+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2020, 14:10

Экологияны яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк

Туймазы, Дәүләкән, Бәләбәй райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөү дауам итә.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов әйтеүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге инфраструктураны үҫтереү ергә күмеү өсөн оҙатылған ҡалдыҡтар күләмен байтаҡҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк, экологияны яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
– Был шулай уҡ республикабыҙҙа ил Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы ғәмәлгә индерелгән “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын төҙөү” төбәк проекты күрһәткестәренә өлгәшергә ярҙам итәсәк, – тине Нияз Фазылов.
Мәҫәлән, Туймазы районындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында йылына 100 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнгән комплекстың каркасы ҡорола. Объект заманса “Грохот” һәм “Шредер” системалары менән йыһазландырыла. Улар ҡалдыҡтан артабан ҡулланырлыҡ 30 процентҡа яҡын ресурсты айырып алып, бөтә органиканы яңынан файҙаланыу, шулай уҡ ҙур күләмле сүп-сарҙы ваҡлау мөмкинлеген бирә. Комплексты йыл аҙағында сафҡа индереү күҙаллана.
Дәүләкән районында ла ҙур комплекс төҙөү планлаштырыла. Уның ҡеүәте йылына 40 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡ эшкәртеүгә етәсәк. Әле төбәк операторы – “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан төҙөлөшкә ер алынған, проект-смета документтары әҙерләнә.
Бынан тыш, Бәләбәй районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү йәһәтенән дә тәүге аҙымдар яһалған. Объекттың ҡеүәте йылына 100 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡ эшкәртеүгә иҫәпләнә. Бөгөн бында комплекс урынлашасаҡ ер биләмәһен теркәү эштәре бара.
Фото: ecology.bashkortostan.ru.
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ekologiyani-ya-shirtiu-a-bulishli-it-s-k-228183/
Читайте нас: