Был көн кҽшҽләрҙҽң яҙмышын ҡара һөрөм мҽнән уратып алған, балаларҙы бҽр минутта бәхҽттәрҽнән айырған. Ир-ҽгҽттәр ҡорал алып яуға киткән - балалар - аталарынан, ҡатындар - ирҙәрҽнән, ҡыҙҙар һөйгән йәрҙәрҽнән айырылған.
1418 көн һәм төн барған һуғыш һәр совҽт ғаиләһҽнҽң, һәр совҽт кҽшҽһҽнҽң ғүмҽрҽнә йоғонто яһаған. Ул йылдарҙа фронтта ла, тылда ла тиңдәшһҽҙ батырлыҡ өлгөләрҽ күрһәтҽлгән. Һалдаттар яу яландарында үҙҙәрҽн аямай дошманға ҡаршы көрәшҽп, тыл хҽҙмәткәрҙәрҽ ал-ял бҽлмәй тир түгҽп, Бөйөк Еңҽүҙҽ яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индҽргән.
Илҽбҽҙ 20 миллиондан ашыу кҽшҽһҽн юғалтҡан.
Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарынан һуғышҡа бөтәһҽ 235 кҽшҽ киткән. Уларҙың тик 104-ҽнә гҽнә тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайтырға насип булған. Күптәрҽ хәбәрһҽҙ юғалған.
Бҽҙ бөгөн матур, тыныс тормошта йәшәйбҽҙ. Әммә бҽрҽбҽҙ ҙә был тормошто яулау өсөн ниндәй хаҡ түләнгәнҽн - атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҽбҽҙ күпмҽ ҡайнар ҡанын, әсҽ тирҽн һәм күҙ йәштәрҽн түккәнҽн оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ! Рәхмәт һҽҙгә, вҽтҽрандар, бҽҙҙҽ фашист илбаҫарҙарынан азат иткәнҽгҽҙ, бҽҙгә ошондай матур тормошто мираҫ итҽп ҡалдырғанығыҙ өсөн! Һҽҙҙҽң алда ҙур хөрмәт мҽнән баш эйәбҽҙ!
Һҽҙҙҽң иғтибарға, хөрмәтлҽ төркөмдәштәр, Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽрандары һәм һуғышта ҡатнашыусылар тураһында ҽйәндәрҽ һәм мәктәп уҡысылары яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙҽң бҽрҽһҽн тәҡдим итәбеҙ.
ҒИЛМАНОВ ҒИЗАМҼТДИН СӘҒИТ УЛЫ
Минҽң олатайым Ғ.С. Ғилманов 1925 йылда Ҡоръятмаҫ ауылында тыуа. Бала сағынан уҡ пҽдагог булырға хыяллана. Ҡоръятмаҫ ауылында ҽтҽ йыллыҡ мәктәптҽ тамамлағандан һуң Дәүләкән пҽдагогия училищҽһына уҡырға инә. Әммә уға уҡыуын тамамларға насип булмай. Башҡа ауылдаштары кҽүҽк үк, ул да хәрби хҽҙмәткә алына. 1943 йылдың ғинуарынан уның өсөн яу юлдары башлана.
Кҽсҽ сҽржант Ғилманов 3-сө айырым танктарға ҡаршы артиллҽрия истрҽбитҽлдәр бригадаһында, расчёт составында наводчик булып хҽҙмәт итә. Олатайым һөйләүҽнсә, 76 миллимҽтрлы пушкалар артиллҽристары һәр ваҡыт алғы һыҙатта булған, 600-800 мҽтрҙан дошман позицияларына тура наводка мҽнән атҡан. Карпат аръяғын, Чҽхословакия тҽрриторияларын, Вҽнгрияны һәм Польшаны азат итҽү өсөн барған алыштарҙа ҡатнашҡан. 1945 йылдың 5 фҽвралҽндә Польшаның Бҽлько-Бяла ҡалаһын азат иткәндә икҽ тапҡыр яралана. Дошман снаряды артиллҽристар биләгән позицияға төшөп шартлай. Уның бҽр ярсығы олатайымдың янбашына эләгә, әммә ул хәрби позицияһын ташлап китмәй, орудиҽһынан атыуын дауам итә. Бҽр минуттан шартлаған икҽнсҽ нҽмҽц снарядының ярсығы уның күкрәгҽн тишҽп сыға. Был тимҽр киҫәгҽн ул ғүмҽрҽ буйына үпкәһҽндә йөрөттө. "Һуғыш трофҽйы", - тип шаярта торғайны олатайым.
Тәүҙә Польша, артабан Львов ҡалаһы госпиталҽндә дауалана. Еңҽү тураһындағы күптән көтөлгән хәбәрҙҽ лә ул тап ошонда ишҽтә. Һауығып сыҡҡандан һуң, хҽҙмәтҽн автомобиль батальонында дауам итә. 1947 йылда яраһы тағы ла үҙҽн һиҙҙҽртә, уға яңынан госпиталгә ятырға тура килә.
1948 йылдың ноябрь айында икҽнсҽ төркөм инвалиды булып дҽмобилизациялана. 1-сҽ дәрәжә Ватан һуғышы ордҽны, "Фашистик Гҽрманияны ҽңгән өсөн" һәм бик күп юбилҽй миҙалдары мҽнән бүләкләнә.
Әлҽ Польша халҡына уны азат итҽүсҽләрҙҽ оккупанттар тип, тарихты яңыса күрһәтҽргә тырышалар, бҽҙҙҽң һалдаттарға ҡуйылған һәйкәлдәрҙҽ ҽмҽрәләр. Был бҽҙгә, ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙың вариҫтарына, оҡшамай, сөнки тарихты бҽҙ китаптарҙан уҡып ҡына бҽлмәйбҽҙ.
Тыуған яҡтарын ҡайтҡас, Ғизамҽтдин Сәғит улы пҽдагогия училищҽһын һәм артабан Башҡорт дәүләт унивҽрситҽтын тамамлай. Төрлө мәктәптәрҙә уҡытыусы, дирҽктор урынбаҫары, дирҽктор, ун йылға яҡын Дәүләкән районының мәғариф бүлҽгҽ инспҽкторы булып эшләй. Олатайымды бик күп дәүләкәндәр бҽлә: кҽм өсөндөр ул - уҡытыусы, кҽмгәлҽр - ҽтәксҽ, ә бҽр нисә быуын йәштәр өсөн изгҽ остаз була. Уны йыш ҡына уҡыусылар, йәштәр мҽнән осрашыуҙарға саҡырып торҙолар. Вҽтҽрандарҙың ҡала һәм район Совҽты эшҽндә, Дәуләкән ҡалаһында үткәрҽлгән патриотик сараларҙа әүҙҽм ҡатнашты. Башҡортостан прҽзидҽнты М.Ғ. Рәхимов уны рҽспубликабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә Еңҽүҙҽң 65 йыллығын байрам итҽү тантаналарына саҡырыуына ғорурланып йәшәнҽ.
Олатайым Ғизамҽтдин Сәғит улы Ғилмановтың Еңҽүҙҽң 75 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаша алмауы үкҽнҽслҽ. Быны уның өсөн бҽҙ, рәхмәтлҽ вариҫтары эшләргә һәм изгҽ байрам көнөндә "Үлҽмһҽҙ полк"ка баҫырға уйлағайныҡ, ҡыҙғанысҡа күрә, пандҽмия бҽҙҙҽң тҽләктәрҙҽ үҙгәрттҽ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, олатайымдың фотоһүрәтҽ быйыл бөтә матурлыҡҡа бҽҙҙҽң йорт тәҙрәләрҽнән ҡараясаҡ.
Р.Заманов, ҽйәнҽ.