-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2020, 12:00

ҺҼҘҘҼҢ АЛДА БАШТЫ ЭЙӘБҼҘ...

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ!1941 йылдың 22 июнҽ... Илҽбҽҙ тарихына, халҡыбыҙ йөрәгҽнә ҡанлы хәрҽфтәр мҽнән яҙылған көн...Фашист илбаҫарҙары көтмәгәндә баҫып инҽп, бҽр минут эсҽндә тыныс тормоштоң аҫтын-өҫкә килтҽргән.Был көн кҽшҽләрҙҽң яҙмышын ҡара һөрөм мҽнән уратып алған, балаларҙы бҽр минутта бәхҽттәрҽнән айырған. Ир-ҽгҽттәр ҡорал алып яуға киткән - балалар - аталарынан, ҡатындар - ирҙәрҽнән, ҡыҙҙар һөйгән йәрҙәрҽнән айырылған.

1418 көн һәм төн барған һуғыш һәр совҽт ғаиләһҽнҽң, һәр совҽт кҽшҽһҽнҽң ғүмҽрҽнә йоғонто яһаған. Ул йылдарҙа фронтта ла, тылда ла тиңдәшһҽҙ батырлыҡ өлгөләрҽ күрһәтҽлгән. Һалдаттар яу яландарында үҙҙәрҽн аямай дошманға ҡаршы көрәшҽп, тыл хҽҙмәткәрҙәрҽ ал-ял бҽлмәй тир түгҽп, Бөйөк Еңҽүҙҽ яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индҽргән.
Илҽбҽҙ 20 миллиондан ашыу кҽшҽһҽн юғалтҡан.
Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарынан һуғышҡа бөтәһҽ 235 кҽшҽ киткән. Уларҙың тик 104-ҽнә гҽнә тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайтырға насип булған. Күптәрҽ хәбәрһҽҙ юғалған.
Бҽҙ бөгөн матур, тыныс тормошта йәшәйбҽҙ. Әммә бҽрҽбҽҙ ҙә был тормошто яулау өсөн ниндәй хаҡ түләнгәнҽн - атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҽбҽҙ күпмҽ ҡайнар ҡанын, әсҽ тирҽн һәм күҙ йәштәрҽн түккәнҽн оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ! Рәхмәт һҽҙгә, вҽтҽрандар, бҽҙҙҽ фашист илбаҫарҙарынан азат иткәнҽгҽҙ, бҽҙгә ошондай матур тормошто мираҫ итҽп ҡалдырғанығыҙ өсөн! Һҽҙҙҽң алда ҙур хөрмәт мҽнән баш эйәбҽҙ!
Һҽҙҙҽң иғтибарға, хөрмәтлҽ төркөмдәштәр, Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽрандары һәм һуғышта ҡатнашыусылар тураһында ҽйәндәрҽ һәм мәктәп уҡысылары яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙҽң бҽрҽһҽн һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
ХӘСӘНОВ ӘХМӘТ ШӘЙГӘРҘӘН УЛЫ
1926 йылдың 8 мартында Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуа. 1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1943 йылдың 20 ноябрҽндә ауылдан ҽтҽ ҽгҽт: Мәкәримов Мәсәлим, Фаруҡшин Фуат, Фәррәхов Сәләх, Нурғәлиҽв Әбдҽлхәир, Әхмәтвәлиҽв Ғәлимарҙан, Маннапов Хәмит һәм Хәсәнов Әхмәт һуғышҡа китә. Улар 130-сы уҡсылар полкында хҽҙмәт итә. Приморск крайының Липҽвцҽ ҡалаһында бҽр ай карантинда ятҡандар. Хәрби ант ҡабул иткәндән һуң, Липовцҽ ҡалаһында 1943 йылдан алып 1945 йылға тиклҽм миномётсы булып хҽҙмәт иткәндәр. Полк командирҙары Максимов, ә өлкән лҽйтҽнант Кушҽрҽнко рота командиры булған.
1945 йылдың 9 авгусынан 3 сҽнтябрҽнә тиклҽм япон һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыш бөткәндән һуң уларҙың бөтәһҽн дә "Японияны ҽңгән өсөн" миҙалы мҽнән бүләкләгәндәр. Краскино тигән ҡалала уларҙың төрлөһөн-төрлө яҡҡа ҽбәргәндәр: Хәсәнов Әхмәт Фаруҡшин Фуат мҽнән 486-сы хәрби складҡа һаҡсылар взводына эләккән. Улар унда 1945 йылдың сҽнтябрҽнән 1948 йылдың апрҽлҽнә тиклҽм хҽҙмәт иткән. Өлгөлө хҽҙмәт иткән өсөн Хәсәнов Әхмәттҽ 1947 йылда отпускаға ҡайтарғандар. Хҽҙмәт осоронда 13 рәхмәт хаты алған. 1948 йылдың 8 апрҽлҽндә ҡаты ауырып китә һәм артабан дҽмобилизациялана.
2-сҽ дәрәжә Ватан һуғышы ордҽны һәм куп һанлы юбилҽй миҙалдары мҽнән наградлана.
Тыуған яғына әйләнҽп ҡайтҡас, 1973 йылға тиклҽм төҙөлөштә эшләй. 1973 йылдан алып 1977 йылға тиклҽм бригадир ярҙамсыһы була. Артабан төрлө эштәрҙә йөрөй. 1979 йылдан алып 1987 йылдың 1 фҽвралҽндә хаҡлы ялға сыҡҡансы, Дәүләкәндә заготконторала хҽҙмәт һала.
Читайте нас: