-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель 2020, 11:50

30 АПРЕЛЬ – ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР КӨНӨ

Именлек һағында торалар

30 апрель ер йөҙөндә иң мәрхәмәтле, иң ҡыйыу һөнәр эйәләре – янғын һүндереүселәр көнө.
649 йылдың 30 апрелендә батша Алексей Михайлович Рәсәйҙә 1–се янғынға ҡаршы хеҙмәт ойошторолоуы хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған. Көслө, профессиональ янғын һүндереүселәр командаһының береһе Пётр I тарафынан төҙөлгән. 1999 йылда Рәсәй Президенты Борис Ельцин Указы менән 30 апрель Рәсәй янғын һағы көнө булып индерелгән.
Күп быуаттар дауамында янғын һүндереүселәрҙең бурыстары үҙгәрмәне, 200 һәм 300 йыл элек һымаҡ, уларҙың алдында һәр көн, һәр минут ҡотҡарыу һәм ярҙам итеү маҡсаты тора.
Янғын һағы хеҙмәте бик ҙур әһәмиәткә эйә. Улар иңенә бәлә-ҡаза була ҡалһа, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарыу кеүек яуаплы бурыстар һалынған. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм юғары профессионализм, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыу янғын һағында тороусыларға хас сифаттар.
Читайте нас: