Уның итәгендә бик һирәк осрай торған ҡара ҡайындар үҫә. Ә мөғжизәнең мөғжизәһе шунда - бер нисә йылға бер тапҡыр "Аҡҡотоҡ" ҡоҙоғо ошондай һөт кеүек ап - аҡ һыуға тулыша. Уны тәмләр өсөн хатта йыраҡтарҙан да кешеләр килеп тула. Быйыл Аҡҡотоҡ, өс йылдан һуң, тағы ла ап-аҡ һыуға тулышты. Бер нисә көндән һуң аҡ һыу йәнә бер нисә йылға юҡҡа сығасаҡ", - тип хәбәр иткән социаль селтәрҙә өмөтбайҙар. Бына бит мөғжизә?!