-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2020, 16:00

"Сит кешенең әйберен алғанһың бит!"

Һин дә мин йөрөгән Сәғиҙә ҡапыл ауырый башланы: башы әйләнә, хәле бөтә, күҙгә күренеп ябыҡты. Ҡырҡ йәштә шулай ауырып йөрө инде, тип ғәжәпләнде ул. Яман шеш булмағайы тип, табиптарға ла йөрөнө.

Тикшерҙеләр, ҡаранылар. Анализдар бөтәһе лә һәйбәт ине. Шулай ҙа табиптар уға дарыуҙар яҙып, бер аҙ дауаланырға кәңәш бирҙе. Әммә ҡатындың хәле еңеләймәне. «Үлеп китһәм, балаларым бигерәк бәләкәй бит әле», тип хафаланды ул. Кинйәһе өсөнсөлә генә уҡый шул.
Көндәрҙең береһендә өләсәһе:
- Бер ауылда өшкөрөүсе йәшәй, тиҙәр. Килешә икән, - тип күрше райондағы әбейгә барырға кәңәш бирҙе.

Ундай хәбәргә бигүк ышанып бармаһа ла, юлға сыҡты Сәғиҙә. Әбейҙең өйөндә халыҡ шаҡтай йыйылғайны. “Былай булғас, дөрөҫтөр инде, кеше тикмәгә йөрөмәҫ”, - тип үҙен йыуатты ул.

Сират уға ла етте. Етмеш йәштәрҙәге сыуаш әбейе ҡатынға ҡарап торҙо ла:

- Һин бит сит кешенең әйберен алғанһың! - тигәс, Сәғиҙә аптырап китте. Уңайһыҙланып ҡына:

- Ғүмере кеше әйберен урлағаным булманы, - тине.

- Миң һиңә урлағанһың тимәйем бит. - тине әбей. - Ныҡлабыраҡ уйла әле.

Шул мәл Сәғиҙәнең башына келт итеп бер ваҡиға иҫенә төштө. Ярты йыл элек самаһы ире уға ҡул сәғәте табып алып ҡайтып бирҙе бит.

- Ирем ошо сәғәтте табып алғайны, - тип беләгендәге сәғәтте күрһәтте ул. Әбей уға шунда уҡ был сәғәте сисеп, ергә күмергә кәңәш бирҙе.

- Икенселәй бер ваҡытта ла кеше әйберен алма, - тине ул. - Ҡайһы берәүҙәр насар ауырыуҙарынан, уйҙарынан, проблемаларынан ҡотолор өсөн үҙҙәренең әйберҙәрен махсус рәүештә ташлап ҡалдыра. Балаларығыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ, - тип Сәғиҙәгә өшкөрөп тоҙ бирҙе.

Бер нисә аҙнанан, ысынлап та, Сәғиҙәнең хәле һәйбәтләнә башланы.

Фото: zastavki.com
Автор: Венер Исхаҡов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sit-keshene--yberen-al-an-i-bit-103398/
Читайте нас: