+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2020, 15:10

28 апрель - Халыҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау көнө.

Эш хәүефһеҙ булырға тейеш

1989 йылда Америка һәм Канада эшселәре беренсе тапҡыр эш урынында ҡазаланған йәки һәләк булған хеҙмәттәштәрен хәтерләү көнө уҙғара. 2003 йылдан Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы тәҡдиме менән был көн эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәтселек иғтибарын производствола йәрәхәт алыу һәм хәүефле эш шарттары проблемаларына йүнәлтеү, шулай уҡ ошо проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә башлай.
Ҡайҙа ғына эшләһәгеҙ ҙә Һеҙҙең ғүмерегеҙ һәм һаулығығыҙ иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе булып ҡала һәм күп осраҡта һеҙҙең шәхси хәүефһеҙлегегеҙгә булған мөнәсәбәтегеҙгә бәйле. Эш биреүселәр тарафынан хеҙмәтте һаҡлау нормаларын һәм ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймағыҙ, үҙегеҙ ҙә уларҙы теүәл үтәгеҙ.
Тик уртаҡ көс, берҙәмлек менән генә производствола хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына зыян килеү һәм үлем осраҡтарын кәметергә була.
Читайте нас: