-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2020, 13:20

7 май – Радио көнө

Бөгөн Рәсәйҙә Радио көнө билдәләнә, уны бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрам итә.

1895 йылдың 7 майында Рәсәй физигы Александр Попов тәүге радиобәйләнеш сеансы булдырып донъяға беренсе радиоалғысты күрһәтә.

Тәүге тапҡыр был дата тантаналы рәүештә 1925 йылдың майында билдәләнә. Алдағы түңәрәк даталар беленмәй үтеп китә. Уны шул дәүерҙә Рәсәйҙә барған ҡатмарлы сәйәси хәлдәр менән аңлатып була. Радионың 20 йыллығы Беренсе донъя һуғышы сығыу менән тап килә, 25 йыллығы ваҡытында илдә Граждандар һуғышы бара.

Радионың ярты быуат юбилейы ваҡыт буйынса фашистик Германияны еңеү менән тура килә. 1945 йылдың 2 майында Александр Попов уйлап тапҡан радионың 50 йыллығын байрам итеү тураһында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының Ҡарары сыға. Йәмғиәттең мәҙәни һәм сәйәси тормошонда һәм ил оборонаһында радионың ролен иҫәпкә алып хөкүмәт йыл һайын 7 майҙа Радио көнөн билдәләргә ҡарар итә.

Читайте нас: