+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2020, 10:50

Матур үтһен ялығыҙ

Эремсектән татлы бәлеш

200 грамм маргаринға 3 стакан он һалып, ҡул менән яҡшылап ыуырға, бер йомортҡа, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты балғалаҡ сода, 150 грамм шәкәр ҡушып бутарға. Ыуалып торған ҡамырҙың яртыһын майланған табаға һалып, ҡул менән тигеҙләргә. Эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе өлөшө менән өҫтөн ҡапларға кәрәк.
Эслек өсөн 0,5 кг эремсеккә 100 грамм шәкәр, 2 йомортҡа ҡушып яҡшылап бутарға. Бәлеште 180 градуслы мейестә 30 – 35 минут тирәһе бешереп алырға.
Читайте нас: