«Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡалала йәшәүселәр генә түгел, ауыл халҡы ла дәррәү ҡушылды. Ауыл биләмәләрендә тиҫтәләгән төп йәш үҫентеләр ултыртылды. Унан һуң яуып үткән ямғырҙар уларҙың тамыр алып, нығынып китеүенә булышлыҡ иткәндер. Әлегә улар бәләкәй, ә бер нисә йылдан бейек ҡарағайҙар булып китер.