+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2020, 21:30

Тажлы үләт

Аяп тормаҫ яуыз, ҡанһыҙ үләтБеҙгә килеп ишек ҡаҡмаһын!

Тажлы үләт илдән-илгә күсеп
Килеп инде тыуған еремә.
Ни кәрәк һуң, беҙҙең һәләкәтме,
Бығау һалырғамы телемә?!
Ысынбарлыҡ итеп ҡабул итмәй
Уйнап-көлөп кенә ҡарайбыҙ.
Ҡанһыҙ әжәл боғаҙыңдан алғас
Һуңлап ҡына барын аңлайбыҙ.
Кемдер һылтай уны сәйәсәткә
Терәтә тип беҙҙе көрсөккә.
Ҡайһылары хөкүмәтте тетә
Ябай халыҡ яман, үсекһә...
Һаҡланайыҡ дуҫтар! Кешелеккә
Янағанда шундай ҙур әфәт.
Юғарынан беҙгә ебәрелгән
Һынауҙыр тим, бәлки был михнәт.
Ил ҡыҙырған тажлы вирустарҙан
Хоҙай тәғәлә беҙҙе һаҡлаһын!
Аяп тормаҫ яуыз, ҡанһыҙ үләт
Беҙгә килеп ишек ҡаҡмаһын!
(автор Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова)
Читайте нас: