50

Ағастарҙы кемдәрегеҙ нисек тәрбиәләй?

Ваҡытында башҡарылған эштәр емеш ағастарын төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Ҡояш нурҙары аҙ ғына йылыта башлау менән тәбиғәт күҙгә күренеп йәнләнә. Ағас бөрөләре асыла, сәскәләр морон төртә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер рәттән үҫемлектәргә зыян килтереүсе бөжәктәр ҙә уяна. Иртә яҙ – улар менән көрәшеү, баҡсаны төрлө дарыуҙар менән эшкәртеү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Белгестәр кәңәш итеүенсә, ауырыуҙар һәм бөжәктәр таралып өлгөрмәҫ элек ярҙам итеүсе саралар ҡулланып өлгөрөү мөһим.
Тәүҙә ағастарҙы ентекләп ҡарап сығырға кәрәк, уларҙың олондарын шпатель йәки тимер щетка ярҙамында таҙартырға, сөнки ҡайыры аҫтында зарарлы бөжәктәр ҡышлай һәм артабан улар йомортҡа һала башлай.
Емеш ҡыуаҡтарының да ботаҡтарын һәм бөрөләрен тикшереү зарур. Уларға эҫе һыу һибергә кәрәклеге тураһында күп сығанаҡтарҙан билдәле.
Бөжәктәр ҡышлаған урынды таҙартып сығырға: былтырғы япраҡ, ағас олонондағы тишек-тошоҡ, кипкән ботаҡтар – барыһы ла уларҙың йомортҡа һала торған ҡыуышы.
Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы киҫергә лә ваҡыт. Эскә ҡарап үҫкән, ҡартайған һәм ҡамасаулаған ботаҡтарҙы алыу ҡояш нурҙары һәм ел ботаҡтар арһына еңел үтеп инһен өсөн кәрәк.
Уларҙың һаулығын һаҡлар өсөн эзбиз (известь) менән аҡларға кәрәклеге инде барыһына ла мәғлүм. Бындай ысул беренсенән, ағас олондарын ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа, икенсенән, ҡайыры аҫтында бөжәктәр эйәләшеүенә ирек бирмәйәсәк. Шулай уҡ известкә дегет ҡушып аҡлау ҙа килешә, дегет еҫе ҡоротҡостарға оҡшамай.
Читайте нас: