БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында үткән видеоконференцияла ошо хаҡта һүҙ барҙы. 1 майға төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау планлаштырыла. Республика буйынса 300-ҙән ашыу ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған. Йәмле ихаталар, сәскә түтәлдәре үтеп барыусыларҙың кәйефен күтәрә, йәшәгән ерҙең бер биҙәге булып тора. Таҙа, ҡаралған, асфальт түшәлгән ихаталар ҡаланың йөҙө.