-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2020, 16:30

Изге Рамаҙан айы башлана

23 апрель ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана

24 апрель ураҙаның беренсе көнө. Ошо айҙа Ислам диненең биш нигеҙҙәренең береһе булған ураҙаны тотоу фарыз. Раббыбыҙ Аллаһы былай ти: «...Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма булһын өсөн, хаҡ юлды аңлатыу, яманды яҡшынан айырырға өйрәтеү өсөн Ҡөрьән индерелде. Был айға кем етә – шул ураҙа тотоп үткәрһен».
Аллаһы Тәғәлә был айҙа рәхмәтен индерә, гонаһтарҙы ғәфү итә, доғаларҙы ҡабул итә. Әҙәм балаһының һәр ғәмәле өсөн әжер-сауап арттырып бирелә. Таң алдынан сәхәр ашаған кешенең үҙенә, ғаиләһенә бәрәкәт бирә. Шулай уҡ Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешене ауыҙ астырыу ҙа бик изге һәм сауаплы ғәмәл булып һанала.
Был айҙа Ҡәҙер кисәһе бар, ул мең айҙан да хәйерлерәк. Мөхәммәд (с.ғ.с) шулай ти: «Һеҙгә бәрәкәтле Рамаҙан айы килде. Был айҙа күк ишектәре асыла, ә йәһәннәм ишектәре ябыла, иң аҙғын шайтандар бығауҙар менән бығаулана. Был айҙа Ҡәҙер кисәһе бар, ул мең айҙан да хәйерлерәк. Кем дә кем Ҡәҙер кисәһен Аллаһының әжер-сауап биреүенә ышанып һәм Уның ризалығын өмөт итеп ғибәҙәттә үткәрә, уның элекке гонаһтары ғәфү ителә».
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем!
Рамаҙан айының ҡәҙерен белеп, изге ғәмәлдәр, тыйнаҡлыҡ, тәүбәгә килеү, йомартлыҡ менән үткәрегеҙ. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙ көндәре йоғошло сирҙән һаҡланыу өсөн карантинға тап килде. Инфекция таралыу хәүефен ҡаплы туҡтатып булмай, һаҡланғанды хоҙай һаҡлармын тигән. Шул сәбәпле быйыл мәсеттәрҙә ифтар мәжлестәрен йыйыу, тарауихтар уҡыу туҡтатылып тора. Күп кеше йыймайынса уларҙы өйҙәрегеҙҙә үткәреү хәйерле булыр.
Барығыҙға ла Рамаҙан айында ураҙа тоторға һаулыҡ-сәләмәтлек, сабырлыҡ бирһен, күберәк изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ.
Рәфис хәҙрәт Сафин, Дәүләкән районы имам-мөхтәсибе.
Читайте нас: