+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2020, 19:00

ҺҼҘҘҼҢ АЛДА БАШТЫ ЭЙӘБҼҘ...

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ!Һҽҙҙҽң иғтибарға, хөрмәтлҽ төркөмдәштәр, Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽрандары һәм һуғышта ҡатнашыусылар тураһында ҽйәндәрҽ һәм мәктәп уҡысылары яҙып алған хәтирәләрҙҽң бҽрҽһҽн тәҡдим итәбеҙ.

ҠОТЛОБУЛАТОВ ЛОТФУЛЛА РӘХМӘТУЛЛА УЛЫ
РАЗВЕДЧИК ЛОТФУЛЛА
Быйыл илебеҙҙең тарихында иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе - 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75-йыллығы, билдәләнә. Дәһшәтле һуғыш Ҡоръятмаҫ ауылың һәр бер йортона уңалмаҫ яра, ҡайғы-хәсрәт килтерә. Ул саҡта ауылыбыҙ районда иң ҙуры булған. Һуғышка ауылдан 200- ләп ир-егетте оҙатҡандар. Ҡыҙғаныска ҡаршы, 104 ир-егет яу ҡырында ятып ҡала йәки ҡайһылары тураһында хәбәрһеҙ юғалды тигән хәбәр генә килә. Һуғыштан зәғифләнеп ҡайтыусылар ҙа байтаҡ. Ауылға иҫән-һау ҡайтҡандарҙың береһе-минең олатайым Ҡотлобулатов Лотфулла Рәхмәтулла улы. Ул Ҡоръятмаҫ ауылында 1920 йылдың 2 ғинуарында Рәхмәтулла олатайҙың төпсөк улы булып донъяға килә. Бала-сағы ауылда үтә. Ҡоръятмаҫ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Мәктәптән һуң колхозда эшләй. Һуғыш алдындағы йылдарҙа почтальон булып эшләй. Ата-әсәһе ҡарт булыу сәбәпле, ғаиләлә берҙән-бер ҡараусы булырак, олатайым һуғышҡа алынмай тора. 1942 йылдың 1- се ғинуарында Дәүләкән хәрби комиссариатына саҡырыла. Хәрби комиссариатта уға теләһә ниндәй поезға ултырып, Абдуллино станцияһына, унан ары 20 км алыҫлыҡтағы Һарайғыр ауылына барырға фарман бирәләр. Был ауылда артиллеристар әҙерләү буйынса уҡытыу курсы асылған була.
Олатайҙың һуғыш юлы ошо курстан башлана. 1942 йылдың йәйенә тиклем артиллерист һөнәренә өйрәтәләр. Олатайым буссоль, дальномер, бинокль кеүек приборҙорҙың төҙөлөшөн, нисҽк эшләүен төндә уятып һораһалар ҙа, яттан белә инем, тип һөйләй торғайны.
Май айында әсәһе уның янында булып китә. Аҙыраҡ күстәнәс ,тәмәке алып килгән була. Тәмәкене иптәштәргә бирҙем, ул саҡта тартмай инем, һуғышҡа ингәс кенә тарта башланым, тип әйтә ине олатайым. Июнь айҙарында Алкинолағы часҡа күсерәләр. Бында, Алкинола, 122 мм гаубица полкы ойошторолған була. Уларҙы поезга тейәп, Ржев ҡалаһыа ебәрәләр. Һуғышка Ржев янында июль айында инәләр.Тарихта Ржев өсөн барған һуғыш ҡот осҡос һуғыштарҙың береһе һанала.Олатай ҙа иҫе китеп һөйләй ине: ялан тулы мәйет ята, уларҙың ҡайыштары шартлап өҙөлә ,тын алыуы ауыр. Полкта яҡташтары ла була: Ҡорьятмаҫтан еҙнәһе –Вәлиуллин Ғәли ( обозда йөрөй). Солтан (повар) , Сапайҙан Нуриәхмәт ( орудие расчетында), Мәкәштән Яхин Кәбир (элемтәсе), Грибовка ауылынан –Липатов ( орудие командиры ), олатайым үҙе полктың разведчик-корректировщик вазифаһында хеҙмәт итә.
...Беҙҙе оҙаҡламай Воронеж ҡалаһына табан күсерҙеләр. 1943 йылдың ғинуар аҙаҡтрында Воронеж ҡалаһын дошмандан азат иттек. Бынан һуң Белгород, Харьков,Днепропетровск, Запорожье, Николаевск өлкәләрендә барған аяуһыҙ һуғыштарҙа ҡатнаштым,- тип һөйләй торғайны олатай.
Һуғышта бик күп иптәштәрен ерләргә тура килә. Воронеж өсөн барған һуғышта Яхин Кәбирҙе ( Мәкәш ауылынынан) , Украинала санитар Нуриәхмәтте( бомбаға тотҡан ваҡытта һәләк була). Аҙаҡ, һуғыштан ҡайтҡас, документарын, булған әйберҙәрен Сапайҙа йәшәгән ҡатынына илтеп тапшыра. Атайыма һөйләп ҡалдырған хәтирәләре буйынса, олатайымдар Украинала 1944 йылда Николаевка өлкәһендә ҡамауға эләгә. Полк буйға һуҙылган ҙур ауылға урынлашҡан. Аттарын колхоздан ҡалған һарайға урынлаштырғандар. Нимәгәлер иртә торҙоҡ, йоҡо килмәй ине, - ти олатайым. -
Иптәштәрем менән аттарға ашарға бирергә уйланыҡ. Һарайҙан аттарҙы йылғаға эсерергә алып киттек. Ҡайтып килгәндә ауылдың түбән яғынан мотор тауыштары ишетелде. Абайлап ҡараһаҡ,тау битенән немец танкылары төшөп килә, артынан машиналар, пехота. Тиҙ генә һарайҙан ҡалған аттарҙы алып, штабҡа барҙык, яҡында булған орудиҽларҙы аттарға таҡтыҡ.
Командирҙан бойороҡ: яҡындағы урманға инергә. Немецтар танкынан ата , снарядттар ярыла башланы, етмәһә, мин атһыҙ ҡалдым, замполит үҙҽнә алды. Мин йәйәү ҡалдым. йылға аша сығырға кәрәк ине. Орудиҽларҙы аттар һөйрәй алмай. Үҙебеҙ ҡул көсө менән ярҙан тартып сығарҙыҡ. Немецтар бер туҡтауһыҙ танкыларҙан ут яуҙыра. Йылғаны сыҡҡас, үҙемдең атым күренде. Һыбайһыҙ, ипләпберәп ҡараһам, замполит кәүҙәһе һөйрәлеп бара. Атты исеме менән өндәшеп туҡтаттым( исеме ЧАЛКА ине). Замполит үлгән, күкрәген снаряд ярсығы аҡтарған. Мәйетте төшөрөп. атҡа менеп киттем. Урманға индек. Командир заградителный отряд ойоштороп ҡалдырҙы. 4-5 км урман эсенә ингәс, туҡтаныҡ. Ошо урында көндө үткәрергә булдыҡ. Командирҙар аптырауҙа: был хәлдә нисек ҡалыуҙарын асыҡлай алмайҙар. Көн үтте, ҡараңғы төшкәс, беҙҙе разведчиктар менән командирҙы штаб начальнигы саҡыртты. -Күрәһегеҙме, егеттәр, немецтар тирә-яҡты ракетанан яҡтыртып тора. Бына ошо төбәк яҡтыртылмай, ошо яҡтыртылмаған ара менән сығып ҡарағыҙ, беҙҙекеләр булыуы мөмкин, - тине. Ҡараңғыла күрһәтелгән йүнәлеш менән разведкаға дүрт кеше ҡуҙғалдыҡ. Биш километер самаһы юл үткәс, урман ситенә килеп еттек. Алда бер ауыл күренде. Һаҡлыҡ менән ауыл ситенә барып еттек. Берәмләп урамға үтеп ҡарарға булдык. Йәрәбә миңә төштө. Киттем, ни булһа ла була, тип. Өсәү засадала ҡалды. Беренсе өйгә барып етерәк тауыш : "Стой кто идет!" Эскә шатлыҡ тулды. Ҡысҡырам: "Свои, мы в окружении, ведите в штаб!" Ҡалған иптәштәрҙе саҡырып алдым, часовой беҙҙе штабҡа илтеп тапшырҙы. Дежур офицер штаб начальнигын саҡыртты. Һорашалар, нисек ҡамауға эләккәнде. Картанан тикшерә башланылар, шунда уҡ төшөндөләр . -Һеҙ пехотанан алда китеп, ауылға ингәнһегеҙ, һеҙҙе немецҡа ҡамау бер ни тормаған.Ҡайһылай урмандан бында килдегеҙ, шул юлдан ҡалған кешеләрҙе алып сығығыҙ. Яңынан урманға үҙебеҙҙекеләр янына кереп, нисек ҡамауға эләккәнебеҙҙе һөйләп биреп, иҫән-һау кешеләрҙе, ҡалған алты
орудиҽны алып сыҡтыҡ. Бынан һуң полкты тулыландырырға ҡалдырҙылар. Был батырлығы өсөн олатыйымды Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим итәләр.(Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,олатайым был орденды ала алмай).
Ошо ауылда олатайымдың бер туған еҙнәһе Вәлиуллин Ғәли( 1902 йылғы) ҡамауҙа ҡала. Уның үлеме-тереме икәнен олатай белмәй . Ауылға хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙы ғына килә.
... Полкты тулыландырғас, Молдавияның Тирасполь ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа ҡанташа. Тирасполдҽ 1944 йылдың апрелендә азат итәләр. Тирасполдә олатайым тағы бер күңелһеҙ хәлгә тарый. Атын,Чалканы, юғалта. Ул былай була: бричкага парлап егелгән аттар менән алыҫ ҡына араға аҙыҡ-түлеккә китәләр. Ҡайтҡанда бик һуңға ҡалғас, бер һыу буйында ҡунып ҡайтырға булалар. Аттарҙы тышаулап, ашарға ебәрәләр. Төндә алмашлап ҡарауылда булалар. Иртән олатайымдың аты Чалка булмай сыға. Эҙләп ҡарайҙар, таба алмайҙар. Шуныһы асыҡлана: иртәнге ваҡытта һаҡта торған ҡарауылсы йоҡлап киткән була. Һуғыш ваҡытында юғалтыу ҙур енәйәт һанала: трибуналға йәиһә штраф ротаһына биреүҙәре мөмкин. Олатайыма биргән яза шул була: ҡамауҙан алып сыкҡанда тәҡдим ителгән ордендан мәхрүм итәләр . Тирасполдҽ алғандан һуң олатай ҙур стратегик әһәмиәткә эйә булған Ясско-Кишенев операцияһында ҡатнаша. Был турала ошолай һөйләй ине: -1944 йылдың 19 авгусы ине. Полкты иртә таң менән күтәрҙеләр. Марш менән көнө буйы барҙыҡ. Кискә бер тау түбәһҽнә барып сыҡтыҡ. Ошонда орудиҽларҙы позицияға ҡуйырга бойорҙолар. Күреүебеҙсә, аҫта ҙур кукуруз яланы ята ине. Иртәнге 4-тә бөтә орудиҽларҙан кукуруз яланына ут астыҡ. Шуныһы билдәле булды: ялан дуға һымак тау менән уратып алынғайны. Шул дуға буйлап тау башында күп артиллерия ғәскәре теҙелгән булған. Бөтәһе бер юлы ата башланылар. Сәғәт ярым атҡандан һуң кукуруз яланында аҡ флагтар күренә башланы. Ике сәғәттән атыуҙы туҡтаттылар. Немец , румын ғәскәрҙәре әсирлҽккә бирелә башланылар. 35 мең дошман һалдатын ҡулға алдыҡ. 1 августта операция тамамланды .Был операциянан һуң Румыния еренә индҽк. Был ерҙәрҙе үткәндә бик ныҡ ҡаршылыҡтарға осраныҡ. Беҙҙе Болгария сигенә табан йүнәлттеләр. Сентябрь урталарында Болгария сигенә килеп еттек. Болгария пограничиктары: Беҙҙең ил һеҙҙең менән һуғышманы, тип индрмәҫкә тҽләнҽ. Полк командирының был асыуына тейҙе, буғай. Өс "Катюша"ны теҙеп, бер залп бирергә ҡушты. Залптан һуң бер Болгария һалдаты ла күренмәне - ҡасып бөттөләр. Был беҙҙең полк өсөн Ватан һуғышының аҙҙаҡҡы залпы булды.Болгарияға ҡаршылыҡһыҙ кереп, Карнобат тигән ҡалаға туҡталдыҡ. Оҙаҡламай беҙҙең полкка бойороҡ килдҽ: Болгарияла ҡалырға. Бынан һуң полк тыныс хеҙмәт тормошон алып барҙы.
Болгарияла хеҙмәт иткәндә олатайыма Шипка тауындағы Азатлыҡ һәйкәлен дә күрергә насип була. Иң шатлыҡлы ваҡиға шунда була: аты Чалканы таба. Был хәлде былай тип һөйләй ине: "Машинала разведка начальнигы ,майор, менән китеп барабыҙ, алда бричкага егелгән минең ат ,Чалка, бара. Мин майорға : "Иптәш майор, минең ат Чалка", - тип ҡысҡырам. Майор :"Ҡайҙа? –ти. "Ана алда, бричка менән!" Һалдатты туктаттыҡ. Майор уға комендатураға барырға ҡушты. Мин бричкала ездовой һалдат менән, ә майор машинала комендатураға киттек Беҙ килеп етеүгә, майор менән комендант беҙҙе көтөп тора ине. "В чем дело, солдат?" .Мин:" Товарищ полковник, вот это Чалка, лошадь моя". Ул миңә : "Чем докажешь?" Мин: "Вот ее паспорт". Мин аттың паспортын ташламағайным, документтарым менән бергә йөрөтә инем.Полковник ат паспортын ҡулына алды. Аттың тояғындағы номерын, төҫөн, айырым билдәләрен сағыштырып сыҡты. Бөтәһе лә тура килә. Полковник : "Забери свою лошадь, солдат", - ти. Шулай итеп, бер йылдан һуң Тирасполдә юғалтҡан атты Болгарияла таптым ("Ҡыҙыл Йондоҙ орденынан ошо атым өсөн мәхрүм булдым бит", - тип әсенә ине ул). Ездовойҙың аңлатыуынса, атты күрше пехота полкы һалдаттары урлаған була. Ат юғалтыу тарихын беҙ унан ҡат-ҡат һөйләтә торғайныҡ. "Һин, олатай, ысын разведчик, бер йылдан һуң һуғыш ваҡытында атыңды танып, тағы бер тапҡыр тик разведчиктарға хас сослоҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткәнһең", - тип уның менән һоҡлана инек.
Олатай Болгарияла 1946 йылдың май айына ҡәҙәр хеҙмәт итә. Май айында демоблизацияланып, ауылға 19 майҙа бер ниндәй тән яралары алмай иҫән-һау ҡайтып төшә. Ул ҡайтыуға атаһы Рәхмәтулла (1944 йылда) "танау сире"нән, вафат була. Һуғыш йылдарында был сирҙән ауылда күп кеше ҡыйрала. Олатайым һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн "За отвагу", ,"За боевые заслуги", "За победу над Германией" миҙалдарына лайыҡ була, командование тарафынан бирелгән Маҡтау һәм Рәхмәт хаттарын иң ҡәҙерле бүләк итеп һаҡлай ине.
Ясско-Кишенев операцияһы уңышлы үткәндән һуң, 1944йылдың август аҙаҡтарында ВКП (б) (хәҙерге КПСС) сафына алына. Һуғыштан ҡайтып, ике ай үткәс, Мәкәш ҡыҙы Зәкиә Абдулла ҡыҙына өйләнә.1948 йылдың 29 июлендә беренсе балалары Рәис тыуа. Август урталарында көтмәгәндә олатайымдың еҙнәһе, Ғәли бабайыбыҙ, плендән ҡайтып төшә. Ғәли бабайҙың һөйләп ҡалдырған хәтирәләренән: "Кискә табан беҙ бер ҙур ауылға урынлаштыҡ. Лотфулла разведка ротаһында ауылдың арғы башында, штабы менән бергә урынлашҡайны. Беҙҙе, обоз менән полктың артынан йөрөгәс, ауылдың был осона урынлаштырҙылар . Аттарҙы туғарып, ашарға ҡуйҙыҡ. Үҙебеҙ ҙә , тамаҡ ялғап, йоҡларға һарай башына урынлаштыҡ. Иртән ҡараңғылы –яҡтынан моторҙар тауышынан уянып киттек. Атыу тауышы, шартлау башланды. Беҙ кейенеп һарай башынан төшкәндә, урам немец һалдаттары менән тулғайны. Ошо мәлдә ҡамауға эләккәнебеҙҙе белдек. Урамда беҙҙең һалдаттарҙы теҙә башланылар .Ауылдың үрге башында атыш бара. Бөтә әсирҙәрҙҽ бергә туплап, шул көндө икенсе ауылға алып киттеләр. Лотфулла беҙҙең арала юҡ ине. Уның тереме-үлеме икәнен ауылға ҡайтҡан сы белмәнем. Беҙҙе бер станциялағы поезға тейәп, көнбайышҡа табан алып киттеләр. Беҙҙе 1945 йылда американдар ҡотҡарҙы. Ул (Ғәли бабай) ауылға 1948 йылда ғына ҡайта.
Ауылыбыҙҙан олатайымдың тағы бер еҙнәһе Зиязетдинов Шәрәфетдин һуғыштан ҡайта .Ул да әсирлҽккә эләгеп, немец лагерынан ҡасып, Белоруссия ерендә партизан отрядына тап булып, шунда һуғыша. Ауылдаштары уны ғүмер буйы партизан Шәрәфи тип йөрөттө. Олатайым һуғыштан һуң колхозда төҙөүселәр бригадаһында эшләй. 1960 йылда колхоздар ҙурайтылғас, төҙөлөш эштәре бик күп була. Ҡышын урманда ағас әҙерләп, йәйен мал һарайҙарын, келәттәр төҙөйҙәр. Йылдар үтеү менән, олатайҙың ғаиләһе лә ишәйә. Барлығы 9 бала: 8 улдары, бер ҡыҙҙары тыуа. Ғаиләне аҫрау өсөн олатайым эше бушыраҡ сағында "шабашка" ға сығып ала. 1963 йылдың көҙөндә ауылдан өс пенсия йәшендәге кешене алып, Үсән-Ивановка ауылына мал һарайын ремонтларға китәләр. Эш өсөн һәр береһенә ат , 5 - әр центнер иген ,100-әр һум аҡса алып ҡайталар. Кешеләрҙең көнсөллөгө булып, был хәлде парткомга еткерәләр. Партком ултырышында олатайҙы "шабашка"ла йөрөгән өсөн партиянан сығарырға тигән ҡарар ҡабул итеп, райком бюроһына тәҡдим яһала. ( Ул ваҡытта Дәүләкән районы Әлшәй районы итеп үҙгәртелгән саҡ). Уны райком бюроһына Ғәзиев Ринат тигән партком секретары алып бара. Райондың беренсе секретары Барбазюк Павел Григорий улы була. Ғәзиев Ринат парткомдың тәҡдимен уҡый, олатайҙы баҫтырып һөйләргә ҡушалар. Олатайым дөрөҫөн һөйләп бирә. ,,Бирмәйем һеҙгә партбилетты. Миңә уны уңышлы үткәргән Ясско-Кишенев операцияһынан һуң һуғышта бирҙеләр. Ул минең миҙалдарым книжкаһы менән бергә йөрөй. Мин уны һуғышта алған бер награда кеүек күрәм. Алһағыҙ балта менән бысҡыны бирәм, - тинем. Миҙал книжкаларын Барбазюктың өҫтәленә итеп һалдым. Книжкаларҙы ҡулына алып ҡарап сыҡҡас, миңә кире бирҙе. "Вы свободны, выходите", -ти райком секретары. Мине сығарғас Ғәзиевҡа: "Һин кемде алып килдең? - тип әрләп, үҙенә шелтә биреп сығарған. Шулай итеп, парткомдың тәҡдимен кире ҡағып, олатайым партия сафында ҡала.
Колхозда хеҙмәт хаҡы аҡсалата түләй башлағас, халыҡтың көнкүреше яҡшыра башлай. Колхоз йылдан-йыл төҙөкләндерелә. Машина-трактор парктары техника менән тулыландырыла. Олатайымдың балалары Ҡоръятмаҫ һигеҙ йыллыҡ (аҙаҡ урта мәктәпкә әйләнә) тамамлап, бер –бер артлы республиканың уҡыу йорттарына йүнәлә. 9 баланың 5-һе юғары белем ала , 4-һе техникум, училище тамамлай. Уға ейән-ейәнсәрҙәрен күрергә, яратырға насип була. 2001 йылдың 16 мартында 81 йәшендә олатайыбыҙ вафат булды.Ул ғүмер буйы ябай һуғыш ветераны булып ҡалды. Уға быйыл 100 йәш тулган булыр ине. Яралары булмағас, айырым льготалар менән дә файҙалана алманы. Һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем дошман менән күҙгә күҙ осрашып, үлем менән йәшәү араһында алған йән яраларын бер кемгә лә күрһәтмәне, белгертмәне.Тыйнаҡ, сабыр холоҡло, тәртипле булды. Ҙур ғаиләһен аҫрау, балаларын уҡытып, оло юлға сығарыу ҙа еңелдән булмағандыр. Хәҙерге кеүек, ул ваҡытта күп балалы ғаиләләргә бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәгән. Олатайым колхозда тырышып эшләй. Ауылдаштары араһында абруйлы кеше була. "Атҡаҙанған колхозсы" тигән исем уға юҡҡа бирелмәгәндер. Йылдар үткән һайын, беҙ уны нығыраҡ һағынабыҙ, ваҡытында күп нәмәләргә иғтибар итмәгәнебеҙгә үкенәбеҙ . Үҙе иҫән саҡта уның тураһында яҙып сығырға күпме ынтылһам да, форсат етмәне. Һуң булһа ла, һинең турала, разведчик Лотфулла тураһында, башҡалар ҙа белһен ине тим. Ергә шаулап-гөрләп, сәскәле яҙҙар яҡынлаша. Халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы хеҙмәт уңыштары менән ҡаршыларға йыйына. Арабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ иҫән ҡалған ветерандарҙың ҡәҙерен беләйек! Яу ҡырында ятып ҡалған, исемдәре билдәле һәм билдәһеҙ һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында хәтирәләрҙе аманат итеп быуындан- быуынға тапшырыу- беҙҙең изге бурыс булып тора. Еңеү яҙын бүләк иткән олатайҙарҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алайыҡ!
Борис Ҡотлобулатов, ейәне.
Читайте нас: