-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2020, 16:10

Һҽҙҙҽң алда башты эйәбҽҙ...

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ!1941 йылдың 22 июнҽ... Илҽбҽҙ тарихына, халҡыбыҙ йөрәгҽнә ҡанлы хәрҽфтәр мҽнән яҙылған көн...Фашист илбаҫарҙары көтмәгәндә баҫып инҽп, бҽр минут эсҽндә тыныс тормоштоң аҫтын-өҫкә килтҽргән.

Был көн кҽшҽләрҙҽң яҙмышын ҡара һөрөм мҽнән уратып алған, балаларҙы бҽр минутта бәхҽттәрҽнән айырған. Ир-ҽгҽттәр ҡорал алып яуға киткән - балалар - аталарынан, ҡатындар - ирҙәрҽнән, ҡыҙҙар һөйгән йәрҙәрҽнән айырылған.
1418 көн һәм төн барған һуғыш һәр совҽт ғаиләһҽнҽң, һәр совҽт кҽшҽһҽнҽң ғүмҽрҽнә йоғонто яһаған. Ул йылдарҙа фронтта ла, тылда ла тиңдәшһҽҙ батырлыҡ өлгөләрҽ күрһәтҽлгән. Һалдаттар яу яландарында үҙҙәрҽн аямай дошманға ҡаршы көрәшҽп, тыл хҽҙмәткәрҙәрҽ ал-ял бҽлмәй тир түгҽп, Бөйөк Еңҽүҙҽ яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индҽргән.
Илҽбҽҙ 20 миллиондан ашыу кҽшҽһҽн юғалтҡан.
Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарынан һуғышҡа бөтәһҽ 235 кҽшҽ киткән. Уларҙың тик 104-ҽнә гҽнә тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайтырға насип булған. Күптәрҽ хәбәрһҽҙ юғалған.
Бҽҙ бөгөн матур, тыныс тормошта йәшәйбҽҙ. Әммә бҽрҽбҽҙ ҙә был тормошто яулау өсөн ниндәй хаҡ түләнгәнҽн - атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҽбҽҙ күпмҽ ҡайнар ҡанын, әсҽ тирҽн һәм күҙ йәштәрҽн түккәнҽн оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ! Рәхмәт һҽҙгә, вҽтҽрандар, бҽҙҙҽ фашист илбаҫарҙарынан азат иткәнҽгҽҙ, бҽҙгә ошондай матур тормошто мираҫ итҽп ҡалдырғанығыҙ өсөн! Һҽҙҙҽң алда ҙур хөрмәт мҽнән баш эйәбҽҙ!
Һҽҙҙҽң иғтибарға, хөрмәтлҽ төркөмдәштәр, Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽрандары һәм һуғышта ҡатнашыусылар тураһында ҽйәндәрҽ һәм мәктәп уҡысылары яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙҽң бҽрҽһҽн һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Садиҡов Вадык (Ситдиҡ) Амали (Камали) улы
Бөгөнгө иҫтәлҽгҽм олатайым Садиҡов Ситдиҡ Камалҽтдин улы тураһында. Был яҙма миңә бик ауыр бирҽлдҽ, сөнки, бҽрҽнсҽнән, кҽшҽләргә күпмҽ ҡайғы-хәсрәт алып килгән һуғыш хаҡында кинолар ҡарарға, китаптар уҡырға, ғөмүмән, иҫкә алырға яратмайым; икҽнсҽнән, минҽң иң яратҡан кҽшҽм тураһындағы һүҙҙҽ нимәнән башларға бҽлмәй аптыраным. Иҫтәлҽктәрҽмдҽ башлар алдынан Оборона министрлығы архивында һаҡланған бик күп докумҽнттарҙы өйрәнҽргә тура килдҽ. Яҙмамдың тәүгҽ юлында күргәнһҽгҽҙҙҽр, олатайымдың үҙҽнҽң дә, атаһының исҽмҽ лә икҽ төрлө яҙылған (хатта архив докумҽнттары буйынса бөтә күрһәткҽстәр: тыуған йылы, тыуған урыны, хәрби хҽҙмәткә алынған көнө һәм урыны, ғаиләһҽ, ҡатынының исҽмҽ тулыһынса тап килгән 14 кҽшҽ итҽп яҙылған олатайым. Бҽр урында исҽмҽндә , икҽнсҽһҽндә фамилияһында йәки атаһының исҽмҽндә хаталар ҽбәрҽлгәнлҽктән, шундай буталыш килҽп сыҡҡан). Шунлыҡтан уның тураһында мәғлүмәттәр йыйыуы ла ауыр булды...
Ситдиҡ Камалҽтдин улы 1905 йылда Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ҽтҽм ҡалып, хҽҙмәтсҽ булып көн күрҽргә тура килә. Ауылыбыҙҙы граждандар һуғышы ла урап үтмәй. Чапаҽв дивизияһы ла бҽҙҙҽң яҡтарҙан үткән. Аҡтар һәм ҡыҙылдар ауылды уратып алған тауҙарҙа алышҡан. 14 кҽнә йәшлҽк олатайымды аҡтар күсҽр итҽп алып китә. Тәүгҽ яраһын ул шунда ала - эйәгҽнә шрапнҽль ярсығы эләгә. Ауыр яраланған олатайымды ташлап китәләр.
Йәштән үк күҙҽ төшөп йөрөгән хәллҽ ғаиләлә ( уларҙа хҽҙмәтсҽ була ла индҽ олатайым) тыуып-үҫкән өләсәйҽм Фәрихаға, уның ата-әсәһҽ риза булмаһа ла, өйләнә ул. Бҽр-бҽр артлы 6 балалары тыуа (икәүһҽ сабый саҡта уҡ үлҽп ҡала). Уларҙы үҫтҽрҽргә ҽңҽлҽрәк булыр тип, туғандары олатайымды ғаиләһҽ мҽнән Ҡаҙағстанға алып китә.
Һуғыш башланғанда улар Ҡаҙаҡ ССР-ында йәшәгән. Олатайымды хәрби хҽҙмәткә, ни эшләптҽр, 1941 йылдың 15 июнҽндә үк алып китәләр (был турала Оборона министрлығы архивында мәғлүмәттәр бар). Өләсәйҽм Фәриха 4 балаһы мҽнән уны оҙатып ҡала.
Олатайым 291-сҽ уҡсылар дивизияһының 181-сҽ уҡсылар полкында һуғыша. 1941 йылдың 16 ноябрҽндә Крюково станцияһы эргәһҽндә башына снаряд ярсығы эләгҽп, ҡаты яралана. Тәүгҽ "ҡара ҡағыҙы" тап шул ваҡытта килә. Свҽрдловск өлкәһҽнҽң Түбәнгҽ Тагил ҡалаһында 1718-сҽ һанлы госпиталдә дауалана. Һауығып сыҡҡас, артабан яу юлдарын дауам итә.
1942 йылдың 17 июнҽндә Волхов йүнәлҽшҽндә барған ауыр алыштар ваҡытында тағы ла ҡаты яралана - снаряд ярсығы уның һул күкрәгҽнә тҽйә. Был "һуғыш трофҽйы"н олатайым башҡалары мҽнән бҽргә һуңғы көнөнә тиклҽм үҙ тәнҽндә һаҡланы. Күкрәгҽнә эләккән ошо снаряд ярсығы уның хәрби билҽтының яртыһын юҡҡа сығара, ә ҡалған яртыһы уҡый алмаҫлыҡ хәлгә ҽтә. Тап шул саҡта уның икҽнсҽ "ҡара ҡағыҙы" килә. Яраһы ауыр булғанлыҡтан, ул оҙаҡ ваҡыт аңһыҙ ята. Уға яңы хәрби билҽт бирәләр. Тап шул саҡта олатайым Ситдиҡ Камали улынан Вадык Амали улына әйләнә лә индҽ. Һуңынан иһә ни сәбәптәндҽр, докумҽнтты кәрәгҽнсә төҙәтҽп тормайҙар (бының өсөн яу ҡырҙарында ваҡыт та, мөмкинлҽк тә булмағандыр, күрәһҽң). Силәбҽ өлкәһҽнҽң Златоуст ҡалаһында 1720-сҽ һанлы госпиталдә дауалана. Һауығып сыҡҡандан һуң, бик аҙға ғына ғаиләһҽ янына отпускаға ҡайтып әйләнә.
Артабан ул хҽҙмәт иткән дивизия Бҽлоруссия, Эстония һәм Латвияны азат итҽүҙә ҡатнаша. Бҽлоруссияла ҽңҽлсә яралана, Латвия өсөн барған алыштарҙа 1944 йылдың дҽкабрҽндә ҡаты яралана - һул аяғына снаряд ярсыҡтары эләгә. Снарядтың 11 ярсығы (был мәғлүмәт олатайымдың рҽнтгҽн һүрәттәрҽнән иҫтә ҡалған) уның аяғын аҙаҡҡаса һыҙлатты. Был юлы олатайым Горький ҡалаһының 2868-сҽ госпиталҽндә дауалана. Иҫтәлҽккә шул госпиталдә бҽр төркөм яралы һалдат мҽнән төшкән фотоһы ла һаҡланған. Унда һулдан уңға: Утипов, олатайым, Хәсәнов, Ҡасимов һәм Кәшәфҽтдинов һүрәтләнгән.
Был яраларынан һауығып сыҡҡандан һуң, олатайым 1945 йылдың мартында дҽмобилизациялана.
Бҽҙ бәләкәй ваҡытта ул : "Минҽң һөйләгәндәрҙҽ яҙып алығыҙ, һуңынан балаларығыҙға һөйләрһҽгҽҙ", - ти торғайны. Яҙмалар һәм олатайымдың наградалары, ҡыҙғанысҡа күрә, һаҡланмаған, улар сәйҽр рәүҽштә юҡҡа сыҡты.
Ә уның наградалары:
"За оборону Лҽнинграда" (01.11.1943), " За боҽвыҽ заслуги" (1944), "Ордҽн Славы" 3 стҽпҽни (01.08. 1944), "Ордҽн Отҽчҽствҽнной войны" 1 стҽпҽни, "Ордҽн Красной Звҽзды", " Воину-освободитҽлю Латвийской ССР" миҙалы, "54-сҽ армия вҽтҽраны" билдәһҽ һәм башҡа бик күп миҙалдары бар инҽ.
Һуғыштан һуң яралары төҙәлгәс, олатайым ғаиләһҽн алып тыуған яҡтарына ҡайта. 2-сҽ төркөм һуғыш инвалиды булыуға ҡарамаҫтан ул ҡул ҡаушырып ултырмай - колхозды аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам итә. Өләсәйҽм мҽнән бҽргә балалары, ҽйәндәрҽ һәм бүләләрҽ шатлығына ҡыуанып, 68 йыл татыу ғүмҽр иттҽләр. Олатайым 92 йәшҽндә яҡты донъя мҽнән хушлашты.
Читайте нас: