Коронавирус таралыу һөҙөмтәһендә эшһеҙ ҡалғандар ауыл хуҗалығын үҫтереүҙә ярҙам итә ала. Башҡортостан аграрийҙары коронавирус таралыу һәм донъя иҡтисадында хәлдәр ҡатмарлашыу шарттарында ауыл хуҗалығы эштәренә вахтасыларҙы һәм эшһеҙҙәрҙе йәлеп итә башланы. Яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында әлеге тармаҡ кадрҙарға айырыуса ҙур ҡытлыҡ кисерә. Бөгөн унда 1,5 мең эшсе етешмәй, шул иҫәптән – 477 механизатор, 215- водитель, 101 – игенсе, 184- мал ҡараусы, 214 – һауынсы, 186 – комбайнсы, 96 ярҙамсы эшсе талап ителә. Баҫыу эштәренә Башҡортостан Аграр университетының «Колос» студенттар отряды ла йәлеп ителгән.
Ғөмүмән алғанда, ил һәм республикала к-вирус таралыу сәбәпле, был өлкәлә эштәр туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Ошо турала Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләп үтте.