+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Апрель 2020, 12:55

Бөгөн - Урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө

ВЛАСТЬ МЕНӘН ХАЛЫҠТЫ БЕРЛӘШТЕРГӘН КӨСКӘ ЭЙӘ УЛ УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА

Был көн, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, 2012 йылда барлыҡҡа. Урындағы үҙидара мөһим дәүләт институты булараҡ күптән танылды, ул – демократик йәмғиәттең нигеҙе, уның ҡала һәм райондарҙың социаль-иҡтисади хәлен нығытыуҙа өлөшө ҙур. Кешеләр алдындағы яуаплылыҡ та һәр ваҡыт тәүге урында килә – ул халыҡҡа иң яҡыны, граждандар менән дәүләт араһындағы күпер, берләштереүсе көс. Муниципаль кимәлдә мөһим мәсьәләләр хәл ителә, кешеләр тап урындағы власҡа күҙ терәп бара, яҡлау таба.
Урындағы үҙидараның һөҙөмтәлелеге дәүләт власы органдары, сәйәси партиялар, граждандар берләшмәләре, ижтимағи ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙә.
Читайте нас: