-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Май 2020, 11:35

Бөгөн илдә экологик белем биреү көнө билдәләнә.

12 майҙа Рәсәй һәм элекке СССР илдәре Экологик белем көнөн билдәләй.

Байрам 1991 йылда булдырылған, уның маҡсаты – бөтә ғилемдәрҙә һәм кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә экологик белемде арттырыу.

Башҡортостанда төрлө тәбиғәтте һаҡлау саралары – акциялар, ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар уҙғарыу ярҙамында халыҡҡа экологик белемде еткереүгә ҙур иғтибар бүленә. Үҫеп килгән быуын өсөн йыл һайын геологтар, экологтар һәм урмансылар слеттары уҙғарыла. Конкурс һәм фестиваль еңеүселәре күп тапҡыр төбәктән Рәсәй кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар алды. Республика район-ҡалаларында теге йәки был экологик мәсьәләгә дөрөҫ мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән социаль реклама әүҙем ҡулланыла.

Читайте нас: