-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель 2020, 22:15

Ғазаплы йөк.

Хөрмәтлҽ төркөмдәштәр! Һҽҙҙҽң иғтибарға Минзифа Ҡашҡарова ижад иткән " Ғазаплы йөк" тигән хикәйә тәҡдим итәбҽҙ. Ғәҙәттәгҽсә уны бҽр нисә өлөшкә бүлҽп ҡуйырға уйлағайныҡ, тик үҙҽбҽҙ бҽр уҡый башлағас, туҡтай алманыҡ. Шуға һҽҙҙҽң иғтибарға ла тулыһынса тәҡдим итәбҽҙ. Рәхәтләнҽп уҡығыҙ!

Бала табыу йортоноң 6 палатаһында өс ҡатын ята. Йәш татар ҡатыны Ләлә, башҡорт ҡатыны Гөлнара һәм Хәҙисә.
Гөлнара менән Ләлә малайҙары менән мәж килә.Икеһенеке лә илаҡтар бит әле, тауыштары тауышмы һуң,ҡолаҡты ярып алып килә,әсәйҙәренә һис тынғылыҡ юҡ.Хәҙисә уларҙы көлөмһөрәп күҙәтеп ятҡан еренән ҡарашын тауыш тынһыҙ йоҡлап ятыусы ҡыҙына күсерҙе.
Әллә тын алмай инде, Хәҙисә тертләне,ырғып торҙо ла бәпесенең танауына бармағының осо менән,еңелсә генә ҡағылды.Бәпес сирылды, ирендәрен матур ғынаитеп ҡыймылдата бирҙе лә йоҡлауын дауам итте.
- Ҡыҙ кеше шулай йоҡосо булмай инде ул, Хәҙисә көлә көлә балаһын күтәреп алды.
- Уян,етер һиңә йоҡларға. Ҡатын сабыйын биттәренән үпте, еҫкәп еҫкәп яратты үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнде.
- Тәмлекәс бит ул, тәмле генә.Еҫтәре хушбыйҙыҡынан артыҡ.
Тәүге бәпестәрен табып ятыусы йәш кенә ҡатындар, үҙҙәренән саҡ ҡына өлкәнерәк апайға йылмайып ҡаранылар.
- Апай һиңә рәхәт, ҡыҙың илаҡ булмағас.
- Ҡыҙ кеше илаҡ булмай инде , үәт әй.Емеш бит ул,тәмле генә емеш.Мөхәббәт емеше.
Хәҙисә һөйләнеүенән туҡтамай сабыйын яратты ла яратты.Гөлнара менән Ләлә был ҡыҙыҡ апайҙы йылмайып күҙәттеләр, кеше баланы шулайтып һөйәме икән тип аптыраштылар.Хәҙисә уларға иғтибар итмәне, уның бар ғәмен ошо бәләкәс кенә йән эйәһе биләп алған ине.
- Ҡыҙым ҡыҙым ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше.Йөҙ кешегә бирмәҫмен,алып китер бер кеше.
Ҡап ҡара ғына сәсле, ҡыйғас ҡара ҡашлы,танауы төймәсектәй генә.
- Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әлеү! Тас ҡына ҡәйнәмә оҡшап ятасы.Китсәле, шул тиклем Ғилмиә әбей булып ятмаһаң да булыр ине инде, тип тағы ҡыҙҙарҙы көлдөрөп алды.
- Ҡыҙҙар ҡәртсәһенә оҡшай тиҙәр бит,Гөлнара көлөп һүҙгә ҡушылды, ә малайҙар әсәйгә, бына бит улым тас үҙем.

Шундай ҙа матур бәпес булырмы? Хәҙисә ҡыҙын шул тиклем ярата ине.Әсәһе лә ҡәйнәһе лә яратманылар уның ҡылығын.
- Китсе, кеше шулайтып бала үҫтерәме?! Яратам тигәс тә әллә.Көнө төнө шупылдап үпкесләп ултырырға тигәнме ней.Әсәһе һуҡрана.Хәҙисә шат йылмая, тәмлекәс бит үҙе нисек һөймәйһең инде.
- Әлләсе... Һөйөп ултырыу түгел нисек үҫкәнен дә күрмәнек.Быныһы ҡәйнәһе.
Уларҙың һуҡраныуын ҡолағына ла элмәне Хәҙисә.
Айзилә шуҡ, теремек бала булып үҫте.Малайҙар һымағыраҡ ҡыҙыҡай,малайҙар менән һуғышып ҡайтҡаны ла булды.Баҫҡан ерендә ут уйнатып, осҡон сәсрәтеп тороусы ҡыҙына ҡарап, атай кешенең эсе бошоңҡораны,нишләп кенә малай булып тыуманы икән, ярҙамсым булыр ине.Хәҙисәнең шатлығы эсенә һыйманы, ҡыҙым кешенең биш улына биргеһеҙ.Ҡулынан да теленән дә килә.Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ был балам,тип ҡыҙы менән туҡтауһыҙ ғорурланды.Ә ҡыҙ ғорурланырлыҡ ине.Шул тиклем егәрле,әсәһенең бар эшен һыпырып эшләгән ҡыҙ, уҡыуҙа ла һынатманы.Үҙенән кесе туғандарын ҡарау ҙа уның иңдәрендә ине.Ололарға ололоҡло кеселәргә кеселекле ҡыҙ баланы яратмаған кеше булдымы икән?
Хәҙисә менән Миршаттың тормошо ауылдың башҡа ғаиләләренекенән әллә ни айырылманы ла шикелле.Үҙҙәренең тырышлығы менән өй һатып алдылар.Бәләкәй генә иҫкерәк булһа ла үҙ ҡыйыҡтары,кеше тупһаһы түгел.Тәүҙә ҡәйнәһе өйөндә торҙолар.Ғилмиә әбей киленен яратманы.Эшкә бөтмөр Хәҙисә эше менән дә,ашы менән дә ҡәйнәһенә ярай алманы.Әбей бик ныҡ ҡаты булды.Тәүҙә ярарға тырышып ҡаңғырҙы ул, Миршаты тыйҙы.
- Әсәйемә сәсең менән ер һеперһәң дә ярамаясаҡһың. Эшлекле килен булып күренәм тиһеңме.Хәҙисә,юҡ менән булма.Әсәйемдең холҡо шулай.
Ире тыйһа ла, күңеле йомшаҡ Хәҙисә барҙы ҡәйнәһенә.Күстәнәс,бүләктәрен дә йәлләмәне.Ләкин, Ғилмиә әбейҙең йөрәге мәңге иремәҫ боҙло океан ише ине.
Хәҙисә менән Миршат алама доньяны ҡоршап, үҙҙәренсә көңгөр ҡаңғыр донья көткән булдылар.Иҫке өйҙө тыштан да,эстән дә аҡлап, буяр ерен буяп бағып алғас ней, ҡәҙимге ысынъяһау донья булды ла ҡуйҙы.Яҙғыһын баҡсала, тәҙрә төптәрендә аллы гөллө күҙ ҡамашырлыҡ сәскәләр, беренән бере уҙҙырып сәскә ата башлағас доньялары ожмах мөйөшөнән кәм тойолмай ине.Бер бер артлы балалар һаны ла артты.Алты бала шау гөр килеп үҫте.Хәҙисәнен бер минут та буш ваҡыты булманы.Урҙа урҙа кер йыуылды, кер бауҙарына балалар үҫеп еткәнсе бер грамм да ял эләкмәне.Табаҡ табаҡ бәлештәр бешерелде, ашты ла ҙур кәстрүлдә бешерҙе Хәҙисә.Бай уҡ йәшәмәһәләр ҙә, балаларҙың өҫтө бөтөн, тамаҡтары туҡ булды.
Миршаты эскеләне, йөрөштөрҙө.Хәҙисә балаларҙан бушаманы.Һәәй, ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең.Кешесә йәшәйем тип тырышып тырмашты.Ирҙәр эшен дә ҡатындар эшен дә айырып торманы.Оно бөтһә магазиндан ҡыш сана,йәй арба менән һөйрәп онон апҡайтты, утын таҡтаһына тиклем үҙе өйҙө,баҡсаһын да сәсте.Хөкүмәт эшенән бушамаған ирен көтөп ултырманы.Айзиләһе ҡул араһына инә башлағас Хәҙисәгә еңелерәк ине.Ҡыҙы шәп бит уның.Ҡатын ҡыҙына ҡарап ҡыуанып бөтә алманы.Булыр булыр ҙа шундай бала булмаҫ.Апаһы артынса эшкинеп килгән Йәнгүзәле лә Хәҙисәнең ҙур ярҙамсыһы.Миршаты малай булып тыуманылар тип уфтанһа ла, ҡыҙҙар малайҙарҙан артыҡ ине.Кәртә артындағы ҡоймалары емерелеп ауҙы.Миршатттың йүнәтергә ҡулы теймәне.Йәнгүзәле сүкеш тотоп сығып апаһы менән икәүләп төҙәтеп ҡуйҙылар шул ҡойманы.Эштән һуҡмышыраҡ ҡайтып килеүсе атайҙың ауыҙы ҡолағына етте.
- Ҡыҙҙарым шәп! Во!
Һәр бер килгән кешегә маҡтанды ҡыҙҙары менән.
Миршат йәш сағында ҡойоп ҡуйған сибәр егет булды.Хәҙисәһе һушты китәрерлек сибәр булмаһа ла, үҙенсә һөйкөмлө һылыуғына ҡыҙ булды.Ике матурҙан яралған балалар ҙа матурҙар ине.Айзиләһе лә Йәнгүзәле лә мәрмәрҙән ҡойолған һынмы ней, ҡыйылып киткән ҡара ҡаштар, оҙон керпектәр,балауыҙҙай шыма йөҙҙәр,һәр саҡ йылмайып ҡараусы күҙҙәр. Аллаһы тәғәлә матурлыҡ өләшкәндә был ике балаға иң мул өлөштө йәлләмәй муллап, услап услап биргән ахры.
Хәҙисә бәхетле булды.Иренә тормошҡа яратып сыҡты.Тормош булғас һауыт һаба шылтырап ҡына ҡалмай, табаҡтар дөбөрләп киткән саҡтар ҙа булды.Донья тотҡаһы ҡатын икәнен яҡшы аңлаған ҡатын ҡорған доньяһын емермәй матур йәшәргә тырышты.Балаларым кешенән кәм булмаһын тип ынтылды.
Тормош йылғаһы шулай бәргеләнмәй һуҡҡыланмай тын ғына ағыр ҙа ағыр һымаҡ ине.
Ләкин, тормош китабының ҡараңғы биттәре лә бар шул.Их, булмаһын ине лә һуң шул ҡараңғы биттәр...
Тиҙҙән бик тиҙҙән, айҙы һәм ҡояшты болот ҡапларын,тормошоноң аҫты өҫкә әйләнерен һиҙмәгән Хәҙисә йүгермәләп донья көтөүен белде.
Килер ҡаза аңды алыр тиҙәр.Хәҙисә һуңғы көндәрҙә күҙенә аҡ ҡара күренмәй ,иҫһеҙ кеше һымаҡ йөрөнө. Ҡулына ни тотһа, шуныһы төшөр булды.Кешенең хәбәрен аңламаны,күҙҙәрен томан ҡаплағандай һис бер нәмә күрмәне.Йөрәге әрнеп кенә ,һыҙҙырып ҡына һыҙлап тик торҙо.
Иртәнсәк тороп ҡыҙы йоҡлап ятҡан яҡҡа килеп , тын ғына йоҡлап ятыусы Айзиләһенә оҙаҡ итеп текләп текләп китеүен үҙе лә аңламай ине.Шыма йөҙөнә килешеп торған уймаҡ ауыҙ, ҡыйылып киткән ҡара ҡаштар, саҡ ҡына йәмшегерәк килешле танау, оҙон ҡара сәстәре яҫтыҡҡа һибелгән, матур ирендәр һиҙелер һиҙелмәҫ йылмая биреп ята.Хәҙисә ипләп кенә бармаҡ осо менән ҡыҙының танауына ҡағылды.Шунан ипләп кенә битенән һыйпаны.Әсәһенең үҙен йоҡлағанда килеп һөйөп китеүен ҡыҙы һиҙгәндәй ине.Уяна бирҙе лә йылмая йылмая йоҡлауын белде.
Хәҙисәләрҙең өйө ҙур түгел.Боронғо ике яҡлы өйгә төкәтмә төкөтөп алдылар.Бәләкәй генә соланды үтеп өйгә инәһең.Ишек төбөндә кейем элә торған урын.Мейес,өйгә торба үткәрелгән.Газ менән йылытыла өйҙәре.Ишектән ингәс таҡта менән бүленгән яҡта өс карауат.Бында ҡыҙҙары йоҡлай.Һул яҡтағы ишектән ингәс ҙур яҡ, ҡыҙҙары әйтмешләй , зал.Артыҡ ҙур булмаған залда стена буйлатып заманса стенка ҡуйылған,диван, мөйөштә телевизор,икенсе яҡ стена буйында тағы бер диван.Үҙҙәренең йоҡлаған урыны ошо инде.
Төкәтмә яғы түрбаш йәғни ҡыҙҙар әйтеүенсә кухня.Кухняла кухон.ный гарнитур,газ плитәһе,холодильник,сәй эскән өҫтәл барыһыла айырым бер тәртип менән урынлаштырылған.тәҙрәлрҙә матур ҡорғандар.Ҡәҙимге ауыл өйө,ауылса тормош гөрләй был йортта.
Айзилә йыр моңға һәләтле бала ине.Йырлайым тип,концерттарҙа ҡатнашам тип дәртләнгән ҡыҙын тыйманы Хәҙисә.Кис клубта репетицияларға ла ебәрҙе.Ҡайһы саҡта иптәшкә тип Йәнгүзәлде апаһына эйәртеп ебәрер ине.

Ялға ҡаршы көндә көнө буйы кер йыуҙылар әсәй менән ҡыҙы.Күмәк кешенең кере лә күп шул.Киске сәйҙе эскәндән һуң Айзилә клубҡа репетицияға китте.Балалар ятып йоҡлап бөттө,Хәҙисә лә ятты.Ныҡ арыған ине бер нәмә белмәй йоҡлаған.Таңға ҡарай уянып китте.
- Рәхәтләнеп йоҡлап тик ятаһың.Айзилә ҡайтманы, ҡайҙа йөрөүе мөмкин уның, тип һөйләнгән иренә йоҡоло күҙҙәре менән бер ни аңламай ҡараны.Телефонын эҙләп алып ҡыҙына шылтыратты, ҡыҙының телефоны һүнгән ине.
Ғүмерҙә лә бындай хәл булмағанлыҡтан атай менән әсәй аптырауға ҡалды.Эҙләйекме тип кенә торғанда Айзилә ҡайтып инде.
Сығып киткәндә ҡояш шикелле балҡып сығып киткән ҡыҙ , ҡырау һуҡҡан сәскәләй шиңгән ине.Әсәһенең,
- Ҡайҙа йөрөнөң тиеүенә, башын аҫҡа эйеп күҙҙәрен йәшереп кенә яуапланы.
- Региналарҙа.
Хәҙисә ҡабат төпсөнмәне,эше менән булды.Айзилә лә өй йыйыштырҙы,иҙәндәрҙе йыуып сыҡты.Бөгөн ял.Мунса яҡтылар.Хәҙисәнең иң бәләкәсенә биш кенә ай әле.Бәпесте йыуындырып сығарғандан һуң, әсәле ҡыҙлы бәпәйҙең ползункиларын йыуырға тотондо.Ләүкә янындағы оҙон урындыҡта ҡапма ҡаршы ултырып,Хәҙисә йыуҙы Айзилә сая барҙы.Һөйләшмәнеләр.Ултыра торғас әсәһен тертләтеп Айзиләһе ҡысҡырып илап ебәрҙе.
- Аһ.аһ. нимә булды? - Хәҙисәнең йөрәге алынды.
- Әсәкәйем,әсәкәйем... һүҙен аңлата алмай ярһып илаған ҡыҙына Хәҙисә үҙе ҡушылды.
- Әйт.Нимә булды? Йөрәгемде ярғылама,Хәҙисә бөтә тәне менән ҡалтыранды.Ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булыуын аңлап өлгөргән әсә йығылыр сиктә ине.
- Ҡыҙҙар менән вечеринкаға барҙыҡ.Эдиктарҙың өйөнә.Бөтәһе лә иҫерҙе.Эдик миңә бәйләнде...
Хәҙисәнең күҙ алдары ҡараңғыланды.
- Нишләп кенә барҙың балаҡайым! Йә,хоҙай! Хәҙер нишләйбеҙ инде.
Әсәле ҡыҙлы икәү мунсала ҡосаҡлашып оҙаҡ илашты.Ҡыҙ артабан нисек йәшәрен аңламаны, әсәһе ни ҡылырға белмәне.
Мунсанан икенсе төрлөгә әүерелеп сыҡҡан әсәй менән ҡыҙҙың кәйефтәрен Миршат тиҙ абайланы.Таңға ғына ҡайтҡан ҡыҙына асыуы һүрелмәгән атай һорау өҫтөнә һорау бирҙе.Хәҙисә өндәшмәне.Ҡыҙ үҙе һөйләне бар хәлен атаһына.
Миршаттың асыуҙан сикәләре ҡыҫылды.Йоҙроғон төйнәп тештәрен шығырҙатты.
- Ниндәй йөҙ менән минең ҡыҙыма ҡул һуҙырға баҙнат иткән ул!? Ултыртам мин уны, тип ярһыны.
- Ҡуй,атаһы.Бөтә доньяға фаш итмәйек.Ҡалайтып мәктәпкә бара шунан һуң? Хәҙисәнең йыуаш ҡына инәлеүенә ире ажғырып яуап бирҙе.
- Ултыртам тигәс ултыртам! Ә һин тик ултыр.
Хәҙисә иренә ҡаршы һүҙ әйтергә баҙнат итмәне.Йоҡо ла осто.Ҡалған балалар нимә булғанын аңламай берсә атайҙарына,берсә әсәйҙәренә, берсә битен ҡулдары менән ҡаплап илап ултырған Айзилә апайҙарына ҡурҡыулы ҡараштарын төбәнеләр.Ни булғанын һорарға ҡыйыулыҡтары етмәне.
Иртәнсәк Миршат Хәҙисә менән Айзиләне район үҙәгенә милицияға алып китте.Ғариза яҙҙырып һалғас шул ыңғайы бер бүлмәгә индереп һорау алыу башланды.Больницаға барып справка килтерергә ҡуштылар.Ҡатын ҡыҙҙар консультацияһында кеше күп ине, ярты көндәре сиратта тороп үтте.Врачҡа ингәс тә әллә күпме һорау алдылар әле. Арина Андре.евна тигән уҫал гинеколог ҡараны ҡыҙҙы.
- Әсәйең менән ант ит әле.Һин бит күптән ҡыҙ булмағанһың.Юҡ.Көсләү булмаған бит.Буш менән булып йөрөмәгеҙ.
- Әсәйем менән ант итәм.Мин саф ҡыҙ булдым...
Айзилә илай илай ант итте, Арина Андре.евна ҡыҙ баланы тағы әллә күпме мыҫҡыл итте.Ҡыҙ бала түгелеп илай ине.Ишек төбөндә баҫып тороусы Хәҙисә аптырап тик торҙо.Балаһын яҡларға ла эшкинмәне.
Ҡабат милиция бүлегенә килделәр.Унда бында төрткөләп эткеләп алып йөрөткәндән һуң, прокуратураға ебәрҙеләр.Ундағы йәш кенә егет следователь аяуһыҙ ҡаты кеше булып сыҡты.Хәҙисә менән Миршат күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙҙарын әллә кемдәрҙән кәмһеттереп, мыҫҡыл иттереп ярты төнгә тиклем ултырҙылар прокуратурала.
Төнгә ҡарай следователь һәм бер көтөү милициялар ауылға егеттең өйөнә килеп төштөләр.Хәҙисә лә Миршат менән Айзилә лә шунда бергә килделәр.Следовательдең һорауына Эдик ыңғай яуап бирҙе.
- Ғәйебемде танмайым.Мин ғәйепле.
Өйгә инеп тикшереү башланды.Хәҙисәләр урамда көтөп ҡалды,уларҙы индермәнеләр.Январь айы тышта сатлама һыуыҡ.Сәғәттәр буйы урамда торған Хәҙисә менән Айзилә туңды.Бигерәктә Айзилә теше тешкә теймәй ҡалтыранды.
Ахырҙа Хәҙисә сыҙаманы, күршеләге өйгә ҡыҙы менән йылынырға инде.Һуң булыуға ҡарамаҫтан хужалар йоҡламаған ине әле.Мейестә ялпылдап ут яна.Әсәле ҡыҙлы ике бисара ут алдына ултырып йылындылар ҙа ҡабат урамға сыҡтылар.Ғәжәпкә ҡаршы урамда берәүҙә юҡ ине.Милиция ла ҡайтып киткән.Төнгө урам тып тын.Арыған һәм йонсоған Хәҙисә менән Айзилә ҡайтыу яғына ыңғайланылар.
Ҡайтып арлы бирле сәй эсеп тамаҡ ялғағас йоҡларға яттылар.Йоҡо йоҡомо ней ундай саҡта.Бик ауыр үтте бөгөнгө көн.
Хәҙисәне йоҡо алманы.Әйләнде лә тулғанды.Бер нисә тапҡыр тороп ҡыҙын байҡаны, бахырҡай арығандыр.Айзилә йоҡлай ине.Хәҙисә ҡыҙына йәлләп, йөрәге һыҙлап ҡарап торҙо ла ғәҙәтенсә бармағының осон танауына тигеҙҙе.Башҡа ваҡытта әсәһе ҡағылһа йылмая торған Айзилә, был юлы тертләне.Һиҫкәнеп уянды ла күҙҙәрен ҙур асып әсәһенә текләне.
- Ай алла.Ҡурҡыттым әллә.Йоҡла,йоҡла балам.
Ләкин ҡыҙҙың йоҡоһо осто.Башында уйҙар ҙа юҡ ине ахры.Айзилә тороп кейенде.Сәй ҡуйҙы.Атаһы иртә менән ҡайҙалыр сығып китте.Әсәһе бәләкәсте ҡосаҡлап ята әле тормай.Уңғанса, һеңлеләре тороп кейенешеп мәктәпкә киттеләр.Айзилә диванда бәпәйен имеҙеп ятҡан әсәһе янына килде.
- Иии, бәпесемде генә.Һеңлеһенең башын, биттәрен һыйпаны.
- Ҡуй, йоҡлаған баланы уятма,Хәҙисә асыуһыҙ ғына ҡыҙын тыйҙы.Айзиләһе әсәһенең битенән һыйпап
- Эй.й әсәй, тине лә алғы яҡҡа сыҡты.
Арыуы көслө инеме әллә йоҡоһоҙ үткән төндөң касафатымы Хәҙисә тора алмай тик ятты.Үҙен еңеп инде торам тиһә генә,балаһы шарылдап илап имсәкте ысҡындырманы.Үҙенә сат йәбешкән балаһынан арынып тора алмай ятты ла ятты.

Миршат ҡайтып инде.
- Һаман ятаһыңмы әллә? Айзилә ҡайҙа ул?
- Түрбашталыр.
- Өйҙә юҡ ул, ире дөбөр шатыр йүгереп сығып киткәс Хәҙисәнең йөрәге шыу итеп ҡалды.Ырғып тороп ишек төбөндәге быйманы кейеп өлгөрҙө,хәле бөткән Миршат ахылдап килеп инде.
- Ихх! Хәҙисә! Ҡарамағанһың,юғалттыҡ Айзиләбеҙҙе!
Миршат ҡабат йүгереп тышҡа сыҡты,уның артынан өҫтөнә лә кейергә онотоп Хәҙисә ташланды.Ире ике ҡуллап башын тотоп ишек алдында улай былай йүгермәләп алйот кешеләй йөрөй.
- Нишләргә?! Нишләргә?! Ах.Саҡ ҡына иртәрәк ҡайтманым бит.Әллә нишләп ҡайтҡым килеп күңелем ашҡынғайны, тотҡарландым бит.
Ҡапыл доньяның аҫты өҫкә әйләнде.Бөтә нәмә зыррр итеп әйләнеп китте.Хәҙисә ҡарға ултыра төштө.Күҙҙәре аларҙы,йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып туланы.Аяғына тора алманы аяҡтары тыңламаны.
Айзилә усаҡлыҡтың соланына инеп аҫылынған ине.Миршат ҡыҙын иҙәнгә төшөрөп һалған.
Хәҙисә иҙәндә һуҙылып ятҡан ҡыҙы янына имгәкләп килде.
- Балаҡайым!!! Балаҡайғынам!!!
Ҡыҙының сәстәрен һыйпаны.
- Ас күҙеңде.Ҡолонсағым.
Хәҙисә Айзиләнең битенән һыйпаны,ҡулдарын тотто.Әсә кеше ҡапыл тертләне.Ҡыҙҙың тәне боҙ шикелле һыуыҡ ине.
Айзилә һыуынып өлгөргән ине.Әсәһен,яҡындарын ҡара ҡайғыға батырып ҡыҙ бала уларҙы мәңгелек.кә ташлап киткәйне.
Ул арала кеше йыйылды.Ҡыҙҙы ҡалаға экспертизаға алып киттеләр.Хәҙисә бер өйгә инде, бер тышҡа сыҡты.Аптыраны,альяны.Кемдәрҙер нимәлер эшләп улай былай йүгереште.Хәҙисәне ҡосаҡлап һөйҙөләр,йыуаттылар,нимәлер һөйләнеләр.Тик ҡатын бер нәмә лә ишетмәне, бер нәмә лә аңламаны.
Мәйетте алып ҡайтҡас бер төн өйҙә һаҡлап ултырҙылар.Иң ауыр мәл ошолор.Хәҙисәнең дә Миршаттың да атай әсәйҙәре, яҡындары төндә ултырҙы.Хәҙисә ҡатты,тамаҡтан яҙҙы.Бәләкәс балаһын да онотто.Сабый диванда ултырған әсәһе алдына имгәкләп килеп ултырҙы ла башын шым ғына әсәһенен түшенә терәп тик кенә ултырҙы.
Иртәнсәк ир аттар ҡәбер ҡаҙыу өсөн зыяратҡа китте.Әбейҙәр, ҡатындар мәйетте тәрбиәләне.
Айзиләне оҙата сыҡҡас,Хәҙисә шым ғына кейенде.
- Ҡайҙа бараһың, тиеүселәргә , зыяратҡа, тип шым ғына яуап биргән ҡатынды тотоп ҡалдылар.Хәҙисә төпкә инеп ултырҙы.Һеңлеләре иҙән йыуа, әбейҙәр аят уҡый.Кешеләр таралышты.
Балҡып торған өйө ҡараңғы баҙҙы хәтерләтте Хәҙисәгә.Доньяның бөтә матурлығын Айзиләһе һыпырып ҡына алып китте лә барҙы.Хәҙисә иңрәне.
- Инде нисек кенә йәшәрмен икән?!
Ҡыҙын ерләгәндән һуң Хәҙисә миңрәүләнеп ҡалғандай йөрөнө. Өйҙөң бар йәмен Айзиләһе алып китте ахры.
Миршат ҡайғыһын араҡы менән йыуҙы, өйгә ҡайтһа ҡайтты ҡайтмаһа юҡ.Балалар шымып ҡалды.Ошоғаса шаулап гөрләп торған йортта тормош һүнеп барған шәм кеүек ине.Хәҙисә башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып төндәр буйы илап сыҡты.Көндөҙҙәрен бик сыҙамаһа мунсаға инеп бикләнеп үкереп үкереп илап алды.Иренә,балаларына күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырышты.
Дуҫ иштәре,тыуған тыумасалары ишле уның, ҡатынды яңғыҙлатманылар.Көн һайын тиерлек хәлен белешеп килеп китеп йөрөүселәрҙән ишек ябылманы. Миршаттың класташы Ғәфүрә көнөнә өс дүрт килде.Ғәфүрәне ире ташлап киткәндән һуң , эскелек.кә ныҡ бирелде.Урам буйында эсеп теләһә ҡалай йөрөһә лә,үҙе кешелекле изге күңелле ул.Ҡайғыһына батып,ҡулына бер эш тә тота алмаған Хәҙисәгә ныҡ ярҙам итте Ғәфүрә.Ишектән шарылдап килеп инде, һыу йылыта һалып керҙәрен йыуып элде,һауыт һабаһын ялтыратып йыуып ҡуйҙы,шарт та шорт иҙәндәрҙе йыуып сыҡты.Балаларына ашарға бешереп һуң ғына ҡайтып китер булды.
Әхирәттәре килде Хәҙисәгә.Араларында араҡы тотоп килеүселәре лә бар ине.
- Ҡайғыны баҫа ул.Әйҙә бер рюмкә генә тот, Миңсара ҡыҫтап ҡыҫтап Хәҙисәнең ауыҙына бер рюмкә араҡыны көсләп тиерлек ҡойҙо.Хәҙисә сәсәне,үҙәк буйҙарын яндырып төшөп киткән араҡынан күҙ алдары томанланды,башы әйләнде.Хәҙисә ғүмерендә лә рюмкә тотманы.Ҡунаҡ мунаҡ,туй муйҙа ла эскәне булманы.Инде ҡырҡ бишкә еткән ҡатын әхирәттәренең ҡыҫтауына ҡаршы килмәне,бәлки ысынлап та еңеллек килер тип һәр бер ҡойғандарын эсеп тик ултырҙы.Эсеп иҫерҙе лә тәгәрәп ятып иланы.Еңеллек килмәне.Башы әйләнеп,күңеле болғанып киреһенсә ҡыйын булып тик торҙо.Араҡының ни икәнен белмәгән Хәҙисә анда бында эскеләп ҡайтты, бер эшкә лә ҡулы барманы.Алайҙа Йәнгүзәле бар уның, ана бит уҡшыған әсәһенә йүгертеп тас килтерҙе.
- Әсәй,әсәкәйем!!! Мин бирешмәм.Ҡалған балларыңды уйла.Һин эскесегә әйләнеп китһәң беҙ ҡалайтырбыҙ?
Ҡыҙының йомшаҡ ҡына әйткән һүҙҙәре йөрәгенә хәнйәр кеүек ҡаҙалды Хәҙисәнең.Ул оялышынан күҙҙәрен йомоп стенаға әйләнеп ятты.
- Эскесегә әйләнеп ҡуйма. . . эскесегә әйләнеп ҡуйма... ошо һүҙҙәр бер туҡтауһыҙ мейеһен бырауланы.Ҡайғыһына батып башҡа балалары барлығын да онотҡан да баһа.Булған эшен Ғәфүрә килеп эшләй,ун дүрт йәшлек Йәнгүзәленә көс төшә, ә ул илап буҙлап тик ята.Ҡайғыһын баҫам тип эсеп маташа.Миршаты йөрөй әллә ҡайҙа.Уның ҡасан айыҡ булғанын да хәтерләмәй Хәҙисә.Үҙе лә ире арбаһына ултырып китеп бара түгелме һуң? Ҡатын айныны.Юҡ,ярамай былай,ярамай.Үҙен ҡулға алды.Ҡайғыңды уртаҡлашам тип эсерергә маташыусыларҙы кире ҡағырға көсө етте.Ғәфүрә лә аҙым һайын нотоҡ уҡыны.
- Хәҙисә.Ҡайғыны араҡы менән йыумайҙар.Эсә күрмә.Йәшел йыланға бер башыңды тыҡһаң ҡабат ҡотола ла алмаҫһың.Бына һиңә живой пример алдыңда торам.Минең һымаҡ булғың киләме? Эс әйҙә улайһа.
- Аллам һаҡлаһын, тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Хәҙисә.
- Үәт,үәт.Һаҡлаһын шул.Һинең бит балаларың бар.Ә минең чуртым да юҡ.
Уйлап ҡараһаң икеһе лә бик йәл был ике ҡатындың.Ғәфүрә эскелек һаҙлығына муйынынан тиерлек батҡан.Ғүмеренең ахырынаса шул һаҙлыҡтан ҡотола ла алмаҫтыр,хәйер,үҙе әйтте бит,теләһәм дә ҡотола алмайым тип.Хәҙисә балаһын юғалтып,шул ҡайғыһын баҫа алмайынса шул һаҙлыҡҡа бер аҙым эшләп ҡараны.Ярай әле,кире сигенерлек көс тапты үҙендә.Йәнгүзәле ҡотҡарып ҡалды уны.

Бәлиғ булмаған баланың үҙ үҙенә ҡул һалыуы тирә яҡта ҙур шау шыу тыуҙырҙы.Тикшереү,судҡа саҡыртыуҙарҙың осо ҡырыйы күренмәне.Ҡыҙҙарының фажиғәһенән шаңҡыған атай менән әсәйҙе следовательдәр ҡанһыҙ, ҡаты һорау алыуҙар менән тағы ла нығыраҡ шаңҡыта инеләр.Районға судҡа йөрөй йөрөй хәлдән тайҙылар.Тәүҙә үҙ ғәйебен танып торған Эдик та судта үҙ һүҙҙәрен үҙгәртте.Имеш улар Айзилә менән электән йөрөгәндәр.Айзилә уны яратҡан үҙе теләп бирелгән икән.
Хәҙисә шаҡ ҡатты,аптыраны.
Ун алты йәше яңы тулған Айзиләһенең күңеленә оҡшаған егет бар ине әлбиттә.Бер серен әсәһенән йәшермәгән ҡыҙының егеттәр менән йөрөгәнен йөрөмәгәнен белмәй инеме һуң ул? Күрше егете Фәрхәт ине ҡыҙҙың күңелендә.Һуңғы тапҡыр һөйләшеп ултырғандарын бөгөнгөләй иҫләй Хәҙисә.
- Әсәй.й.й. Һиңә бер сер асайыммикән?
Иркә генә тауыш менән, һуҙып ҡына хәбәр һалған ҡыҙына көлөмһөрәп ҡараны ҡамыр баҫып тороусы Хәҙисә.
- Ас кәнишне.Миңә асмай кемгә асаһың ул серҙе.
- Нишләп ҡыҙ кеше егеткә ғашиҡ булһа,үҙе башлап мөхәб.бәтен белдерергә ярамай икән ул ?
- Кемде уйлап төн йоҡолары осто икән минең ҡолонсағымдың?
-Эй,әсәй.Фәрхәт матур егет ивет?
-Ҡайһы Фәрхәт ул?
- Шул бер Фәрхәт инде.Ауылда нисә Фәрхәт бар һуң?
- Матур шул.Ә һин үҙең башлап белдер уға оҡшатыуыңды.Хәҙер бит боронғо заман түгел.
- Үҙем? Ә ул мине оҡшатмаһа? Юҡ.юҡ.Низачто! Лучше мин страдать итәм.Ул белмәһен,белмәһен.
Һәм бөгөн шул ҡыҙға әллә күпме бысраҡ өйҙөләр.Ата әсәһен хурланылар.Судта ғына түгел ауылда ла үсәүсе кешеләр табылды.Хәҙисә ишетмәҫ һүҙҙәр ишетә ишетә иҫе китте.Ҡайһыла йығылыр сик.кә еткән саҡтары булды.
- Тәрбиә бирмәгәнһең ҡыҙыңа! Ҡыҙың үҙе йөрөгән. Өйөнә инеп әйтеп сығыусылар була уға.Эдиктың ағалары Миршатты тотоп алып һыу эскеһеҙ итеп туҡмауҙары иҫәпһеҙ ине.Ҡанға батып, әҙәм ҡарағыһыҙ булып ҡайтып йығылған иренә инәлеп күп иланы Хәҙисә.
- Китәйек берәй ергә күсеп.Китәйек ошо ҡәһәр һуҡҡан ауылдан!
-Китмәйем! Бер ҡайҙа ла китмәйем.Ире тиҫкәреләнде.
-Барыбер йәшәтмәйем мин ул сволочты!Төрмәгә ултыртмаһалар үҙем үлтерәм! Ярһыған ирен тынысландырыр һүҙҙәр табыуы ла бик ауыр ине Хәҙисәгә.Матур ғына тәгәрәгән тормошоноң аҫты өҫкә әйләнде бит.Ҡабат һис ипләнмәҫ һымаҡ тойолдо уға был тормош.
Сираттағы суд ултырышында судьяның һорауҙарына яуап бирерлек көсө ҡалмағайны Хәҙисәнең.Ул ярһыны, сығырынан сығып ҡысҡырҙы.
- Нишләп минән көләһегеҙ?! Нишләп мине мыҫҡыл итәһегеҙ?!
-Апай, һеҙҙән берәү ҙә көлмәй.Судтың тәртибе шулай бит.
- Бөтәгеҙҙе лә ҡәһәр һуҡһын!!! Минең көнөмдө Хоҙай һеҙгә лә бирһен! Ярһып ҡысҡырған Хәҙисәгә судья ла прокурор ҙа бер ни ҙә өндәшмәне,баштарын түбән эйеп тынып ҡалдылар.Бары тик егеттең адвокаты ғына әсе көлөмһөрәп,
- Беҙ балаларыбыҙҙы үлтерер өсөн тапмағанбыҙ, тине.Хәҙисәнең күҙ йәштәре йылға булып аҡты.
- Ә мин үлтерер өсөн таптыммы ни?Минеке үлһә лә яраймы?
Эдикты ике йылға ултыртырға тип хөкөм сығарҙылар.Ләкин,әсәһе һәм юғарыла ултырыусы ағаһы алып ҡалды.Хәҙисә менән Миршат үҙҙәре хурлыҡҡа ҡалды.Егеттең ғәйебен тикшерә торған урынға киреһенсә уларҙы ғәйепләнеләр.Таныш тоношлоҡтоң, юғары урында ултырыусы туғаның булыуы ҙур көс икәнен шунда аңланы Хәҙисә.Их.х.х.Үкенде лә һуң ул,тик терһәкте генә тешләп булмай шул.Ире ыңғайын ғариза яҙырға китеп бармаһа, бәлки балаһы үлмәҫ тә ине.
Ә Эдик ялғанлап ялғанланы.Хатта йөҙөндәге бер тамыры ла һелкенмәне.Хәҙисәнең дә түҙемлеге шартланы.
- Башҡаса судҡа килмәйем.Делоны ябығыҙ.Үлер балам үлгән,инде нимә тикшерәһегеҙ? Әллә мине ҡәбергә тығыр китәһегеҙме?
Хәҙисә тыныс ине.Һалҡын әммә ҡаты тауыш менән һеңдерә әйтте ул.
- Эдик! Йәшә.Мин һине Хоҙай хөкөмөнә тапшырам.Әгәр ҙә ҡасан булһа ла һиңә тормошҡа сығырлыҡ ҡыҙ табылһа,ҡыҙың тыуһа , минең баламдың яҙмышын ҡабатлаһын тип теләйем.Шул һиңә иң ҙур яза буласаҡ.Бел әсә рәнйеше ебәрмәйәсәк.
Хәҙисә судтан сығып китте,Эдик мыҫҡыллы йылмайып ултырып ҡалды.

Ҡайғы хәсрәтен күңеленең иң төбөнә бикләп артабан йәшәргә тырышты Хәҙисә. Ваҡыт дауалай тигәндәре һис кенә лә дөрөҫ түгел.Ваҡыт үткән һайын йөрәк әрней.Һис тә онотолмай.Бары тик шул ҡайғы менән йәшәргә өйрәнде Хәҙисә.Шаярҙы,көлөр урында көлдө.Ә эсендә дөрләп янған ут ине.Ялҡынын тышҡа сығарманы ғына.
Йылдар үтте.Эдик алыҫ райондан кәләш алып ҡайтты.Бер бер артлы балалары тыуҙы.Хәҙисә уның доньяла барлығын да иҫләмәне.Бары тик ҡәһәрләнгән әҙәм менән яҙмышын бәйләгән ҡатынды йәлләне.Бигерәк матур ҡыҙҙы кәләш итеп алған.Алманың аҫылын ҡорт ашай тиеүҙәре дөрөҫ икән.Бахыр ҡыҙ бала кем менән яҙмышын бәйләүен белмәнеме икән ни? Эй,ярай ҙа үҙҙәре килешһә булған.Уларҙа ни эшем бар тип Хәҙисә үҙен улар тураһында уйлауҙан тыйҙы.
Яңыраҡ ауылға көслө күрәҙәсе килгән тип һөйләнеләр.Хәҙисә белмәй ҡалды.Күрәҙәсе туҡтаған өйҙөң хужабикәһе Маһира апайҙың һөйләүенсә,баяғы Эдик ҡыҙын етәкләп килгән имеш күрәҙәсегә.Ҡыҙ бала көслө ауырыу менән ауырый икән.Йөрөтмәгән ер ҡалманы ти икән.Күрәҙәсе әйткән имеш.
- Был бала һинең ҡылған гөнаһың өсөн яза.Төҙәлмәй.
Маһира апай ултыра төштөм тип һөйләй.Иҫемә келт итеп Хәҙисә төштө.Аһ!Хоҙай барҙыр , булмаһа шундай хәлдең булыуы мөмкинме ни,тип Хәҙисәгә һөйләне.
Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән, абруйлы Маһира Хөрмәт ҡыҙы буш хәбәрҙе һөйләп ултырмаҫ та инде.Хәҙисә уның хәбәренә шатланманы.Йөрәге һыҙлауы көсәйҙе генә.
Йә,аллам.Кисер мине.Ул баланың ни ғәйебе бар?
Үҙенең Эдикты ҡарғаған саҡтарын иҫләне.Анауынса ҡайғы хәсрәт эсендә ултырғанда ҡарғағанмындыр ҙа.Хоҙайым,кисер мине.Сабыйҙың ауырыуына минең рәнйешемдең ҡыҫылышы булмаһын инде тип теләне.
Кешенең яҙмышы әсә ҡарынында саҡта уҡ,йән кермәҫ борон маңлайына яҙылып ҡуйыла икән тип әсәһенән ишеткәне бар Хәҙисәнең. Күптән инде уның йөрәгендә Эдик.ка нәфрәт тә дошманлыҡ хисе лә юҡ.Миршаты ғына тештәрен шығырҙатып ҡуя ҡуйыуын.Ә Хәҙисә уны бәлки ғәфү итмәгәндер ҙә,бары тик ул уның өсөн бер шәүлә генә.Ҡасандыр уның ғәзиз балаһының яҙмышының үҙгәреүенә һәм уның үлеменә сәбәпсе булған әҙәм,Хәҙисә өсөн бөгөн шәүлә.
Ҡышҡы бурандарҙа көрт йырып зыяратҡа бер ҡатын килә.Сәстәре шәл эсенән туҙырап сыҡҡан,күҙҙәрендә үҙәк өҙгөс һағыш.
- Һаумы,ҡолонсағым! Бына килдем балаҡайым.Ҡана ла һуң хәҙер һин яныбыҙҙа булһаң.Көңгөр ҡаңғыр эш менән булыр инек.Кейәүгә лә сыҡҡан булыр инеңме икән?Өләсәй булған булыр инем.Эй,балам.Үҙәктәрем өҙөлөп һағынам бит һине.!!!
Ҡатын көрткә сумып һалҡын ҡәбер янында ултырҙы ла ултырҙы.Хатта бәлтәһенең итәгенең ҡарға һыуланыуын да һиҙмәне,һалҡын әсе елдең биттәрен семетеүен дә тойманы.Биттәре буйлап аҡҡан күҙ йәштәренең туңғанына ла иғтибар итмәй ултырыуын белде...
Һалҡын,әсе еле үҙәк.кә үткән көҙҙәрен дә,йылы матур яҙҙарын да,ҡояш ҡыҙҙырыуына сыҙар әмәл булмаған ,сарсауға дусар итерлек эҫе йәйҙәрен дә килә ул зыяратҡа.Килмәй нишләһен?
Туғыҙ ай буйы күкрәк тәңгәлендә йөрөткән сабыйы, ҡыуандырып шатлыҡтарға күмеп доньяға ауаз һалған ҡыҙғынаһы,ер һыу илатып,бөтмәҫ ҡайғыларға һалып киткән,ваҡытынан алда ҡырау һуҡҡан гөлө ҡара ер ҡуйынында ята.
Килмәй нишләһен? Башын ҡайҙа тығыр урын тапмағанда,йөрәге ярһыуын баҫа алмағанда, ҡыҙынан башҡа кем янына барһын ул?

Осо ҡырыйы күренмәгән Оло юлдан бер ҡатын атлай.Юл оҙон.Ҡатын белмәй, юлдың осона барып етерме әллә юлы берәй ерҙә өҙөлөрме?
Ул бары тик атлауын белә.Атлауы һис кенә лә еңел түгел.Арҡаһына ауыр йөк артмаҡлаған.Көсө барҙыр үҙенең йөкмәп килә бит.Көсө бөтһә йығылыр ине,йығылмағас тимәк,көсө бар әле.Йөгө ауыр.Ҡайғы,ғазап йөгөн йөкмәп бара ул.Юлының ахырынаса шулай атлар ҙа атлар ул.Ул Хәҙисә.

Осһоҙ ҡырыйһыҙ юлдан тағы ла берәү атлап килә.Йәш кенә ир.Уның да йөгө ауыр.Ул да белмәй юлдың осона сығырлыҡмы әллә юҡмы? Күңелендә нимә? Үҙенән башҡа бер кем белмәй.Уның йөгө икеләтә ауырыраҡ.Ғүмер буйы кешеләрҙең ғәйепләү, күралмауҙарын йөкмәп барыу анһатмы ни? Ир атлай, башын аҫҡа эйгән килеш.Башын күтәреп кешеләрҙең йөҙөнә тура ҡарау бәхетенән ул мәхрүм.Һәр ваҡыт үҙенә осраған утлы ҡараштарҙан ул бөршәйеп ҡала.Хәҙисә үс һаҡламау менәнме ни? Унан башҡа нисә пар күҙҙәр өнһөҙ асыу менән бағалар?
Ауыр уның йөгө,Хәҙисәнекенән дә ауыр.Һелкетә ташлап ҡына китер ине лә һуң, булмай шул.Арҡаһына көмөрө кеүек йәбешкән шул ғәйеп һәм ғазаплы йөгө.Был Эдик.Ғүмеренең ахырынаса ҡотолоу яҙмаған уға был йөктән.Ғазаплы йөктән.

Миңзифа Ҡашҡарова.
Читайте нас: