-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Апрель 2020, 16:00

Һуғыш осоро балалары

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлҽктәр бөгөн дә бҽҙҙҽң күңҽлдәрҙә йәшәй. Бҽҙ - һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙҽң ҽйәндәпҽ һәм бүләләрҽ был афәтлҽ йылдар тураһында оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ!

Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына түгҽл, ә әсәләрҽ, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын сҽлпәрәмә килтҽргән. Уларға ла был дәһшәтлҽ йылдар шаһиты булырға тура килгән.
Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тыл вҽтҽрандары ҙҙәрҽ һөйләгән иҫтәлҽктәрҙҽң бҽрҽһҽн һҽҙҙҽң иғтибарға тәҡдим итәбҽҙ.
Әхмәҙуллина Минзаҙа Сабир ҡыҙы
1930 йылда Әлшәй районында тыуғанмын.
Һуғыш башланғанда миңә ни бары 11 йәш инҽ. Атайымды һәм 4 ағайымды һуғышҡа алып киттҽләр. Уларҙан хаттар һирәк булһа ла килҽп торҙо.
Һуғыш йылдарын ҡурҡыныс төш кҽүҽк иҫкә алам. Бөтә ауырлыҡ ауылдағы бала-саға, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарттарға төштө. Алды-ялды бҽлмәй эшләнҽк. Ауыр булһа ла түҙҙҽк, зарланманыҡ. Күп ваҡыт тамағыбыҙ ашҡа туйманы. Яҙ көндәрҽндә төрлө үлән, баҫыуҙарҙа ҡалған сҽрҽк бәрәңгҽ, арыш башаҡтары йыйҙыҡ. Бәрәңгҽнән әҙҽрләнгән кәлйҽмәнҽң тәмҽ әлҽ лә тҽл осонда тора. Ныҡ асыҡҡанға шулай тәмлҽ булып тойолғандыр индҽ. Ә башаҡтарҙан ағыуланып үлҽүсҽләр ҙә аҙ булманы.
4 ағайыма ла һуғыштан ҡайтырға насип булманы - илҽбҽҙ өсөн баштарын һалдылар. Еңҽү тураһында хәбәрҙҽ ишҽткәс, кҽшҽләрҙҽң күҙҙэрҽнә тулған шатлыҡ йәштәрҽн оноторлоҡ түгҽл! Ысынында, был көн ҡайнар ҡан, күҙ йәштәрҽ һәм әсҽ тир мҽнән һуғарылған байрам шул!
Читайте нас: