-17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
9 Мая 2020, 15:10

Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалы ҡайтты!

Бөгөн Башҡортостан өсөн ысын мәғәнәһендә иҫтәлекле көн – геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалы тыуған төйәгенә ҡайтты!

Геройҙың миҙалы “Өфө” аэропортына махсус вертолетта алып киленде. Аэропортта награданы тантаналы шарттарҙа ҡабул итеү Рәсәй Геройы Николай Злобинға ышанып тапшырылды. Артабан хәрби кортеж Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үтеп, Совет майҙанына юлланды. Әйтергә кәрәк, хәрби техника менән билдәле шәхестәр, спортсылар идара итте.
Төп тантананың тап Совет майҙанында үтеүе ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки 1942 йылдың мартында тап ошо урында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов Башҡорт АССР-ы етәкселегенә дивизияның яуға әҙер булыуы хаҡында белдерә.
Совет майҙанында Рәсәй Геройы Николай Злобин награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырҙы. Радий Фәрит улы тәүҙә барлыҡ республика халҡын, ветерандарҙы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, был ваҡиғаның иҫ киткес ҙур әһәмиәтен билдәләне.
“Башҡорт халҡы һәр ваҡыт үҙенең батырҙары менән данлы булған. Башҡорт атлылары яуҙа ҡаһармандарса һуғышҡан, дошманды дер ҡалтыратҡан. Үҙенең һуңғы походы менән генерал Шайморатов тыуған ил азатлығы өсөн көрәштә баш һалыуҙың намыҫ эше булыуын раҫланы. Награда үҙ геройын тапҡансы тиҫтәләрсә йылдар үтте. Рәсәй Президентының яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указы беҙҙең бөтәбеҙ тарафынан да билдәле комдивтың шәхесенә һәм уның ҡаһарманлығына оло хөрмәт билдәһе булараҡ ҡабул ителде. Был ваҡиғаны республиканың бер нисә быуын кешеләре оҙаҡ йылдар өмөтләнеп көттө. Башҡортостан халҡы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙгәне өсөн Владимир Владимирович Путинға сикһеҙ рәхмәтле. Бөйөк шәхестәребеҙҙең яҡты хәтеренә лайыҡлы булырға тырышасаҡбыҙ. Был бөйөк награда – бөтә Башҡортостандың ғорурлығы”, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Артабан Башҡортостан Башлығы курсанттар сафы оҙатыуында “Алтын Йондоҙ”ҙо Республиканың Милли музейына алып барҙы. Бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Милли музей директоры Марат Зөлҡәрнәев награданың тапшырылыуы тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Shaymoratovti--Altin-Yondo--mi-ali-aytti-259947/
Читайте нас в