+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2020, 17:25

Республика Хәрби Дан музейы асылыуға бөгөн 20 йыл.

Музей Өфөлә 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү мемориаль комплексының бер өлөшө булараҡ 2000 йылдың 8 майында асыла.

Республика Хәрби Дан музейы — Башҡортостан Республикаһында үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик тәрбиәләү үҙәктәренең береһе.
Музейҙың Еңеү паркында урынлашыуы осраҡлы булмай. Башта бында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың монументаль скульптуралары һәм Мәңгелек ут барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ бейек текә ярында Башҡортостанда берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ерләнә. Үҙәк аллея буйлап гранит стелаларҙа Башҡортостандың 278 Советтар Союзы Геройы һәм 39 Дан орденының тулы кавалерҙары исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙыла.
Шулай уҡ бында Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары исемдәре, һуғышҡа саҡырылған һәм һәләк булған яҡташтарҙың исемдәре уйылып яҙылған.
Музей фондында 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фронт хаттары, хәрби наградалар, ҡорал, хәрби кейемдәр, фото һәм документаль материалдар бар.
Читайте нас: