Зөләйха атлап түгел , осоп йөрөнө. Һөйләшмәне, күгәрсен кеүек гөрөлдәне. Һөйөү тылсымынан иҫергән ҡыҙ бала, самаһыҙ хистәренән сәсәне.
Быҙауҙары янына елкенеп килде, шатлығын улар менән уртаҡлашты. Әйтерһең дә , улар ҡыҙҙы аңлай ине.
Ҡысҡырып йыр һуҙған ҡыҙға ҡушылып безәүкәйҙәр ихлас мөөлдәште.
Әсәһе ,Зөләйха бәләкәй саҡта уҡ мәрхүмә булғайны. Атаһы йәш ҡыҙҙан алды ҡатынды. Биш бала өҫтөнә килгән Мәрүә , үҙе лә биш балаға ғүмер бирҙе.
Мәрүә йомшаҡ күңелле ҡатын булып сыҡты, балаларҙы ҡаҡманы. Аталары ғына бер ҡатыраҡ әҙәм инде. Бер - бер артлы ҡыҙҙарын кейәүгә биреп бөттө, йәштәре тулғанын да көтөп торманы. Ун етеһе тулыр тулмаҫтан апаһы Зөлхәмиҙәне ,ике өй аша йәшәүсе яңғыҙ ҡатын Әсмәбикә әбейҙең бер бөртөк улына кейәүгә бирҙеләр.
Өйҙә бәләкәй Зөләйха ла , үгәй әсәнән тыуған ваҡ балалар ғына ҡалды.
Зөләйхаға ла быйыл ун ете йәш тулып үтте. Фермала быҙау ҡараусы булып эшләй ул. Етенсе класты бөткәс тә , атаһы уны эшкә ҡыуҙы.
Уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың , эшләп аша тине.
Шунан бирле эшләп ашай ҡыҙ.
Осоноп йөрөүенең сәбәбе бар. Яңыраҡ армиянан ҡайтҡан Ибраһим, ҡыҙға үҙенең хистәрен белдерҙе. Тиҙҙән яусы ебәрәсәкмен тине.
Тик, егет өлгөрмәне.
Быҙауҙарға һөт эсереп йөрөгән Зөләйха янына, хәле бөткән Фариза әхирәте йүгереп килде.
- Зөләйха, Зөләйха! Һине кейәүгә биреп яталар! Әбделхай яусылар ебәргән, ҡоҙалар килгән инде...
Фариза сәсәне, шәп йүгереүҙән тыны ҡурылған ҡыҙ , ҡулын ауыл яғына иҙәне.
Ҡулынан биҙрәһе ергә даңғырлап төшкән Зөләйха , аяҡтары ергә теймәй ауылға йүгерҙе.
Ҡапҡа алдында бәйле торған , егеүле аттарҙы күргән ҡыҙҙың күҙ алдары ҡараңғыланды.Өйгә йүгереп инде, яңыраҡ ҡына тағы бәпәйҙән бушанған үгәй әсәһе , түрбашта сабыйын ҡосаҡлап ултыра. Өйгә ит еҫе таралған, ҡаҙанда һалма бешә.Еңгәләре инеп сығып , йүгермәләп йөрөйҙәр.
Төпкө бүлмәлә ҡоҙалар йыйылған, мулла никах уҡый ине инде.
Зөләйха Мәрүәнең аяҡтарына теҙләнде.
- Апай, әйт атама , яусыны кире ҡаҡһын. Мин башҡаны яратам.
-Үҙ атаңды үҙең белмәгәндәй ҡыланма, минең һүҙем һүҙме ней? - Мәрүә бер нисек тә ярҙам итә алмауын ҡабатланы.Иренең күҙ ҡарашынан ҡурҡып тороусы Мәрүә , ҡыҙҙы йәлләһә лә , бер ни ҡыла алмай ине шул.
Зөләйха илай - илай , Зөлхәмиҙәгә йүгерҙе. Һеңлеһенең хәбәрен ишеткәс, ултыра төштө, сеңләп сеңләп һеңлеһен ҡосаҡлап иланы.
- Барма уға, ҡасып кит , ҡас - тип өгөтләне. Илауҙан башҡаға эшкинмәгән апаһынан файҙа булмаҫын белгән ҡыҙ , урамдың осонда йәшәүсе инәһе, әсәһенең апаһы Менәүәрәгә йүгереп барған булды. Менәүәрә яңғыҙ ҡатын. Баш эйеп , ярҙам һорап барырлыҡ кешеһе юҡ.Зөләйханы яҙмышына баш эйергә өгөтләне.
- Эй, балам. Әсәй үлһә , атай еҙнәй тип, боронғолар белмәй әйтмәгәндер.Әсәң булмағас етемһең, ҡасып ҡайҙа бараһың? Ҡуй,балам, атаң ҡарғышын алма, күн яҙмышыңа.
Зөләйха ҡайҙа барһын, ҡайтты өйөнә.Унан һорап та торманылар , яҙмышын хәл итеп тә ҡуйҙылар.
Ибраһим белмәй ҙә ҡалды, Зөләйханы икенсе кешегә биреп тә ебәрҙеләр.
Зөлхәмиҙә кейәүе менән оҙаҡ та йәшәп өлгөрмәне. Ирен ағас баҫты.Барыр урыны булмаған йәш ҡатын ҡәйнәһе менән көңгөр- ҡаңғыр донья көтә ине.
Һылыу ҡатынға күҙе төштө Әбделхайҙың. Егеттең таҫма теленә алданды ҡатын.Алам да алам тип алдаштырып йөрөттө лә ,алданы.
Йәшкә күҙ һалған бит әле, етмәһә кемгә, Зөлхәмиҙәнең йәндәй күргән һеңлекәшенең башын ашарға йыйынған түгелме?
Әммә эш үткән ине инде, Зөлхәмиҙәнең ҡулында яҙмыштарын үҙгәртерлек ҡөҙрәт булһа , ҡана ла һуң.
Һеңлеһен Әбделхай оҙатып алды.
Зөлхәмиҙәгә ни ҡала? Үҙенең хәлен кеше - ғара белмәҫ борон тип, төндә генә барҙы ул ,күрше ауылда йәшәүсе сыуаш әбейенә.
Урындыҡҡа сисенеп ятҡан Зөлхәмиҙә теше- тешкә теймәй ҡалтыранды, әбей иҫе китмәй генә һөйләнеп үҙ эшен башланы.
- Ҡурҡмааа , һиндәйҙәр күп үтте ҡулымдан. Береһе лә үлмәгән.
Ауыҙын астырып , сепрәк тешләтте. Быныһы , ҡысҡырғаныңды күршеләр ишетмәһен өсөн.
Зөлхәмиҙә таңға ғына ҡайтып етте. Үҙе йоҡлаған тимер карауатҡа көс- хәл менән барып ауҙы ул.
Бер ни һиҙмәгән ҡәйнәһе , һаман йоҡлап ятҡан килененә аптырап та, һуҡранып та тауыш бирҙе.
- Аһ,аһ. Килен, эшеңә бармайһыңмы ней?
Лыс тиргә батып, ҡалтыранып ятҡан киленен күргәс ҡото осто. Юрғанын һирпеп асҡан Әсмәбикә , күләүек кеүек ҡанды күреп хәлде төшөнгәйне инде.
Киленен йыуындырып , ул- был итеүгә , ғазапланып ятҡан Зөлхәмиҙә йән бирҙе.
Зөлхәмиҙәнең серле үлеме сәбәбен , Әсмәбикәнән башҡа бер кем дә белмәне.Килененең яман даны таралмаһын өсөн , әбей ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне.
Әбделхайға көсләп бирелгән Зөләйха, апаһының үлеменә Әбделхай сәбәпсе икәнен белмәне.
Ир кеше өй һалырға, ағас ултыртырға , ул үҫтерергә тейеш тип иҫәпләгән Әбделхай, Зөләйханың уға малай табып биреүенә өмөтөн өҙмәне.
Өй һалып сыҡты Әбделхай, ҡулдары алтын уның.
Ҡыйыҡ ситтәре, тәҙрә кәрниздәре семәрле, ҡурсаҡтай ҡупшы йорт ауылда башҡа берәүҙә лә юҡ.
Өй янындағы баҡсаһын ауылдаштары , ожмах мөйөшө тип атаны. Ултыртҡан ағастарының иҫәбе юҡ.
Өсөнсө хыялы ғына тормошҡа ашмай ҙа ҡуя. Малай булыр тип көткәйне лә, Зөләйхаһы алтынсыға ҡыҙ табып ята.
Эштә лә ир - ат мәрәкәләп, күҙен дә астырмай Әбделхайҙың.
Бигерәк тә үҙенең биш улы булған Ғәзизйән үҙәгенә үткәрә. Әбделхайҙы күргән һайын , былай ҙа ҙур ауыҙын калуштай йырып, төрттөрмәйенсә үтмәй.
- Сәләм, бракодел! Шунан , шунан, гарем гөрләйме?
Әбделхай йәне көйһә лә яуап бирмәй, сырт төкөрөп ҡуя .Ғәзизйән ҡуйырҙан- ҡуймай :
- Үҙемде генә ярҙамға саҡырһаң була инде.
Быныһына сыҙамай Әбделхай, суҡмарҙай йоҙроҡ Ғәзизйәндең танауынан ҡан борлата.
- Мин нимә эшләгән? Бисәңде туҡма.
Артынан ҡысҡырған Ғәзизйәнгә ҡабат әйләнеп ҡарамай ул.
Әбделхай төшкөлөккә ҡайтып инде. Балалар урамда сыр- сыу килеп уйнап йөрөйҙәр. Өй эсендә тауыш- тын юҡ, самауыр сыжлауынан башҡа.Ул ҡайтыуға өҫтәл һәр ваҡыт әҙер генә була, ана бит, бар нәмә теҙелгән, өҫтәлдең түрендә үҙенең хужа икәнлеген раҫлағандай, самауыр ҡуҡырайып күңелле йырлап ултыра. Зөләйха үҙе күренмәй.
Әбделхай төп яҡҡа күҙ һалды. Зөләйха сабыйын ҡосаҡлап йоҡоға талған ине.
Арый ҡатыны, күмәк балалар, мал- тыуар, бөтмәҫ ваҡ төйәк эш менән.
Әбделхайҙың күңелендә аңлайышһыҙ нескә хис яралды.Ул яҡын килеп, Зөләйхаһына ҡыҙығып ҡарап торҙо.
Оҙон , ҡалын сәсен берҙән үреп күкрәгенә төшөргән ҡатынын, һыуһылыу менән сағыштырҙы.Йылдар үтһә лә һылыулығын ташламай Зөләйха. Үҙенсә ярата уны Әбделхай. Тик яратыуын күрһәтә лә аңлата ла белмәй.
Бигерәк һылыу шул. Юҡҡамы ни , Зөлхәмиҙәне һөйөп йөрөгән ерҙән, Зөләйханы күргәс доньяһын онотоп уға ынтылды.Гел ситтә йөрөгән егет ауылға ҡайтыуына шундай сибәр ҡыҙ үҫеп торорон ҡайҙан белһен? Ире үлгән Зөлхәмиҙәгә әүрәп йөрөгәнендә, ҡаршыһына тап килде бит Зөләйхаһы. Көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып килеүсе ҡыҙға һүҙ ҡушыуы бушҡа булды. Ул уға әйләнеп тә ҡарамағайны .
Ҡапыл , иҫенә Ғәзизйәндең бракодел, гарем тигәне төшкәс, үҙен баштан- аяҡ боҙло һыу ҡойонғандай тойған ир, тертләп китте.
Күҙҙәренә, йәйғор нурҙарылай эркелгән наҙҙы , нәфрәт һәм ҡот осҡос асыу алыштырҙы.
Ярһыған ир, диван башында ятҡан бәләкәй яҫтыҡты алып, ауыҙын супылдатып, йылмая биреп ятҡан сабыйҙың йөҙөнә баҫты...
Ҡапыл, һиҫкәнеп уянған Зөләйха берсә ҡаршыһында торған иренә, берсә ҡатып ҡалған сабыйына ҡараны. Иренең эше икәнен һиҙенде.
- Ғазраил... - тип кенә шыбырлай алды Зөләйха.
- Имсәгең менән баҫҡанһың баланы! Йоҡосо, һәпрә!
Сабыйының йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлап илаған ҡатынына
- Өнөң сыҡмаһын! - тип екерҙе лә, ишекте шарт тибеп асып сығып китте.
Башҡа ваҡыттағыса күңелле сәй эсеү бөгөн булманы.Күңелле сыжлаған самауыр ҙа, хужаларына үпкәләгәндәй, яйлап һүрелде...
Әсәләре сығып саҡырмағас, ҡыҙҙары ла уйындарын ташлап ҡайтманылар.
Ауылда эшкинмәгән, йоҡлап ятып , балаһын баҫып үлтергән Зөләйханы бер аҙ сәйнәнеләр ҙә оноттолар.
Ғүмер йомғағы үҙ яйына, берсә сеймәлә- сеймәлә , берсә тигеҙ генә көйө һүтелә бирҙе.
Ғәзизйәндең егәрле ҡатыны алтынсыға малай алып ҡайтты.Былай ҙа маҡтансыҡ нәмә, күркәләй ҡупырайҙы, әтәстәй ҡанатын ҡағынды.Саҡ ҡына кәртә башына менеп кикирүкләмәй генә инде.
Әбделхайҙың уның һайын эсе бошто.Зөләйханың да көнө етеп килә, бөгөн иртән тип күҙ ҙә ҡаш көтөп торалар.
Икәүләп , ирле - ҡатынлы , аллаһы тәғәләнән төн йоҡоларын йоҡламай малай биреүен һорайҙар инде.
Аллаһы тәғәлә ишетерме уларҙың теләген?
Булмаһа булмай икән ул, баҙарҙа сөсө икмәк.Зөләйха тағы ҡыҙ тапты.Һөмһөрө ҡойолған, хыялы тормошҡа ашмаған ир , эсеп алып үкереп- үкереп иланы.
- Эшкинмәгән, кеше бисәләре ул таба. Һин доньяны кәнтәй менән тултырҙың.
Зөләйха өндәшмәне. Ҡыҙ бала түгелме ни? Иренең талауҙарына тәҡәте ҡороған ҡатын , илай- илай хоҙайға ялбарҙы. Ҡыҙҙарының уның яҙмышын ҡабатламауҙарын теләне.
Мәликә теремек кенә булып үҫеп килә. Ана, имгәкләй ҙә башланы . Зөләйха сабыйына ҡарап шатланып бөтә алманы.Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта тиһәләр ҙә, ошо бәләкәсе йөрәген нығыраҡ һыҙлата. Нимәгә икәнен дә аңламай, йөрәге ҡағып тик торасы.
Сәй ултыртып йөрөүсе Зөләйха, абайламай ҙа ҡалды.Нимәгәлер тағы ярһып ҡайтҡан ире, урындыҡта имгәкләп йөрөүсе, атаһын күргәс, ҡыуаныслы ауаздар сығарып талпынған сабыйҙы елкәһенән алып , иҙәнгә быраҡтырҙы. Бала шар итте лә тынды. Зөләйханың ҡулынан сәйнүге төшөп ярылды.
- Үлде инде, үлде - тип шарылдап илап балаһына ташланған Зөләйха, иҫен юйҙы.
Ғәжәпкә ҡаршы бала үлмәне.Хатта бер ере лә һынмаған да , күгәрмәгән дә ине.
Ауыр тын алып ятҡан балаһын , ана үлә бына үлә тип йоҡламай ҡарауылланы Зөләйха. Ғүмере бөтмәгән сабый терелеп китте.
Иренең ҡанһыҙлығы үҙәгенә үткәрһә лә, барып баш терәр урыны булмаған ҡатын сабыр булырға тырышты. Миңә һуҡ, балаларға теймә тип инәлде. Балаларын атаһы күҙенә салынмаҫҡа өйрәтеп бөттө.
- Атай ҡайтып килә - тип уны күреү менән ҡыҙҙары йәшенеп бөтә ине. Зөләйхаға туҡмаҡ күп эләкте инде.
Мәликәгә ике йәш тулыр тулмаҫтан , Әбделхайҙың теләге ҡабул булды.
Зөләйхаһы ул табып бирҙе иренә.
Ай- һай- һай! Күрегеҙ ине Әбделхайҙы! Баш юғары ҡайҡайҙы, суҡмарҙай танау юғары сөйөлдө,күкрәк кирелде. Ә атлап килеүҙәре, генералмы ней.
Иптәштәре уны күтәреп , күккә сөйҙөләр. Әйтерһең дә, оло яуҙан еңеп ҡайтҡан герой инде.
- Наканис то , улым бар. Уң ҡанатым- тип шатланған иренә ҡарап , Зөләйха ла үҙенең баш осонда ҡояш балҡыуына кинәнде. Елкәһенән ауыр йөк төшкәндәй еңел тын алып ҡалды.
Киләсәктә , иңдәренә тағы ла ауырыраҡ йөк ишелерен белмәгән Зөләйха, улынан күҙен ала алманы...
Бик иркә һәм еңмеш булып үҫте Рәис. Алты апаһы алмаш- тилмәш , аяҡтарын ергә тигеҙмәй күтәреп, һәпестүкләп кенә торҙолар. Иң тәмле ризыҡтар ҙа , иң тәүҙә бер бөртөк малайға, шунан ғына апайҙарына бүленде.
Әсәһен инде әйтеп тораһы ла түгел. Улына ҡарап һөйөнөп бөтә алмай.
Әбделхай үҙе улын самаһыҙ яратты, хатта шаштырҙы тиһәк тә хата булмаҫ.Эштә лә ирҙәр араһында улын һөйләп көнө үтте.
Ғәзизйәндең ауыҙы күптән инде ябылды, көлмәй ул хәҙер.
Яңы теле асыла башлағандан алып Әбделхай улын һуғышырға өйрәтте. Шулай тип әйт, былай тигән тип һүгенеү һүҙҙәрен әйттерҙе . Әле теле саҡ асылып килгән улының, һаҡау итеп һүгенгәненә ҡыуанып , урындыҡта тәгәрәп ятып көлөр ине.
Йә , тип , йоҙроҡ менән тондор, күҙ төбөнә бир, баш менән бәр һәм башҡа шундай һуғыш алымдарын өйрәтте.
Беҙҙең халыҡтың шул бит инде, һуҡ йә тип өйрәтеү күп ғаиләләрҙә күҙәтелә. Урыҫтар ғына ул , иди полюби тетю йәки поцелуй маму тиҙәр түгелме?
Рәис бәләкәс кенә йоҙроҡтары менән әсәһенең күҙ төбөнә тондора.Атаһы ҡыуана уға ҡушылып апалары сәпәкәй итә. Көндән көн яңы һөнәр арттырған улын , һөйөп туя алмаған Зөләйха уның йоҙроҡтарын көлә-көлә үбә.
Үҫә килә Рәис, атаһы һүҙен генә һөйләп , уға оҡшарға тырышып ҡатын- ҡыҙға юғарынан ғына ҡараны.
Әсәһенең урыны түрбашта икәнен асыҡтан асыҡ әйтер ине:
- Женщина, знай свое место!
Апайҙарын бөтөнләй һанға һуҡманы, күрше тауыҡтары тип кенә ебәрҙе.
Ата - әсәһе улдарының бар ҡыланышына ла көлөп ҡаранылар.
Мәктәпте тамамлап, армия хеҙмәтендә йөрөп ҡайтыу ҙа уны аҡылға ултыртманы. Рәис эсте, ҡатын- ҡыҙҙар артынан сапты. Төнө буйы йөрөнө, көнө буйы йоҡланы.
Ата-әсәһенән араҡыға аҡса таптырҙы. Юҡ тигәнде аңламаған улы өсөн, Зөләйха һәр саҡ аҡса йә ярты һаҡлыҡта тотто.
Теләгәне алдына килмәһә Рәис әсәһен туҡмай, атаһына ла өлөш тейә ине.
Ҡыҙҙары күптән инде, ҡош балалары кеүек, төп оянан осоп сығып китеп бөттөләр.
Әбделхай иҙәнгә атып бәргән Мәликә лә матур ҡыҙ булып буй еткерҙе.Балаһының имен ҡалғанына ҡыуанған Зөләйха ,ҡыҙының әҙерәк аҡылға еңелерәк булып ҡалыуын шул хәлдән күрә.
Мәктәптә уҡый алмаған ҡыҙ, ҡара эшкә шәп була.
Былай ҡарағанда һиҙелмәһә лә, йөрөй йөрөй еңеләйеп киткән мәлдәре була Мәликәнең.
Шуға ҡарамаҫтан , матур һәм аҡыллы егет осрай уға тормош юлында. Зөләйханың күҙ йәштәрен түгеп теләгән теләктәре тормошҡа аша, ҡыҙҙарына бәхет ҡапҡалары шар асыла.
Ҡасандыр алты улы менән маһайған Ғәзизйәндең бөгөн, Әбделхайға күҙе ҡыҙа ине.
- Ну, малай! Һинән бәхетле кеше юҡ инде. Алты кейәүең бар, алты улым булғансы ,бер ҡыҙым булһасы - тип йыш ҡына уфтанды.
- Аллаға шөкөр ,ҡыҙҙарым шәп уларҙан кейәүҙәрем шәберәк, тик бына малай ғына үҙәккә үткәрә бит әле.
- Шулай, ана минекеләр, эсмәһә лә ҡайтып та әйләнмәйҙәр.
Ошондай һөйләшеү ике дуҫтың араһында көн дә тиерлек ҡабатлана ине.
Әбделхайҙең ауырып түшәккә ятыуына ла байтаҡ булып китте. Әле ҡасан ғына ер һиңкетеп, дөңкөлдәтә баҫып йөрөгән алпамышалай ирҙе лә аяҡтан йыҡты ауырыу. Зөләйхаһы ҡарай уны, ҡарамай ҡайҙа барһын. Ҡалай ғына булһа ла , бергә ғүмер кисергән хәләле, балаларының атаһы.
Йөрөгән саҡта тормоштоң да , һаулыҡтың да ҡәҙерен белмәйһең икән ул.
Йығылғас ҡына башты ташҡа бәрерҙәй булып, аһ та уһ киләһең.
Их,шулайтмағанмын , былайтмағанмын, хәҙерге аҡылым булһа , тип үкенгән булаһың .
Уйҙар, бөтмәҫ- төкәнмәҫ уйҙар биләп ала Әбделхайҙы ла.
Ятҡас уйланырға ваҡыты күп. Бер ҡайҙа ла ашығырға кәрәкмәй, әйҙә, күпме теләйһең шунса йөҙ уйҙар диңгеҙендә.
Әбделхай бөтә ғүмерен күҙ алдынан үткәреп ята инде , нишләһен . Тороп югереп китерҙәй була ла ул, хәленән килмәй.
Уйҙарҙан уйылып китерлек , ята бына уйылып, уйланып.
Зөләйхаһы ла биреште быйыл , ирен ҡарау ҙа йонсота уны, етмәһә ,Рәисе үҙәгенә үткәрә.
Өйләнде, ике бала атаһы булһа ла аҡыл ултырмағас ултырманы инде. Эсеп ҡайта ла ҡатынына ҡул күтәрә, киленен яҡлайым тип араларына төшкән әсәһенә лә мул ғына эләктерә. Ҡаҡса ғына , өрһәң осоп китерҙәй еңел кәүҙәле Зөләйхаға күп кәрәкме ни, аҙаҡ һыҙланып саҡ ҡуҙғалып йөрөй.
Айыҡ сағында эргәһенә килгән улына Әбделхай:
- Улым, әсәйеңә һуҡма ҡабат, мине генә туҡма йәме- тип әйтеп ҡараған була. Рәис башын һелкеп ултырған була ла, эсеп алһа, тағы шул хәл ҡабатлана.
Зөләйха киленен әрләп тә өгөтләп тә еңә алманы. Атай әсәйең бар, имен саҡта айырыл , китеп ҡотол тип үҙенсә кәңәш биргән булғайны. Ләкин, Гөләйфә тыңламаны ҡәйнәһен, эскесе иренә сат йәбешеп йәшәүен белде.
Йәшәү тип әйтерлек инеме икән уларҙың йәшәүен?
Рәис бер ерҙә лә эшләмәне, Гөләйфә лә эш таба алманы. Ярай әле ҡайны - ҡәйнәһенең пенсияһы килеп тора, күҙ ҙә ҡаш шуны көтөп кенә торалар.
Уның да яртыһын тиерлек Рәис һурып бөтөрә. Бирмәйенсә ҡотолоп булмай. Мал- тыуар , ҡош- ҡортто ишле көтәләр ҙә ул, бар эш Зөләйха менән Гөләйфә елкәһендә.
Ярар әле, кейәүҙәре шәп Зөләйханың, бесән әҙерләү ауырға төшмәй, шуныһына шөкөр итә ул.
Гөләйфә баҙарға йөрөп май- ҡаймаҡ, ҡаҙ һатып етмәгән аҡсаны еткерергә тырыша , Рәисе лә ныҡ ярҙам итә , морозильникты бушатышырға. Әсәһе менән ҡатыны өйҙә булмауын аңдып ҡына тора.
Эсеп- иҫереп ҡайтҡан Рәис тоҡ томалдан Гөләйфәгә бәйләнә ине.
Әле лә , йоҙроҡлап битенә тондорҙо. Сарылдап араларына төшкән Зөләйхаға ла төштө суҡмарҙай йоҙроҡ. Ҡураныс ҡына әсәһе ярп итеп кенә ҡалды. Күҙенә аҡ- ҡара күренмәй ҡатынын типкеләүсе ир, әсәһенә ҡараманы .
- Ҡәртәсәй, ҡәртәсәй үлде - тип ҡысҡырып илаған бәләкәй Язгөлдөң һүҙҙәре , берәүҙең дә аңына барып етмәне ахрыһы.
Мейес янында ултырған һандыҡ мөйөшөнә башы менән бәрелгән Зөләйха , ҡаҡ салҡан ике ҡулын йәйеп ята ине, Рәис иҫенә килгәндә.
Рәис әсәһенең үҙен ҡасандыр бер заман ташлап китерен күҙ алдына ла килтермәй ине. Әсәһе мәңге йәшәр кеүек инесе.
Өҫтәренә күк йөҙө ишелеп төшкәндәй булды.
Иң ауыры Әбделхайға ине. Торорлоҡ көсө булмаған ир, юрғанын бөркәнеп үкһеп иланы. Йә, алла! Бер гөнаһһыҙ Зөләйхала ни үсең бар, мине алһаңсы...
Яңы ҡалҡып сыҡҡан тупраҡ өйөмө янында ултырҙы ла ултырҙы Рәис.
- Әсәй, әсәкәйем! Кисерә алһаң, кисер улыңды! Ниҙәр генә ҡылайым икән?!
Иренең ҡайтмауына аптыраған Гөләйфә , ауыл буйлап эҙләне Рәисте.Ундай хәлдең булғаны юҡ ине әле. Нисек кенә иҫерек булһа ла ҡайта инесе. Бөгөн биш көн булып китте бит юҡлығына.
Әбделхайҙы кесе ҡыҙы Мәликә үҙенә алып ҡайтты.Апайҙары төрлө һылтау табып , атайҙарын ҡарарға теләмәне. Биш ҡыҙы ла Әбделхайҙың үҙенә оҡшап ҡатыраҡтар шул. Ошо Мәликәһе генә ҡойоп ҡуйған Зөләйха.
Ҡыҙының күҙҙәренә тура ҡарарға баҙмай ине Әбделхай. Йөрәге һулҡылдап ҡына һыҙлап тик торҙо. Ҡасандыр алып атҡан балаһына ҡалды көнө. Хоҙайҙан үлем һорап ятҡан Әбделхай оҙаҡ йәшәне. Ҡыҙы Мәликә сабыр ғына баҡты атаһын.
- Ҡылған гөнаһтарым өсөн йәнемде алмайҙыр ғазраил - тип һөйләнеп ятты ул. Бер генә көндә йәшәгеһе килмәй ине Әбделхайҙың.Тиҙерәк Зөләйхаһы янына барғыһы килде.
Күпме генә ялбарып һораһа ла , теге доньяға китеү теләге көслө булһа ла , ғазраил уны алып китергә һаман килмәне лә килмәне...
Урмандан ҡайтыусылар зыярат янынан үткәндә күреп ҡалалар Рәисте.
Әсәһе ҡәберен ҡосағына һыйҙырырға теләгәндәй , ике ҡулып йәйеп , йөҙтүбән ҡәбер өҫтөндә ята ине Рәис.
http://кунел-сэрен.рф/publ/khik_j_l_r/azrail/2-1-0-9