Яңы уңышҡа нигеҙ һалынған мәл. Ҡайһы бер хужалыҡтар сәсеү эштәрен теүәлләп өлгөрҙө лә инде. Шуға баҫып ҡына яуған ямғыр уңғандарҙы сикһеҙ ҡыуандыра, тимәк, игендәргә шытыр өсөн дым етерлек буласаҡ. Крәҫтиәндең хыялы бер – мул уңыш алыу. Ул электән шулай булған һәм шулай дауам итәсәк. Яҙғы баҫыуҙар әле трактор тауыштарынан бер аҙ тынып тора - ер-әсә дымға туйына.