Был көн беҙҙә һәр ваҡыт Дан һәм илебеҙ өсөн ғорурлыҡ көнө, Тыуған илде сикһеҙ яратыу, халҡыбыҙ батырлығының, ҡаһарманлығының, һынмаҫ ихтыярының һәм ғәйәт ҙур рухи көсөнөң кәүҙәләнеше булып ҡаласаҡ.
Фашизмдың юлына кәртә ҡуйған, кешелек тарихындағы иң ҡанҡойошло һуғышта Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың батырлығы алдында беҙ тәрән рәхмәт тойғоһо менән баш эйәбеҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, Еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыштан һуң илде емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Яу яландарында һәләк булған яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә, беҙгә тыныс тормошта йәшәргә һәм эшләргә балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә ҡыуанырға мөмкинлек биргән Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ. Тыуған илде ҡотҡарыу хаҡына үҙен аямай үлемгә ҡаршы барыусылар тураһында иҫтәлекте һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу һәр кемдең изге бурысы.