Еңеү көнөнә яу яландарында фашистарға ҡаршы алышҡан яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған обелискылар, һәйкәлдәр яңыртыла, уларҙың тирә-яғы тәртипкә килтерелә. Ҡаҙырғол ауылындағы бронза һалдат та матур итеп буятылған. Үҙаллы изоляция дауам итә, ауылдаштар уның эргәһенә күмәкләп йыйылмаһа ла, һәр кем үҙенең ата-бабаһын, тылда Еңеү өсөн көс һалған әсәй-өләсәйҙәрен иҫкә аласаҡ.