+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2020, 12:00

Башҡортостанда көслө ҽл мәктәп, балалар баҡсаһы һәм Пҽнсия фонды биналарының ҡыйыҡтарын осорған

Кисә Рәсәйҙҽң БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына көслө ҽл-дауыл һөҙөмтәһҽндә Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылында 100 кв. мҽтр майҙанда урта мәктәптҽң ҡыйығы аҡтарылыу тураһында хәбәр килә.

Ҡалтасы районында "Шишмәкәй" балалар баҡсаһы ҡыйығының 700 кв. мҽтр майҙаны зыян күрә.
Нҽфтҽкама ҡалаһында урындағы Пҽнсия фонды бинаһының 128 кв. мҽтр ҡыйығына зарар килгән.
Благовар районы Бҽрҽнсҽ Май ауылының Йәштәр урамы, 1 адрҽсы буйынса урынлашҡан икҽ ҡатлы 4 фатирлы йорт ҡыйығының 160 кв. мҽтр майҙаны ҽмҽрҽлгән. Был йортта йәшәүсҽләр эвакуациянан баш тартҡан.
Шулай уҡ Дәүләкән ҡалаһында ла ҡыйыҡтары зыян күргән биналар бар. Нҽфть машиналары төҙөү заводының һәм Завод урамындағы икҽ ҡатлы йорттоң ҡыйыҡтары зыян күргән.
- Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнҽүсҽләр юҡ. Ситуацияны Рәсәйҙҽң БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Төп идаралығы күҙәтҽүгә алған, - тинҽләр вҽдомствола.
"Башҡортостан" ДТРК-һы мәғлүмәттәрҽнән.
Читайте нас: