+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Апрель 2020, 15:15

Йырым булып ҡал...

Хикәйә(Аҙағы).


Азамат яҫтығына ҡапланды.
-Азамат! Һин бит бер бер үҙең түгел, һинең эргәңдә мин бар! ”Балам!” - тип өҙөлөп торған атайың менән әсәйең, апайҙарың бар! Беҙ бергә булғанда бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңербеҙ! Алда әле күпме хыялланған бәхетле көндәребеҙ, матур тормош юлы көтә! Һин онотма, мин һәр саҡ һинең менән! Ә профессияға килгәндә, ултырып эшләй торған әллә күпме һөнәргә эйә булырға мөмкин!
-Ҡултыҡ таяғы менән кеше көнлө булып йәшәгәнсе...
-Ауыҙыңдан ел алһын, Азамат! Ана Борис Полевойҙың “Ысын кеше тураһында” әҫәрен һинең менән нисә тапҡыр уҡып сыҡтыҡ, Алексей Мересьевтың ауыр­лыҡтарҙы еңеүенә һоҡландыҡ, ике аяҡһыҙ килеш самолетҡа ултырып, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн фашистар менән аяуһыҙ көрәшеүенә таң ҡалдыҡ! Ә Павка Корчагин һуң! Миҫал өсөн алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй! Күренекле яҙыусыбыҙ Ибраһим Ғиззәтуллинды “Башҡор­тостан Корчагины” тип йөрөтәләр бит! Тик һин, зинһар өсөн, бирешмә, һынма, көслө бул! Мин һинең менән! Аяғыңа протез юлларбыҙ, яйлап атларға өйрәнерһең. Мин һине аяҡҡа баҫтырыр өсөн генә, үҙеңдең шәхси дауалаусы врачың булыр өсөн медицина училищеһына уҡырға барам. Беҙ һинең менән әле бергәләп тауҙар аҡтарырбыҙ!
Миләүшәнең һүҙҙәренән дәртләнгән Азамат түшәгендә тороп ултырҙы, карауат ситендә генә ултырған һөйгәнен ҡосағына алды. Ҡыҙҙың йыуатыу һүҙҙәренән егеттең күңелендә өмөт осҡондары ҡабынды, киләсәккә ышаныс артты. Ирендәр ҡушылды, ике йөрәк бер булып, дәртләнеп типте...
Тик был хәл килгән бәләләрҙең башы ғына булған икән! Киҫелгән аяҡта үҙгәрештәр барғанлығы беленгәс, дауалаусы врач аяҡты тағы ун сантиметрға ҡыҫҡартырға ҡарар итте. Егетте ҡайтанан дауаханаға һалдылар, дөйөм наркоз аҫтында тағы бер операция яһанылар. Тик Азаматтың хәле яҡшырманы, гангрена тәненә тарала башлағайны...
Ҡапыл ғына Азаматтың хәле насарайҙы, тән температураһы күтәрелде. Уколдар,ауыртыуҙы баҫыуҙы дарыуҙар ҙа ярҙам итмәй башланы. Ныҡ һыҙланыуҙан егет көндөң, төндөң иҫәбен юғалтты. Артабан һауығыуға өмөт юҡ икәнлеген аңлаған врачтар уны өйөнә ҡай­тарырға ҡарар итте...
Күстәнәстәрен тотоп йүгереп килгән Миләүшәне Азаматтың әсәһе ишек алдына уҡ сығып ҡаршыланы.
-Һаумыһығыҙ! Азамат нисек? Нисек ҡайтып еттегеҙ?-тип һорау артынан һорау яуҙырҙы ҡыҙ.
-Әле йоҡлай! Саҡ уколдан һуң йоҡлап китте.
-Миңә уның эргәһенә инергә мөмкинме?
-Юҡ! Уятмайыҡ, йоҡлай алғанда тыныс ҡына йоҡлаһын!
Илап ҡайтып ингән ҡыҙ, карауатҡа ауҙы. Һөйгәнен күрә алмау бәғерен телде, күҙҙәренә ҡарай алмау, тауышын ишетмәү ҡара ҡайғыға һалды.
Икенсе көндө тағы һөйгәненең өйөнә ашыҡты ҡыҙ. Был юлы уны ҡаршыһына Азаматтың апаһы сыҡты, егеттең ял итеүе тураһында хәбәр итте.
Аҙна буйы эшкә йөрөгән кеүек һөйгәненең тупһаһын тапаны Миләүшә, ләкин Азамат эргәһенә үтә алманы. Ауылда егеттең хәле тураһында ҡурҡыныс хәбәрҙәр күбәйҙе, төрлө кеше төрлөсә яңылыҡтар еткерҙе.
Ул арала ҡыҙҙың сығарылыш имтихандары етте, уҡыу тураһында уйларға ваҡыты ла, хәле лә ҡалманы. Ҡыҙҙың бөтә уйы, ҡайғыһы - тик Азамат.
Әл дә уҡытыусылар яратҡан уҡыусыларын ярҙамдан ташламаны, баштан уҡ тик яҡшы билдәләренә уҡыған ҡыҙға экзамендарҙы уңышлы тапшырырға ярҙам иттеләр. Тик химиянан ғына имтихан тапшыраһы ҡалды.
Ул көндө Зәлифә илап-илап йоҡлап киткән ҡыҙын иртә таңдан уятырға ла йәлләп торҙо. Беренсе һөйөү ғазабы менән янған балаҡайы өсөн үрһәләнде, ҡыҙсығының бәләкәй генә йөрәге аша үткән оло һынауҙар өсөн бошондо.
Миләүшә йәшәмәй, бары йән аҫырай. Ашауы-ашау, йоҡоһо-йоҡо түгел. Үҙе атлай, йөрөй, ә уйы Азамат эргәһендә. Бына химиянан имтиханға ла үҙе теләп түгел, ә шулай кәрәк булған өсөн генә бара. Мәктәп коридоры буйлап барғанда ла, имтихан булаһы кабинет эргәһендә торғанда ла, иптәштәренең һөйләшеп, көлөшөүҙәрен ишеткәндә лә уны был хәленән сығарырлыҡ көс юҡ ине. Имтиханға берәү инә, берәү сыға, кемдер шатлығынан һикереп, сәпәкәйләп ала, кемдер һорау артынан һорау яуҙыра, билет номеры, һорауҙар менән ҡыҙыҡһына.
Миләүшә коридор тәҙрәһенән урамға ҡарап, йырып сыға алмаҫлыҡ ауыр уйҙарға бирелгән. Бына коридор буйлап мәктәп директорының шәп-шәп атлап килгәне күренде, ишек эргәһенә еткәс, ниҙер әйтергә теләгәндәй, бер секундҡа ғына Миләүшәгә күҙ һалды ла, кабинет ишеген асып, эскә йомолдо. Бер аҙҙан кире сығып, кабинетына үтте. Шул саҡ бүлмәнән ап-аҡ булып Миләүшә менән Азаматтың класташы, ауылдашы Дауыт килеп сыҡты. Бышылдап ҡына:
-Үлгән ...Азамат үлгән... Әле генә директор химия уҡытыусыһына әйтеп сыҡты...
Азамат исемен ишетеп ҡалған Миләүшә тәҙрә эргәһендә иҙәнгә шыуып төштө...
Кемдер ҡысҡырып илай, битенә һалҡын һыу бөркә, ауыҙына һалҡын һыулы стакан терәй.
Миләүшә аңына килеп, тирә-яғына күҙ һалды, Азамат иҫенә төшкәс, тағы аңын юғалтты.Тиҙ ярҙам машинаһы, ҡыҙҙы алып, урам буйлап елдерҙе...
Ҡыҙ дауахананан сыҡҡанда инде Азаматтың өсөн дә,етеһен дә уҡытҡайнылар. Миләүшәнең зыяратҡа барырға уҡталғанын күреп, әсәһе Зәлифә ҡыҙы менән бергә барырға булды. Ҡәбер өҫтөнә ятып илап, тағы аңын юғалтҡан ҡыҙҙы, ат арбаһына һалып, өйгә алып ҡайттылар. Шул көндән алып ҡыҙ өндәшмәҫ, һөйләшмәҫ, көлмәҫ булды. Хатта иламай ҙа! Илаһа, ҡайғыһы күҙ йәше менән бергә сығыр ине лә бит.
Бер көндө төшкә табан Миләүшәләр өйөнә Азаматтың әсәһе килеп инде. Карауатында стенаға ҡарап ятҡан ҡыҙ янына килеп ултырҙы.
Ҡыҙҙың сәсенән һыйпап:
-Балаҡай! Бер үк ғәфү ит һин беҙҙе! Азамат эргәһенә индермәгән өсөн ғәфү ит.Ул үҙе шулай ҡушты. Беләһеңме, Миләүшә, ул бит һине ныҡ яратты. Күҙе йомолғансы ҡулында һинең фотоң булды. Йоҡо аралаш ҡулынан төшөп китһә, илап эҙләй ине. Мәрхүм булыр көндө лә ҡосаҡлап йоҡлап китте. Уянғас, ”Сәғәт нисә ?”-тип һораны, унан һинең фотоңды ҡараны ла үтеп тә китте. Яҡты донья һинең һының булып уҙҙы уның күҙ алдынан. Рәхмәт Хоҙайыма, балама мөхәббәт бәхете бирҙе, ун ете генә йәшендә мөхәббәттең нимә икәнен белеп китте. Шуның өсөн булһа ла йөрәгем тыныс. Ә һине, Миләүшә, эргәһенә индермәүенең сәбәбе бары шунда ине - ул һинең алдыңда көсһөҙ булып күренергә теләмәне. ”Мине матур көйгә иҫендә ҡалдырһын! Ҡәберемә килер әле. Ул мине яратһа, хәлемде, был аҙымымды аңлар!” - тине. Бына, ҡыҙым, һиңә хат яҙғайны, үҙе үлгәс кенә ҡулыңа тапшырырға ҡушты. Яйлап уҡырһың, әлегә һау бул, Миләүшә, минең улыма матур, онотолмаҫ мөхәббәт бүләк иткәнең өсөн ысын әсәләр рәхмәте һиңә. Бәхетле бул, балаҡай, үҙеңде һаҡла! Үлгән артынан үлеп булмай, йәшәргә кәрәк. Үҙ ишеңде табырһың, бәхетле булырһың, Аллам бирһә! Түҙәйек, ҡыҙым, ҡалайтаһың, сей тирегә ут ҡапмай бит...
Миләүшә, һикереп тороп, әсәнең муйынынан ҡосаҡлап алды. Бер Азаматты өҙөлөп яратыусы ике кешенең күҙ йәше ине был.
Әсә кеше нисек шым ғына ингән, шулай уҡ шым ғына сығып китте. Уның артынан өй эсендә валокордин, карволол еҫе генә тороп ҡалды.
Һөйгәнең һуңғы сәләм хатын уҡыр өсөн Миләүшә икеһенең һөйөүенең шаһиты булған йылға ярына йүгерҙе.
“Миләүшәм! Яҡты йондоҙом минең! Һин был хатты уҡыған саҡта минең йәнем күктәргә ашҡан булыр. Мин һине өҙөлөп яраттым, һине ҡалдырып, Ерҙе, әсәй-атайымды, туғандарымды, яҡты доньяны ун ете генә йәштә ташлап китеүем бик аяныслы. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл был... Ләкин нишләйһең, тимәк, минең яҙмышым шулай, ғүмерҙе Хоҙай самалап ҡына биргән. Минең янға инә алмауыңа мин ғәйепле, мине көсһөҙ хәлдә күрмәһен, тип уйланым. Кеше көнлө булып ятыуҙан да ауыр нәмә юҡ икән! Һин килеп ишек алдынан боролоп китәһең, ә мин бында утта янам. Һинең эргәңә сыҡҡым, зәңгәр күҙҙәреңә ҡарағым килә! Һинең тауышың минең өсөн бер моңло йыр кеүек. Һин оҙаҡ йәшә, ҡәҙерлем минең! Минең өсөн дә йәшә, кейәүгә сыҡ, балалар тап. Һин бәхеткә лайыҡ.Ә мин һине күктән күҙәтермен, төндәрен йондоҙ булып күҙ ҡыҫырмын, ел булып сәстәреңдән иркәләрмен. Һин минең ерҙәге йондоҙом, алсаҡ ҡояшым, йырланмаған йырым булып ҡал! Донъяны йәмләп, тормошҡа ҡыуанып, рәхәтләнеп минең өсөн дә, үҙең өсөн дә йәшә! Бәхил бул, ҡәҙерлем!”
Һөйгәненең ҡул йылыһын һаҡлаған хатты Миләүшә тағы бер тапҡыр еҫкәп ҡараны ла зәңгәр тышлы дәфтәр эсенә һалып ҡуйҙы.
Ҡаҡылдаған тауыштар ишетеп, Миләүшә артына боролоп ҡараны. Һуҡмаҡтан теҙелешеп кенә ике ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп, йылғаға төшөп килә.Ҡара әле, улар ҙа үҫеп бөткәндәр икән! Үҙ ҡайғыһына бикләнеп, хатта шуларға ла иғтибар итмәгән.
Миләүшә, итәгенә йәбешкән сүп-сарҙы ҡағып урынынан ҡалҡынды.
Ҡарасы, саҡ ике ҡат утап, күмеп ҡуйған кеүектәр ине бит картуфты, улар инде һуҡмаҡтың ике яғынан бил тиңентен булып үҫкәндәр, сәскәләре ҡойолоп, улар урынында тәлгәшләнеп йәшел картуф алмалары һалынып тора!
Ҡыҙыҡай, мәңгелек йырын йырлап,сылтырап ҡына таштан-ташҡа бәрелеп ағыусы йылғаға йылмайып әйләнеп ҡараны ла өйгә алып ҡайтыусы һуҡмаҡ буйлап атланы.
Миңзәлә Хәлилова.
Читайте нас: