Сәлимдең яратып йөрөгән ҡыҙы Рәзинә , яңы колледжды тамамлаған йәш ҡыҙ ине.
Колледж ғына бөтһә лә , дипломлы белгес тип уйланы Рәхимә.
Уҡыған ҡыҙҙы килен итеүгә ҡаршылығы юҡ ине. Ата- әсәһенең кинйә ҡыҙының әҙерәк холоҡһоҙораҡ икәнен ,кешенән ишетеп белһә лә, буласаҡ киленен күңеленән генә аҡларға тырышты.
Холоҡһоҙлоҡ кемдә генә юҡ, Рәхимә үҙе лә бирле бит, бер ҡыҙһа туҡтатырмын тимә. Кеше нимә генә тиһә лә, көлөп яуапланы.
- Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, буласаҡ киленем үҙемә оҡшаған.
Ғәлиме яраланы әсәһе йөрәген.
Ире үлеп , улын яңғыҙы тәрбиәләүсе Әлфидәне һайлаған улына риза булманы Рәхимә.
Бар көсөнә ҡаршы торған әсәһен тыңламаны улы.Балалы ҡатынды етәкләп алды ла ҡайтты.Уныһы ла килешкән,оялып та торманы, балаһын күтәреп егет кешегә эйәреп килде лә инде.Рәхимә күрше- тирәһенән ғәрләнде, төн йоҡоларын йоҡламай әпәүләп үҫтергән балаһын ҡарғап- ҡарғап иланы.
Яңы теле асылып килгән сабыйҙың ғәйебе юҡ та ул, Рәхимә киленен яратманы.
Уныһы ҡәйнәһенә ярарға теләнеме әллә үҙе холҡо менән тырыш булып сыҡтымы, Рәхимәнең ҡулынан бар эште һыпырып алды.Булған эшкә лә тилбер,донья көтөргә тырышып торған Әлфидәнән, кер эҙләүен ҡуя алманы Рәхимә.
Улы һыуыныр, балалы бисәне айырыр , йәшәй алмаҫтар тип уйлап, ниҙәр генә ҡыланып ҡараманы инде.
Ләкин, килене өнһөҙ- тынһыҙ, ысмалалай йәбешеп йәшәүен белде.
Улы эштән ҡайтыуға, килен шулай килен былай тип киленен улы алдында яман күрһәтергә тырышты. Тик Ғәлиме әсәһе һүҙҙәренә әллә ышанманы, әллә шул алама бисәне яратыуы ысынмы, ҡатынына һүҙ тигеҙҙермәне.
Рәхимә уның һайын ярһыны. Әсәһен тыңламай ҡатыны янында өйөрөлөп сөйөрөлгән улын көнләште килененән.
Әбей- һәбейҙәргә йөрөнө, һыу өшкөртөп тә эсереп ҡараны, тоҙо, һабыны ла ҡалманы.
Улы менән килене башҡа сыҡҡас, мал һөйәгенең ҡыу ерен нигеҙгә күмһәң, ир менән ҡатын талашлы йәшәй тигәнде ишетеп, яңы өй нигеҙенә һөйәк тә күмде.
Тыуған көндәренә улына ла , килененә лә күлдәк һатып алғайны. Күрше ауылдағы сихыр менән булыша тигән данлыҡлы әбейҙән өшкөртөп алды.
Рәхимәнең бүләгенә ҡыуанған балалары, ул биргән күлдәкте ҡәҙерләп кейеп йөрөнөләр.
Ниҙәр генә ҡылып ҡараманы инде Рәхимә.Сихырлы, тоҙло һыу ҙа һипте ишек алдарына, әмәлләп икмәк тә бешереп алып барҙы.
Үҙе сихырсылыр ул килене тип тә уйлап ҡуйҙы хатта.
Күпме тырышлыҡ түкте, күпме аҡсаһын елгә осорҙо. Ә килене бер ни булмағандай, шартылдата баҫып донья көтөп тик йөрөй, исмаһам бото ла һынмай, ҡороғорҙоң, тип йәне көйгәндән- көйҙө Рәхимәнең.
Килене ул тапҡас, барып та күрмәне. Үлһә ярар ине тип , әйләнгән һайын теләне. Ул табып биреп, улын үҙенә нығыраҡ бәйләгән килененә , йөрәгендә күрәалмаусанлыҡ көсәйҙе генә.
Сәлиме Рәзинәне алып ҡайтып таныштырғас, йола буйынса барып ҡыҙҙың ата- әсәһенән рөхсәт алдылар.Шунан туйға ҡыҙыу әҙерлек башланды.
Буласаҡ ҡоҙалары һин яңғыҙ бит әле тип йәлләп торманылар Рәхимәне. Ҙурҙан ҡуптылар.
Ҡыҙҙың да теләктәре күп булып сыҡты. Туй күлдәген дә балдаҡты ла ҡиммәтлене һайланы буласаҡ килен.
Рәхимәнең йыйған аҡсаһы ла, Сәлименеке лә етер- етмәҫ булып ҡалды.
Ошо ваҡытта кәрәк булды Рәхимәгә, сихырлы килене.
Ғәлимдең машинаға тип йыйған аҡсаһын һыпырып алды Рәхимә.
Бешереү- төшөрөү, һалма йәйеү Әлфидәгә йөкмәтелде.
Йәш балам бар тип тә торманы килене, туйҙы күтәреште ҡәйнәһенә.
Бөтә тирә- яҡты шаулатып , туйҙы гөрләтеп үткәреп ебәрҙеләр.
Туй аҡсаһын килен һалып алды.
Әлфидә менән Ғәлимгә ҡабат аяҡҡа баҫыр өсөн айҙан ашыу ваҡыт кәрәк булды. Игеҙәк булһалар ҙа Ғәлим өлкәнерәк бит,ағай булғас ҡустыһына ярҙам итеүҙе бурысы тип һанаусы ир булған аҡсаһын ҡырып- һыпырып биргәйне.
Туйҙан һуң ураҙа тоторға тура килде инде. Кеҫәлә бер тин аҡса юҡ, һыйырҙары ла быҙауламаған ине әле. Рәхимә биш һыйыр һауһа ла, ике ятып бер төшөнә лә инмәне, ейәндәренә бер көрөшкә һөт алып барып биреү уйы.
Ваҡ-төйәк ығы-зығы үтеп бөткәс, тормош үҙ яйына төштө. Рәзинә эшкә сығырға уйламаны ла, төшкә тиклем йоҡланы, сериалдар ҡараны. Рәхимә килененә ярайым тип,ҡара таңдан ҡара кискәсә йүгерҙе лә йүгерҙе.
2 бүлек.
Рәзинә эшләргә теләмәне, ләкин башҡа теләктәре ҙур һәм күп ине йәш кәләштең.Матур кейенергә, тәмле- татлы ашарға, ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөргә яратты.
Сәлим мәктәпкә эшкә төшкәйне,уҡытыусының аҡсаһы етмәй булып сыҡты.
Әле башҡалар, ситкә китеп эшләүҙең ни икәнен белмәгән заманда, иң тәүгеләрҙән булып Сәлим Себергә оҙон аҡса эҙләп юлланды.
Өсәр- дүртәр айлап ирен күрмәгән йәш ҡатын, өйөндә генә сыҙап ултырырға теләмәне.
Ҡалаға барып кафеларҙан кафеларға , ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөнө. Әхирәттәрендә ҡунып ҡалған осраҡтары ла булды.
Көнө төнө байрам итеүҙән башҡаны белмәгән, өйҙә ҡыл да ҡыбырлатмаған килененә һүҙ әйтергә баҙнат итмәй ине Рәхимә.
Әлфидәгә генә яра-яра ауыр һүҙҙәр әйтә ала ине ул, Рәзинә алдында ҡойолоп төшә лә ҡуя.
Бер- бер артлы тыуған ейәнсәрҙәрен, фигурам боҙола тип имеҙмәне килене.Унда ла бер һүҙ өндәшә алманы.Магазиндан алған смесь, күкрәк һөтөн алыштырамы ни инде, ейәнсәрҙәрен йәлләүҙән күҙҙәренә йәш тығылған Рәхимә, һыҙлана- һыҙлана һөт йылытыр ине төндәрен.
Рәзинә ҡәйнәһен дә ирен дә бейетә алғансы бейетеп йәшәне.Өйөндәге килененең ыңғайына ғына һыпырып торһа ла, Рәхимә башҡа тороуҙарына ҡарамаҫтан Әлфидәгә көн күрһәтмәне. Әллә уны бөтөнләй ҡабул итә алманымы әллә булған ҡөһөрөн уға төшөрҙөмө, Әлфидәнең сәсен ағарта алғансы ағартты ул.
Ҡәйнәһенең ҡыланыштары үҙәгенә үтһә лә, ире менән матур йәшәнеләр улар. Төндәрен илап сыҡҡан мәлдәре йыш булһа ла, һыр бирмәне, эсендәген тышына сығарманы. Ҡәйнәһенә ҡаршы өндәшмәне.
Килене сабыр булған һайын Рәхимә доньяға һыймаҫтай булып ажарланды.Өндәшмәҫ киленгә асыуы тағы ла нығыраҡ ҡабара ине.
Ғәлименең шул алама бисә менән йәшәүенә ризалаша алманы.
Эйәреп килгән баланан тыш, тағы өс бала доньяға килде, Рәхимә өмөтөн өҙмәне улын Әлфидәне айырырға өгөтләне.
Дүрт баланы уҡытам, кеше итәм тип тырышҡан Әлфидә менән Ғәлимде икенсе яҡтан Рәхимә тартҡыланы.
Пенсияһын еткерә алмай ай һайын, аҡса һорап килде лә ултырҙы.Килененең өндәшмәҫен дә белә, Ғәлиме лә әсәһенә юҡ тип әйтмәйәсәген дә белә ул. Үҙҙәре бер тинһеҙ ҡалһалар ҡаласаҡтар, Рәхимәне буш сығармаясаҡтар.
Бер балаһын күккә күтәреп маҡтап, икенсеһен хурлап юҡҡа сығарыуҙы ғәҙәт итеп алған Рәхимәне, туҡтатырлыҡ көс юҡ ине доньяла. Көнләшеүҙәнме әллә асыуҙанмы, күҙҙәре лә аңы ла томаланған ҡатын, ғүмер буйы үҙ балалары менән алышып , ярышып ғүмер кисерҙе.
Бер ҡарындан, бер йән булып яралған игеҙәктәрен бер-береһенә һөсләтеүҙән тартынманы әсәй булған кеше. Шул арҡала ике бер туған бер- береһе менән аралашманы. Сәлим үҙен өҫтөн тотто, Ғәлим дә бирешергә теләмәне, Рәзинәгә инде яҡын барырлыҡ түгел, танау күккә етерҙәй булып сөйөлгән, Әлфидә бахыр өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Балалар ҙа һыйышманы, бер- берен тыуған итеп күрмәнеләр. Сәлимдең ике ҡыҙы Әҙилә менән Эмилия, Ғәлимдең Мөршиҙәһе менән Рәшиҙәһен әҙәмгә лә һанамайҙар ине.
Әлфидәнең барып баш эйер кешеһе лә, батыр күле лә юҡ ине. Әсәһе йөрөп тапҡан ҡыҙын, өләсәһенә ташлап алыҫҡа кейәүгә киткән, ҡайҙалыр Уфа арьяғында йәшәй тиҙәр, Әлфидә уны күргәне юҡ. Ни күрһә лә Ғәлиме менән бергә күреренә күнгән ҡатын башын баҫып йәшәй бирҙе. Эреләнерлек тә сыпраңларлыҡ та әмәле юҡ.
Яйлап, Рәхимәнең ҡарғыштары тормошҡа аша барҙы.
Килендең эйәртеп килгән улы , ҡағыу һуғыуҙарға бирешмәне.Килгән осорҙа Рәхимә ныҡ ҡына ҡаҡты сабыйҙы.Бала иҙәндә имгәкләп йөрөй, тышта сатлама һыуыҡ, өйҙө елләтеү һылтауы менән тәҙрәләрҙе асып ҡуйыр ине.Әсәһе күрмәгәндә һуғып ебәрергә лә йәлләмәне, ашағанын да күпһенде.
Етем быҙау аҫраһаң, ауыҙың тулы май булыр, етем бала аҫраһаң, ауыҙың тулы ҡан булыр, тип әсәһе игәй башлағас, Ғәлим башҡа сығыуҙы йәһәтләгәйне.
Унда ла етте Рәхимәнең буйы, уның ҡолас буйы ағыулы теленән ҡотола алманылар барыбер.
Хәрби хеҙмәтен тултырғас, етем быҙау тыуған иленә ҡайтманы, шунда Алыҫ Көнсығышта ҡалды.Офицер егет кәләште мәрйәнән алды, тормоштары матур былай.Алсаҡ, матур мәрйәһен алып ҡайта йылына бер тапҡыр.
Яңы ғына тыуған сағында, үлһен ине тип теләгән ейәне, ун һигеҙ генә йәшендә фажиғәле мәрхүм булды.Район үҙәгенән ҡайтып килгәндә, ҡаршыға килгән ҙур машинаның аҫтына инеп киткән егет үлде, ни ғиллә менәндер Ғәлим үҙе тере ҡалды.
Ләкин ғүмерлек ғәрип булып ҡалды ул, түшәктә ятыусы Ғәлимен һыҡранмай зарланмай ғына тәрбиәләне Әлфидә.
Бөгөлмәне, һынманы.Күтәргеһеҙ ҡайғыларын йөрәге төбөнә бикләп , артабан йәшәргә көс тапҡан килененә аптырап бөтә алмай ине Рәхимә.
Яһилләнеүе көсәйгәндән - көсәйә барған ҡәйнә , аҡылын юйған кешеләй тантана итә ине. Килене башына хәсрәт төшкән һайын, үсе ҡанып ҡыуанып йәшәне ул.Ауырып ятам тигән һылтау менән , ейәнен ерләшергә килмәгән әсәһенә, күңелендә үпкә хистәре яралды Ғәлимдең.Улының һайлаған , яратып өйләнгән ҡатынына ғүмере буйы риза булманы әсәһе. Ғәлимдең балаларын да үҙ итмәне.Сәлимдең ике ҡыҙын өҫтөн ҡуйып, уның балаларына ҡөһөрөн төшөргән әсәһенә рәнйеүе көслө ине, инде олоғая барған ирҙең.
Ҡыҙҙары һис кенә лә кәм хур булып ҡалманылар. Уҡынылар, эшләгән урындарында абруйлылар.
Ояһынан осҡан ҡош балаларылай, бер- бер артлы тормошҡа сығып киткән Мөршиҙәһе менән Рәшиҙәһе ата- әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгелдәр.
Ҡәйнәһенең яратҡан килене булыу бәхетенә эйә булыусы Рәзинә, доньяның артына тибеп йәшәне. Тормош ауырлыҡтары уны урап уҙҙы.Ирҙән дә уңды, аҡсаға ла мохтажлыҡ кисермәне. Балаларының нисек үҫеүен дә тойманы, ҡәйнәһе үҙе ҡараны.Рәзинә сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләк кеүек, фырылдап осоп ҡына йәшәне.
Атай, әсәһенең кинйә ҡыҙы булараҡ, улар гүр эйәһе булғандан һуң, шаулап торған доньялары уға ҡалды.
Атаһынан ҡалған мөлкәтте һатып , ауылда берәүҙә лә булмаған, ике ҡатлы батша һарайындай өй һалып башҡа сыҡтылар.
Рәхимә ҡуша сығыуҙы өмөт итһә лә, килендең бер ҡарашынан үҙенең артыҡ икәнен аңланы.
Өй төҙөгәндә лә Рәхимәнең көсө күп түгелде, әммә өй төҙөлөп бөткәс, шаурап торған йортта уға бер бәләкәй генә мөйөш тә табылманы.
Тәүге йылдарҙа дәртләнеп донья көттө Рәзинә. Ауылдың байбисәһе менән ҡатышырға теләүселәр ҙә күп ине. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ йөҙгән Рәзинә маһайҙы, саманы онотто.
Көн аша тиерлек ҡунаҡ булыуҙарҙың һөҙөмтәһе яйлап үҙен һиҙҙерә башлағайны инде.Эсергә әүәҫләнде. Әллә ниндәй ҡиммәтле кремдәр ҙә уның йөҙөндәге сырыштарҙы йәшерә алмай ине инде.
Ләкин, ул бирешмәҫкә тырышты.Үҙен доньялағы иң бай һәм иң һылыу бисә икәнен иҫбатларға теләп ҡылана алғансы ҡыланды.
Сәлимен дә күптән һанға һуҡмай ине инде. Сәлим белде Рәзинәнең тарихтарын, ике ҡыҙы хаҡына сабыр булырға тырышты.
Рәхимәгә лә ишеттерҙеләр килене тураһында, әммә ул ғәҙәтенсә, сәсрәп киленен яҡланы.
3 бүлек.
Рәзинәгә әхирәте Нурияның ире Мәхмүт күптән күҙ ҡыҫҡылап, ҡаш һикерткеләп йөрөй ине.
Үҙенең ҡолас етмәҫлек йыуан Нурияһы менән тормоштары матур ғына барһа ла, ошо осоп- төшөп торған нәҙекәйбилгә ҡыҙыҡты ир.
Их, бер генә ҡосаҡлап яратырға ине, тип хыялланған Мәхмүткә , Рәзинә лә битараф булмай булып сыҡты.Мәхмүттең ҡосағына сумып, доньяһын онотто Рәзинә.
Сәлиме быҙау уның, аңҡыш Нурия буҡтың еҫен дә һиҙмәйәсәк, тип уйлаған Рәзинә яңылышты.
Уйнаш уттан көслө, тора- бара буҡтан һаһыҡ булырын уйлап та бирмәнеләр.
Ҡунаҡта булһынмы, ҡайҙа булһа ла , осрашырға яй эҙләп кенә торҙолар.
Ә Нурия һиҙҙеее...
Рәзинә уйлағанса, һис кенә лә аңҡыш бисә түгел ине ул.
Әхирәтенең быйтаңлауынан уҡ аңланы ул хәлде.Иренең күҙҙәре, май урлап ашаған бесәйҙекеләй, юҡҡа ғына һазламағанын белеп күреп йөрөнө.Уңайлы мәлде генә көттө Нурия, бөтә доньяға фаш итәсәк ул оятһыҙҙарҙы!
Һәм, ул мәлдең сәғәте һуҡты.
Ҡатнашып йәшәгән әхирәттәрен тыуған көнөнә саҡырып алырға булды ул, хәләл ефеттәре менән бергә.
Өҫтәлдәр , һыйҙан һығылып тора.Нурия оҫта ҡуллы хужабикә булыуҙан тыш, һүҙгә лә маһир, моңло ғына итеп йырлай ҙа, шаян таҡмаҡтарға ла әүәҫ ине.
Сәлимдең бөгөн ниңәлер, ҡунаҡҡа барырлыҡ теләге юҡ ине.Рәзинәне еңеп булмаҫын белгәнгә , өндәшмәй генә кейенеп, эйәрергә мәжбүр булды.
Мәжлестең иң ҡыҙған ғына сағында, Нурия, теге икәүҙең юҡлығын абайланы.
Булған бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, юҡтар. Тышҡа сыҡты, мунсаны иртә менән яғып йыуынып алғайнылар. Шундалар, тигән уй мейеһен сыйып үтте.
Ҡапыл ишек асылыуға, Мәхмүт менән Рәзинә ырғып торҙолар.
Асыуынан шартлар сиккә еткән Нурия, яр һалып өйгә йүгерҙе.
- Ана, бар бисәңде күр...
Сәлим үҙенә ташланған Нурияға, бер ниҙә аңламай аптырап текләне.
- Нимә аңшайҙың? Бисәң Мәхмүт менән мунсала ята, бар күр.
Гөр килгән ҡунаҡтар шымып ҡалдылар, уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты.
Сәлим тороп, өҫтәл артынан сыҡты ла ишеккә ҡарай атланы.Уның күкрәк тәңгәлен осло бысаҡ менән телгәндәй телеү ҡырҡып үтте.
Һәм... Әзмәүерҙәй, мөһабәт кәүҙәле Сәлим , гөрһөлдәп иҙәнгә ауҙы...
Тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәндә, был ғәҙелһеҙ , алдаҡсы, хыянатсы тормошто ҡалдырып китеп барғайны ине инде ул.
Ирен юғалтҡас ҡына аңланы Рәзинә, үҙенең Сәлимдән башҡа йәшәй алмауын.Доньяның тотҡаһы ире булған икән.
Таяныр таяғын юғалтҡан һуҡыр юлсылай тойҙо үҙен. Артабан нисек йәшәргә белмәй ине ул.
Тауға үрмәләүе генә ауыр, аҫҡа ҡарай тәгәрәүе бик анһат ҡына икән ул. Бейек тауҙың иң түбәһендә торған Рәзинә, бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аҫҡа ҡарай тәгәрәне.
Эскелек һаҙлығы , уны үҙенә тотошлай һурып алды.
Тәүҙә бик ҡыйын булманы, һатып эсерлек әйбер күп ине өйөндә.Ҡуша йөрөгән шешәләштәре ярҙамы менән, ике ҡатлы йорт тиҙ арала бушап ҡалды.
Ике ҡыҙын ҡәйнәһе менән килендәше Әлфидә, туй үткәреп оҙаттылар.Эсеп иҫереп концерт күрһәткән әсәйҙәренән , ғәрләнә ине Әҙилә менән Эмилия.
Бер килеп хәлен дә белмәнеләр.
Бахмилдан баш төҙәтергә араҡы эҙләп йә аҡса һорап, килендәшенә лә килгеләй ине Рәзинә.
- Ҡыуанаһыңмы, әрләйһеңме? тип ныҡышҡан Рәзинәгә тыныс ҡына яуап ҡайтарҙы Әлфинур.
- Кеше бәхетһеҙлегенә ҡыуана торған ғәҙәтем юҡ, ә әрләүҙән ни файҙа? Әрләүҙән үткәнһеңдер инде. Ҡалай булһа ла имен һау йөрө, тигән килендәшенә иламһырап ҡараны Рәзинә
- Ихх, үткәндәрҙе ҡайтарып булһа икән, матур итеп кенә йәшәр инек ивет?
Ҡәйнәһе һүҙенә төшөп ҡатышманы шул килендәше менән. Гел кәмһетеп , һанға һуҡмай ҡараны шул.
Эмилияны кейәү йортона оҙатып барғанда, ҡойоп ямғыр яуып алып киткәйне.Ямғыр яуыр тип уйламаған ҡоҙалар, навесты арлы бирлерәк япҡайны.
Шаптырлап яуған ямғырға ҡарамаҫтан ,туй күңелле үтте.Өҫтәлдең башында ултырған Рәхимәнең ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы.
- Был әбейҙе кем кәләштең урынына ултыртты?! - тип биҙаланды Эмилияһы.
- Үлергә йөрөгән мәскәй әбейгә туйҙа нимә бар,өйөндә генә ятмай, Эмилия Рәхимәне елтерәтеп торғоҙоп үҙе ултырҙы.Туй дауам итте.
Рәхимә, өҫтәл ситендәге ултырғысҡа сүгәләне. Сөптөрләп кенә һыу ағып торған урынға тура килде ул. Һыуланып, өшөп кенә ултырған әбейгә иғтибар итеүсе булманы.
Бите буйлап тәгәрәгән ҡайнар әсе күҙ йәштәрен дә һөртмәне, битенә аҡҡан ямғыр һыуы күҙ йәштәре менән ҡушылып , әбейҙең сырыштар ҡаплаған йөҙөндәге йырғанаҡтар буйлап аҡты ла аҡты.
- Аһ, аһ. Ҡәртәсәйҙе нишләп һыу аҫтына ултыртҡанһығыҙ ул? - Мөршиҙә шар ҙа мар килеп Рәхимәне ҡоро урынға күсереп ултыртты, арҡаһына үҙенең йылы кофтаһын япты.
- Уй, ҡәртәсәй, ҡулдарың туңған бит, ҡулдарын устарына алып йылытырға тырышты, эҫе сәй алып килде.Ейәнсәренең хәстәрләүенә әбейҙең күңеле булһа ла, ниндәйҙер үкенес үҙәген өҙөп быуа ине.Тамаҡ төбөнән үкһеүгә оҡшаш өн сыҡты.
Ҡасандыр , ошо ҡулдар бәләкәс ҡыҙҙың башына суҡмар йоҙроҡ булып төшөр ине.
Һылап һыйпап ҡына үҫтергән Эмилияһы елтерәтеп алып этә төрттө. Үҙенә һуҡҡан ҡулдарҙы йылытам тип тынын өрөп аҙапланған Мөршиҙәгә ҡарап, Рәхимәнең йөрәген билдәһеҙ әсетеү һыҙырып үтте.
Рәзинә үҙәгенә үткәрҙе Рәхимәнең.Араҡыға аҡса таптырып килде лә торҙо.Күрмәгәнен күрһәтте инде, ҡотолор әмәле юҡ. Аҡса бирмәһә, тәҙрәләрен дә онтап китте.Торғаны бер хайуан инде, тупһаһына ултырып китергә лә оялмай.
Бер көн урамға сыҡһа , аптырап артына ҡолай яҙҙы Рәхимә.Ҡапҡаһын һыйыр буғына һылап киткән Рәзинә.
Әлфидә килененә күсеп кенә йәшәгеһе килә лә ул, килене риза түгел. Ултыр өйөңдә , тей ҙә ҡуя.
Ҡарай ул ҡәйнәһен, ҡарай.Килеп доньяһын таҙалап тора,керҙәрен дә йыуа.Икмәген, ашын бешереп алып килә.
Мунсаға алып ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала.Мунса төшкәндән һуң, Әлфидәләрҙә йоҡлап ҡайта Рәхимә.Килененең күңеле килгән саҡтарҙа эләгә ине ундай рәхәтлек.
Өндәшмәһә лә, тиҫкәреләнһә тиҫкәреләнә лә ҡуя килене.Күршеһе Ризаға әйтеүе генә көс, машинаһына ултыртып , елдертеп кенә өйөнә алып барып индереп китә.
Ә Рәхимәнең һис кенә лә, өйөнә ҡайтҡыһы килмәй, тик уны улы ла килене лә аңларға теләмәй.
Бөгөн дә мунса төшөргә алып ҡайтты Рәхимәне килене.
Мунса ярата ул.Килене арҡаларын майлап, ҡат- ҡат сабындырып, матур итеп йыуындырып сығара уны.Мунсала оҙаҡ ултырырға ярата ул, ике- өс сәғәтләп.Тик килене, эшкинмәгән нәмә, улай оҙаҡ ултыра алмайым ти ҙә тиҙ алып сыға мунсанан. Улай мунса төшөү буламы, Рәхимә һуҡрана килененә.
Мунса төшкән һынлы ла булманы, тип бурылдаған ҡәйнәһен, күршеһенә әйтеп ҡайтарҙы ла ебәрҙе Әлфидә.Сәй ҙә эсермәгән килененә оҙаҡ үпкәләп, йоҡлай алмай ятты әбей.
Ә Әлфидә ҡәйнәһен ҡайтарып ебәрҙе лә, урынға барып тәгәрәне.
- Уф, әсәң мине үлтерер китәлер ул,уны сабып үҙем хәлдән тайҙым, тип Ғәлименә зарланып һөйләнде.
Мунсаға бара алманы Әлфидә, ҡапыл ауырыны ла китте.
Ғәлим район үҙәгендә йәшәүсе ҡыҙына шылтыратты. Мөршиҙәһе килеп төштө лә, икеһен дә алып ҡайтты ла китте. Әсәһен больницаға һалдылар, атаһын өйөнә алып ҡайтты.
Мал тыуарҙы күршеләренә ҡарап торорға ҡушылды.Ризаның ҡатыны Сафия , йәш булыуына ҡарамаҫтан,эшкә лә шәп, тел тигәнең дә телеп һала торған ҡатын.
Рәхимә иртәнсәк тороу менән Ғәлимдәргә барырға сыҡты.Яңғыҙына мәшәҡәтләнеп сәй ҡайнатып торманы. Барғас, килендең әҙер сәйен эсермен тип уйланы.
Улының өйө апаруҡ ҡына алыҫ булһа ла, таяғына таянып килеп тә етте ул.
Тик уны бикле ҡапҡа ҡаршыланы.
Эскәмйәлә ултырған әбейҙе, тәҙрә аша күргән Сафия сыҡты уның янына.Ҡыҫҡаса хәлде һөйләне лә, өйөнә инеп тә китте, хатта ҡапҡаһын эстән шартылдатып бикләп ҡуйҙы.
Рәхимә һыуһағайны, исмаһам сәйгә лә саҡырманы, ҡалай ҡаты бынау Фәйрүзәнең килене, тип асыуланып уйлаған Рәхимәнең күҙ алдына үҙ килене килеп баҫты.Эйй, уның килене кеүек кеше доньяла юҡтыр ул башҡа.
Доньяла үҙен япа- яңғыҙ итеп тойған Рәхимәнең , күңеленең аҫты өҫкә килде.Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр, Әлфидәгә хоҙайҙан ғүмер биреүен һораны. Үлмәһен, йәшәһен тип теләне.
Үткән ғүмерен уйлап йәне әрнене.Әллә нишләп кенә һыйҙырманы шул киленен. Кеше ҡыланмағанды ҡыланды.Терһәк яҡын да тешләп булмай шул.
Рәхимә сарсап- һыуһап, ҡайғы - хәсрәтенә батып ултырҙы ла ултырҙы...
Әлфидә янына килгән ҡыҙҙарынан
- Ҡәртәсәгеҙ ни хәлдә икән? - тип һорағас улары ялп итеп бер- береһенә ҡараштылар ҙа, эй әсәй, үҙең саҡ ятҡанда уны уйлап ятма инде, тип ҡул һелтәнеләр.
- Ҡуйығыҙ, таш йөрәкле булмағыҙ улай. Ниндәй булһа ла, атайығыҙҙың әсәһе. Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында тиҙәр бит, барып әйләнегеҙ, шым ғына өгөт- нәсихәт уҡыған әсәләренә аптырап та ғәжәпләнеп тә баҡты ҡыҙҙары.
Ожмах булһа, уларҙың әсәһе аяғы аҫтында барҙыр.Тик эсе тулы этлек кенә булған ҡәртәсәйҙәренең аяғы аҫтында ниндәй ожмах булыуы мөмкин, улар аңлай алманы.
Мөршиҙә ҡәйнәһен көтә ине, тағы атаһын алып ҡайтты. Әсәһен дә больницанан сыҡһа,ныҡлап аяҡҡа баҫмайынса, ҡайтармаҫҡа иҫәп тота.
- Рәшиҙә, ҡәртәсәйҙе ҡарау һиңә төшә инде, апаһының кире ҡаға алмаҫлыҡ итеп әйткән һүҙенә ҡаршы төшә алманы ул.
Ҡәртәсәһен алып ҡайтырға тип, ире менән ауылға юлландылар.
Яратмай , Рәшиҙә ҡәртәсәһен, яратмай. Бына хәҙер уны ҡарауҙы уға йөкмәтте апаһы.Хитрый ул Мөршиҙә апаһы, уға иң алама кешене тапшырҙы.