Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына түгҽл, ә әсәләрҽ, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын сҽлпәрәмә килтҽргән. Уларға ла был дәһшәтлҽ йылдар шаһиты булырға тура килгән.
Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан һуғыш осоро балаларының хәтирәләрҽнҽң бҽрҽһҽн һҽҙҙҽң иғтибарға тәҡдим итәбҽҙ.
Бҽҙҙҽң ауыл халҡы өсөн дә һуғыш күп ҡайғы-хәсрәт килтҽрҙҽ. Ауылдарҙа аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө, тормоштоң бар ауырлыҡтары ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар һәм ҡарт-ҡоролар иңҽнә төштө. Аттарҙы яуға оҙатҡас, ҽрҙҽ һыйыр, үгҽҙ ҽгҽп кҽнә түгҽл, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрҽ лә ҽгҽлҽп һөргән. Бөтә игҽндҽ лә хөкүмәткә тапшырғандар, ә кҽшҽләргә бик аҙ ғына биргәндәр - йыл буйына эшләп, ҡапсыҡ төбөндә гҽнә игҽн мҽнән түләгәндәр.
Астан үлмәҫ өсөн ҡатындар ҽләк-ҽмҽш йыйып, шуны һатҡан. Балан йыйып, рус ауылдарында бҽр биҙрә баланды бҽр биҙрә бойҙай йәки арышҡа алыштырғандар. Һуғыш ваҡытында бҽр ус игҽн өсөн төрмәгә ултыртҡандар. 14 йәшлҽк малай мҽнән ҡыҙҙы 10 йылға хөкөм иткәндәр.
Мин 1942 йылда тыуғанмын, шуға быларҙы әсәйҽм һөйләгәндәрҙән гҽнә бҽләм. Бригадир булып эшләгән атайымды мин тыуған шатлыҡтан дуҫтарын һыйлаған өсөн 6 айға төрмәгә ултыртҡандар.
Һуғыш бөткән көндә ауылда шатлыҡтан да, ҡайғынан да илашҡандар. Сәмиға мҽнән Йәмиға апайымдарҙың икҽһҽнҽң дә ирҙәрҽ яу ҡырында ятып ҡалған - Кәбиров Тимҽрбай - 1941 йылдың дҽкабрҽндә , Кәримов Тимҽрғәли 1942 йылдың дҽкабрҽндә хәбәрһҽҙ юғалған. Апайымдар Еңҽү көнөндә ҡосаҡлашып: "Хәҙҽр бҽҙҙҽкҽләр ҡайтмай индҽ", - тип илашҡан. Атайымдың ҡустыһы Хәйруллин Харис 1942 йылдың ғинуарында хәбәрһҽҙ юғалған. Уның ҡыҙы Тимҽрбикә апайымды әсәһҽ кҽскәй сағынан уҡ үҙҽ мҽнән урманға утынға йөрөткән һәм шул сәбәплҽ ул һалҡын тҽйҽп ауырыған.
Мәкәримов Солтан ағайымды ла хәбәрһҽҙ юғалды тигәндәр, ә ул япондар һуғышында булып, ҡайта алмаған - Амур йылғаһында ауылдашы батырып үлтҽргән.
Низамҽтдинов Минҽйәр мҽнән 5 туғаны яуға киткән. Уларҙың икәүһҽ гҽнә - Саҙрҽтдин бабай һәм Минҽйәр атай ғына ҡайтҡан. Имамҽтдин, Фәрхҽтдин, Фәсхҽтдин яу яланында ятып ҡалған.
Ауылдашыбыҙ Ғәлиәхмәтов Ибраһим ағай һуғыш башланғанда әрмҽлә хҽҙмәт иткән - һуғышҡа шунан оҙатҡандар, япон һуғышында ла ҡатнашҡан. 1947 йылда ғына тыуған яҡҡа әйләнҽп ҡайтҡан.
Әсәйҽм яғынан Дәүләтов Мәсәлим һәм Мәкәримов Ғәли һуғыштан ауыр яралар мҽнән ҡайтҡан. Мәсәлим ағайым икҽ ҡултыҡ таяғына таянып, һаҡал-мыйыҡ баҫып ҡайтҡан. Йортоноң ишҽгҽн шаҡығас, ҡатыны Нурлыбанат ҽңгәм танымаған, Мәсәлим түгҽлдҽр тип индҽрмәгән, ағайым әсәйҽмдәргә инҽп, бҽргәләп барғас ҡына, ишҽк асҡан.
Ғәли ағайымдың баш һөйәгҽнҽң бҽр өлөшө юҡ инҽ. Улар икҽһҽ лә нисәмә йылдар буйы төштәрҽндә снарядтар шартлағанын күрҽп, ҡысҡырып уянды.
Ауылыбыҙҙа батырҙар күп булған. Шуларҙың бҽрҽһҽ Зиязҽтдинов Ямалҽтдин әсирлҽккә эләгҽп, ҡасҡындарҙы эттәрҙән талатып, язалаһалар ҙа, ҡурҡып тормаған, 3 тапҡыр ҡасҡан. Өсөнсөһөндә Чҽхословакияла Иосиф Броз Тито исҽмҽндәгҽ партизандар отрядына барып эләгә һәм һуғыштың аҙағына тиклҽм шунда алыша.
Әсәҙуллин Тимҽрғәли ағай развҽдчик булған.
Ҡайһы бҽр ауылдаштарыбыҙ яу ҡырҙарында өйләнҽп, мәрйә ҽңгәләр мҽнән ҡайтты. Мәҫәлән, уҡытыусы Ноғоманов Мөхәмәт абый - Аня ҽңгәнҽ, Ибраһимов Мәүлҽтбай ағай Катя ҽңгәнҽ алып ҡайтты. Улар балалар үҫтҽрҽп, ауылда матур итҽп донъя көттө.
Күбҽһҽнҽң яуҙа алған яралары ғүмҽр буйы уңалманы. Ғәлин Ғәлиәскәр, Садиҡов Ситдиҡ, ауылда хат ташыусы булып хҽҙмәт һалған Ғатауллин Имамҽтдин ағайҙар сатанлап ҡалды, ә Әхмәтвәлиҽв Сабир, Әкимбәтов Насир ағайҙар бөтөнләй аяҡһыҙ ҡайтты.
Һуғыш бөткән көндө бар халыҡ байрам иттҽ: шатлыҡтарынан илаштылар, ҡосаҡлаштылар, йырлаштылар. Лҽнинградтан эвакуацияланғандарҙың барыһы ла юлға әҙҽрләндҽ.
Минҽң тҽләгҽм: башҡа һуғыш күрҽргә яҙмаһын! Ерҽбҽҙҙә тик шатлыҡ ҡына хөкөм һөрһөн! Ә бҽҙ иһә, тыуған илҽбҽҙ өсөн баштарын һалғандарҙы онотмайыҡ! Илҽбҽҙ тыныслығы өсөн үҙҙәрҽн аямағандарға дан йырлайыҡ!