-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2020, 18:10

Дәүләкән: киләсәкте кешеләр һайлай

Анкеталар тултырыу 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк

Дәүләкән ҡалаһы Рәсәй Федерацияһы Төҙөлөш министрлығы уҙғарған бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнаша. Был инде -дәүләкәндәрҙең күп хыялдары ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк, тигән һүҙ. Хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт етте. Етмәһә, ҡала үҙәген төҙөкләндереү проекты әҙер булырға бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Әлеге мәлдә «Проект төркөмө 8» территориялар үҫеше өлкәһе эксперттары һәм «ZARF» архитектура бюроһы Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты ярҙамында дәүләкәндәрҙең фекерен өйрәнде, йомғаҡ яһаны һәм киләсәк проект буйынса тәүге эштәрен тәҡдим итеп, онлайн-фекер алышыу уҙғарҙы. Ҡалабыҙ халҡының теләктәрен иҫәпкә алып, проектлаусылар презентация әҙерләне һәм уның барышында яҡын киләсәктә үҙәк парк, Мәжит Ғафури урамы һәм Ҡыҙыл Майҙан, вокзал яны майҙаны һәм Дим йылғаһы ярына төшә торған урын нисек үҙгәрә аласағы тураһында һөйләне.
Дәүләкәндәр йәйәүлеләр зоналары, йәшел үҫентеләр, ял, балаларға күңел асыу һәм спорт сараралары өсөн урындар өҫтөнлөк алып торған был ҡала территорияларының планын үҙ күҙҙәре менән күрә алды. Махсус ҡатламлы велосипедсылар өсөн юлдарҙың маршруты, үҙәк парктағы элекке бейеү майҙансығы урынында сәхнә, ҡала майҙанында өлкәндәр өсөн бәүелсәктәр, яр буйында ултырыу өсөн пирстары булған һыуға төшөү урыны һәм кәмәләр станцияһы билдәләнде. Былар проектлаусылар тәҡдим иткәндәрҙең бөтәһе лә түгел әле.
Онлайн-фекер алышыу барышында дәүләкәндәр уңайлы ҡала мөхитен ниндәй итеп күреүҙәре тураһында хәбәр итте, һорауҙар бирҙе, күп объекттарҙың ҡайҙа урынлашасығын асыҡланы, уларҙың файҙаһы булыу-булмауы хаҡында уйланды. Быларҙың барыһы ла архитекторҙарға артабанғы проектлау эштәренә нигеҙ булды.
Бөтә был территорияларҙы үҙ эсенә алған әҙер проектты конкурсҡа оҙатҡансы бер айға яҡын ваҡыт ҡалды. Ә әлегә ҡаланың һәр кешеһе планлаштырылған төҙөкләндереүгә үҙенең төҙәтмәләрен индерә ала. Бөтә объекттарҙы проектлауға баһағыҙҙы бирегеҙ һәм үҙегеҙҙең идеяларығыҙҙы gorod.love/davlekanovo махсус сайтында тәҡдим итегеҙ.
Анкеталар тултырыу 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк, ә 6 майҙа инде архитекторҙар, кешеләрҙең теләген иҫәпкә алып, ҡала үҙәгенең участкалары өсөн аныҡ тәҡдимдәрен фекер алышыуға сығара.
Хөрмәтле дәүләкәндәр, Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүгә, федераль финанслауҙы йәлеп итеүгә һәм ҡалабыҙ йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә мөмкинлек беҙҙең ни әүҙемлегебеҙгә бәйле. Проект тураһында бөтә мәғлүмәт gorod.love/davlekanovo сайтында баҫыла. Әгәр интернетығыҙ юҡ, ә һеҙ үҙ тәҡдимегеҙҙе индерергә теләйһегеҙ икән, 2-48-40 телефоны аша проект командаһына белдерә алаһығыҙ. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: