0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2020, 11:00

Изге Рамаҙан айы башлана!

23 апрель көндө ҡояш байыу менән мосолмандарҙың изге айы Рамаҙан башлана. 24 апрель ураҙаның беренсе көнө.

Ислам диненең биш нигеҙҙәренең береһе ураҙа тотоу ошо айҙа фарыз булып тора. Ҡөрьәндә Раббыбыҙ Аллаһы әйтә: “Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әүәлге халыҡтарға фарыз ителгәне кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде. Бәлки, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ! …Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма булһын өсөн, хаҡ юлды аңлатыу, яманды яҡшынан айырырға өйрәтеү өсөн Ҡөрьән иңдерелде. Бына шул айға кем етә- уны ураҙа тотоп үткәрһен…!” (Баҡара сүрәһе: 183,185 аяттар).
Рамаҙан айы килгәс Мөхәммәд (с.ғ.с) сәхәбәләренә шулай тип әйтә ине: «Һеҙгә бәрәкәтле Рамаҙан айы килде. Аллаһ Тәғәлә һеҙгә ул айҙа рәхмәтен иңдерә, гонаһтарҙы ғәфу итә һәм доғаларға яуап бирә. Аллаһ һеҙҙең бер-берегеҙ менән изгелек ҡылыуҙа ярышыуығыҙға ҡарай һәм фәрештәләр алдында һеҙҙең менән маҡтана. Аллаһҡа үҙегеҙҙән хәйерле нәмәне күрһәтегеҙ. Дөрөҫлөктә, бәхетһеҙ кеше - был айҙа Аллаһының рәхмәтенән мәхрүм булған кеше»
Мөхәммәд (с.ғ.с) ураҙа тотоуҙың фазиләте тураһында шулай тип әйтә: «Әҙәм балаһының һәр ғәмәле өсөн әжер-сауап арттырылып бирелә. Бер яҡшы ғәмәлгә әжер-сауап ундан алып ете йөҙгә хәтле арттырыла. Аллаһы Тәғәлә шулай ти: «Был - ураҙанан башҡа ғәмәлдәр өсөн генә. Дөрөҫлөктә, ураҙа ул Минең өсөн һәм Мин уға Үҙем әжер-сауабын бирәм. Сөнки ул нәфес теләген һәм ризығын Минең өсөн ҡалдыра. Ураҙа тотоусының ике шатлығы бар: бер шатлығы ауыҙ асҡанда, ә икенсеһе Раббыһы менән осрашҡанда».
Рамаҙан айында таң алдында сәхәр ашаған кешегә Аллаһ Тәғәлә уның ризығына, байлығына, эшенә, ғәиләһенә һәм үҙенә бәрәкәт бирә. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) шулай ти: «Ураҙаға кереү алдынан төнлә тороп ашағыҙ, сөнки сәхәр ваҡытында бәрәкәт бар». Шулай уҡ Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешене ашатыу (ауыҙ астырыу) ҙа бик изге һәм сауаплы ғәмәл булып һанала. Мөхәммәд (с.ғ.с) шулай ти: «Кем дә кем ураҙа тотоусыны ашатһа, аға ураҙа тотоусының әжер-сауабынан кәметелмәйсә сауап буласаҡ».
Рамаҙан айында Ҡәҙер кисәһе бар , ул мең айҙан да хәйерлерәк. Мөхәммәд (с.ғ.с) шулай ти: «Һеҙгә бәрәкәтле Рамаҙан айы килде. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә был айҙа ураҙа тоторға ҡушты. Был айҙа күк ишектәре асыла, ә йәһәннәм ишектәре ябыла, иң аҙғын шайтандар боғауҙар менән боғаулана. Аллаһы Тәғәләнең был айҙа бер кисәһе бар. Ул мең айҙан да хәйерлерәк. Кем дә кем унда биреләсәк хәйерле нәмәнән мәхрүм ҡалһа, ул ысынлап та мәхрүм ҡалған кеше була» . Һәм әйтте: «Кем дә кем Ҡәҙер кисәһен Аллаһының әжер-сауап биреүенә ышанып һәм Уның ризалығын өмөт итеп ғибаҙәттә үткәрһә, уның элеккеге гонаһтары ғәфү ителә».
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем! Рамаҙан айының ҡәҙерен белеп, изге ғәмәлдәр, тыйнаҡлыҡ, тәүбәгә килеү, йомартлыҡ ҡылыу менән үткәрегеҙ. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙ көндөре йоғошло сирҙән һаҡланыу карантины менән килде. Быйылғы Рамаҙан айында карантинды ҡапыл туҡтатып булмай, һаҡланғанды Аллаһы һаҡлар, тигән. Шуға күрә быйылға мәсеттәрҙә ифтар мәжлестәрен йыйыу, тарауихтар уҡыу туҡтатылып тора. Кеше күп йыймайса ғына өйҙәрегеҙҙә уларҙы үткәреү хәйерле булыр.
Ураҙа ниәт ҡылыу: “Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамәдаанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләһи Тғәалә. “Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ихласлыҡ менән, таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығансыға тиклем, Рамаҙан айы ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым.
Ифтар (ауыҙ асҡанда) доға: “Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәңтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡикә әфтартү фәғфирлии йәә ғаафәәарү мә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү”.
“Эй Аллаһым, ошо урҙзамды Үҙеңдең ризалығың өсөн тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем һәм бер Һиңә генә бөтөн эшләремде тапшырҙым. Һин биргән ризыҡ менән ифтар ҡылдым. Гонаһтарды ғәфү итеүсе Аллаһым, ғәфү ит минең әүәлге гонаһтарымды ла, киләһе гонаһтарымды ла ярлыҡа”.
Аллаһ Тәгалә барығыҙға ла Рамазан айында ураҙа тоторға һаулыҡ-сәләмәтлек, сабырлыҡ бирһен һәм күбрәк изге ғәмәлдәр ҡылырға, Ҡөрьән уҡырға ярҙам итһен! Амин.
Дәүләкән районы имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин.
Читайте нас: