+17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
30 Апреля 2020, 12:00

Ағас ултыртыу – изге эш

Имай-Ҡарамалы ауылында йәш үҫентеләр ултыртылды

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына дәррәү ҡушылды имайҙар. Аҡһаҡал Минеғазый Мәғәсүмовтың инициативаһы менән быйыл уны Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы яу яландарында илебеҙ тыныслығы өсөн дошманға ҡаршы алышҡан яугирҙәр хөрмәтенә ултыртырға ҡарар иттеләр. Ауыл мәҙәниәт йорто территорияһында йәш үҫентеләр тамыр алып, нығынып китер һәм бер нисә йылдан тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр.
Читайте нас в