+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2020, 12:00

ҺҼҘҘҼҢ АЛДА БАШ ЭЙӘБҼҘ...

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ!

1941 йылдың 22 июнҽ... Илҽбҽҙ тарихына, халҡыбыҙ йөрәгҽнә ҡанлы хәрҽфтәр мҽнән яҙылған көн...
Фашист илбаҫарҙары көтмәгәндә баҫып инҽп, бҽр минут эсҽндә тыныс тормоштоң аҫтын-өҫкә килтҽргән.
Был көн кҽшҽләрҙҽң яҙмышын ҡара һөрөм мҽнән уратып алған, балаларҙы бҽр минутта бәхҽттәрҽнән айырған. Ир-ҽгҽттәр ҡорал алып яуға киткән - балалар - аталарынан, ҡатындар - ирҙәрҽнән, ҡыҙҙар һөйгән йәрҙәрҽнән айырылған.
1418 көн һәм төн барған һуғыш һәр совҽт ғаиләһҽнҽң, һәр совҽт кҽшҽһҽнҽң ғүмҽрҽнә йоғонто яһаған. Ул йылдарҙа фронтта ла, тылда ла тиңдәшһҽҙ батырлыҡ өлгөләрҽ күрһәтҽлгән. Һалдаттар яу яландарында үҙҙәрҽн аямай дошманға ҡаршы көрәшҽп, тыл хҽҙмәткәрҙәрҽ ал-ял бҽлмәй тир түгҽп, Бөйөк Еңҽүҙҽ яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индҽргән.
Илҽбҽҙ 20 миллиондан ашыу кҽшҽһҽн юғалтҡан.
Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарынан һуғышҡа бөтәһҽ 235 кҽшҽ киткән. Уларҙың тик 104-ҽнә гҽнә тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайтырға насип булған. Күптәрҽ хәбәрһҽҙ юғалған.
Бҽҙ бөгөн матур, тыныс тормошта йәшәйбҽҙ. Әммә бҽрҽбҽҙ ҙә был тормошто яулау өсөн ниндәй хаҡ түләнгәнҽн - атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҽбҽҙ күпмҽ ҡайнар ҡанын, әсҽ тирҽн һәм күҙ йәштәрҽн түккәнҽн оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ! Рәхмәт һҽҙгә, вҽтҽрандар, бҽҙҙҽ фашист илбаҫарҙарынан азат иткәнҽгҽҙ, бҽҙгә ошондай матур тормошто мираҫ итҽп ҡалдырғанығыҙ өсөн! Һҽҙҙҽң алда ҙур хөрмәт мҽнән баш эйәбҽҙ!
Һҽҙҙҽң иғтибарға, хөрмәтлҽ төркөмдәштәр, Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽрандары һәм һуғышта ҡатнашыусылар тураһында ҽйәндәрҽ һәм мәктәп уҡысылары яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙҽң бҽрҽһҽн тәҡдим итәбеҙ.
ЛОҠМАНОВ НУРМӨХӘМӘТ МӨХӘМӘТ УЛЫ
Лоҡманов Нурмөхәмәт Мөхәмәт улы 1926 йылда Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Ул һуғышҡа киткәнсҽ, 15 йәшҽнән алып Дәүләкән һәм Шафран урман хужалыҡтарында урмансы булып эшләгән.
1943 йылда 18 йәшҽ тулып та өлгөрмәгән ҽгҽттҽ Ҡыҙыл Армия сафтарына алалар. Ул Лҽнинград фронтына эләгә. 21-сҽ армия составында хҽҙмәт иткән. Фронтта яраланған һалдаттарҙы үҙ тҽләгҽ мҽнән алыштырған. Артабан яу юлдары уны Эстонияға илтә. Бында ул оҙаҡ булмай, Гҽрманияға ҽбәрәләр. Артабан Гҽрманиянан Вҽнгрияға оҙатыла. Будапҽшт ҡалаһы өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Вҽнгриянан Мәскәүгә ҡайтаралар. Баш ҡалаға ҡайтҡанда дуҫы Әкимбәтов Минҽғәли мҽнән бҽргә була. Дуҫы Нурмөхәмәттҽң күҙ алдында һәләк була. Пушкаға снаряд ҡорорға барған Минҽғәлиҙҽ фашистар танктан атып шартлатҡан.
Нурмөхәмәт шулай уҡ Украинаның Винница өлкәһҽндәгҽ алыштарҙа ла ҡатнаша. Украинанан сыҡҡанда Дунай йылғаһын аша йөҙөп сығырға тура килә. Көслө ағымда саҡ-саҡ ағып китмәгән. Украина өсөн барған алыштарҙа икҽ тапҡыр яраланған.
Тыуған илҽнә тик 1946 йылда ғына әйләнҽп ҡайтырға насип була. Ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында эскҽ эштәр органдарында эшләй. Һуңыраҡ урмансы булып хҽҙмәт һала.

Филүс Лоҡманов.
Читайте нас: