+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Май 2020, 13:55

Бөгөн астрономдар көнө

Күк йөҙөндә нисә йондоҙ бар?.. Ә нисә планета?


Йыһандағы йондоҙҙарҙың иҫәбе–һаны юҡ, улар бик күп. Барыһын да телескоп аша ҡарап, астрономдар өйрәнә. Һәр береһенең “йәшәгән” урынын, йәғни адресын да билдәләйҙәр.

Йондоҙҙар – бик йыраҡта урынлашҡан ҙур утлы шарҙар. Нурҙары беҙгә аҙналар, айҙар, хатта йылдар буйына килә. Шуға бәләкәй генә булып тойолалар ҙа инде.

Ә беҙҙе йылытыусы, тереклекте үҫтереүсе ҡояшыбыҙҙы иң ҙуры, иң яҡтыһы, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ. Ул да йондоҙ. Әммә, Ергә иң яҡыны булғанлыҡтан, ныҡ ҙур, ҡайнар булып күренә.

Ә бына планеталар, бер ғаиләне тәшкил итеп, Ҡояш тирәләй урынлашҡан.

Ҡояшҡа иң яҡыны – Меркурий, унан һуң – Венера, өсөнсө “йортта” Ер, дүртенсе – Марс килә. Бишенсе урында ғәйәт ҙур планета Юпитер, шунан тәгәрмәслеләре – Сатурн, Уран, Нептун тора. Плутон – Ҡояш системаһының туғыҙынсы планетаһы.

Ай иһә Ерҙең уратып йөрөүсе берҙән-бер юлдашы.
Читайте нас: