+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Май 2020, 13:45

Шартлау яңғыраны..

Үлемем шул тип уйланым

Иртән тороуыма бер танышым ватсап аша фотолар ебәргән. Ҡарайым-ҡарайым, тәүҙә бер ни аңламайым. Фотола емерек мейес, табаҡ-һауыт тәгәрәшеп ята, бөтә тирә-яҡ ҡап-ҡара, түшәмдәр, стеналар ҡарарлыҡ түгел ҡором. Ниндәйҙер хәүеф булғанын һиҙеп, йөрәгем дарҫлап тибә башланы, тиҙ-тиҙ генә уның телефон һандарын йыям. “Ни булды, нишләнегеҙ?”- тигән һорауыма “Кистән һыуытты бит, өй һыуыҡ һымаҡ тойолғас, балалар ҡайтыуға йылытмаҡсы булдым, ҡабыҙып ебәрҙем. Бер заман шартлау тауышы... Газ горелкаһы шартлаған. Үлемем шулдыр тип уйлағайным...”, - тип яуапланы ул. Ярай был юлы ҡорбандарһыҙ, артыҡ бәлә-ҡазаһыҙ булған. Ә газ шартлау һөҙөмтәһендә күпме кеше ғүмерҙәре өҙөлә, йорт-ер янып көлгә әйләнә. Шуға көнкүреш приборҙары, газ менән файҙаланғанда һаҡлыҡ саралары тураһында онотмаһаҡ ине. Йәй күҙ асып йомғансы үтеп китер, көҙ яҡынайыу менән күптәр газ ҡабыҙа башлар. Белгестәрҙе саҡыртып ҡаратығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ, һаҡланғанды хоҙай һаҡлармын тигән бит.
Читайте нас: