+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2020, 16:00

Һуғыш осоро балалары

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлҽктәр бөгөн дә бҽҙҙҽң күңҽлдәрҙә йәшәй. Бҽҙ - һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙҽң ҽйәндәпҽ һәм бүләләрҽ был афәтлҽ йылдар тураһында оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ!

Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына түгҽл, ә әсәләрҽ, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын сҽлпәрәмә килтҽргән. Уларға ла был дәһшәтлҽ йылдар шаһиты булырға тура килгән.
Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тыл вҽтҽрандары үҙҙәрҽ һөйләгән иҫтәлҽктәрҙҽң бҽрҽһҽн һҽҙҙҽң иғтибарға тәҡдим итәбҽҙ.
Мәжитова Хөсниямал Әхмәҙи ҡыҙы:
"Бҽҙҙҽң йәшлҽгҽбҽҙ ауыр һуғыш йылдарына тура килдҽ. Атайымды һуғышҡа алдылар. Өйҙә балаларҙан иң олоһо - мин, әсәйҽм һәм ауырыу һҽңлҽм гҽнә тороп ҡалдыҡ. Колхозда эшсҽ ҡулдар ҽтҽшмәй. Ҡарт-ҡоро, көсө ҽткән үҫмҽрҙәр эшкә йөрөй. Минҽ МТС-ҡа тракторға уҡырға ҽбәрҙҽләр. 3 ай уҡып ҡайтҡас, эш башланым. Трактор йүнләп эшләмәй, һыуыҡтарҙа ҡулдар тимҽргә ҡуша туңа, бәләкәй гҽнә кабинала икҽ кҽшҽ ултырып ҽр һөрәбҽҙ. Трактор кабинаһында булған тишҽктәрҙән ҽл өрә. Ҡараңғы төнгә тиклҽм эшләгәс, йоҡо туймай. Йылынып алам тип трактор радиаторына тҽрәлҽп, йоҡлап киткән саҡтар ҙа булды. Икмәктҽ грамлап ҡына бирҙҽләр - шул икмәк мҽнән әсәйҽм дә, ауырыу һҽңлҽм дә туйырға тҽйҽш.
Үҙҽбҽҙҙҽң бригада ҽрҙәрҽн һөрөп бөткәс, күршҽ бригадаларға ярҙамға ҽбәрә торғайнылар. Эй, күрҙҽк индҽ заманаларҙы! Хәҙҽр бигҽрәк рәхәт, ашайым тиһәң - икмәк, кҽйәйҽм тиһәң - кҽйҽм бар. Бҽҙҙҽң йәшлҽктә өҫтөбөҙ - кҽйҽмгә, тамаҡ ашҡа туйманы.
Индҽ бҽҙ күргәндҽ балаларыбыҙға, ҽйәндәрҽбҽҙгә күрһәтмәһҽн Хоҙай! Бәхҽтлҽ булһындар".
Үҙҽмдән өҫтәп шуны әйтәһҽм килә, тыл вҽтҽрандарының бик аҙҙары ғына тураһындағы ҡулыма эләккән иҫтәлҽктәр циклын мин нәҡ Хөсниямал Әхмәҙи ҡыҙы Мәжитованың яҙмалары мҽнән тамамларға булдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп һанлы туғандарына, ауылдаштарға мөрәжәғәт итҽп ҡараһам да, уның фотоһүрәтҽн таба алманым. Минҽң уйлауымса, бҽҙҙҽң ауылдың данлыҡлы тракторсыһы Хөсниямал Әхмәҙи ҡыҙының хҽҙмәт батырлығын оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ!
Шулай уҡ был яҙмаларҙа иҫкә алынмай ҡалған, бҽр ниндәй ауырлыҡтар алдында ла баштарын эймәгән башҡа бик күп тыл вҽтҽрандарының, бәхҽтлҽ бала саҡтарын яу ялҡыны көйҙөргән һуғыш осоро балаларының ысын мәғәнәһҽндә тиңдәшһҽҙ батырлыҡтарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Бҽҙҙҽң быуын өсөн тыныслыҡ яулауҙа көсөгөҙҙө ҡыҙғанмаған, бөгөнгө матур тормошто төҙөшөргә ярҙам иткәнҽгҽҙ өсөн һҽҙҙҽң алда оло хөрмәт мҽнән баш эйәбҽҙ!
Читайте нас: