+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Май 2020, 12:55

Юлдарҙы ла бүлешә алмайбыҙ бит...

Шундай заманаға еттек – киң юлдар ҙа тар хәҙер

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта такси водителенең мотоциклист менән юлды бүлешә алмауы ирҙәр араһында һуғышыу, унан инде атыш менән тамамлана. Бындай хәлдәр әленән-әле ҡабатланып тора. Шәхсән үҙем дә йыш ҡына ошондай хәлдең шаһиты булам. Һәм һәр ваҡыт беренсе класта уҡыған әкиәт иҫкә төшә. Ике кәзә күперҙә бер-береһенә юл бирмәй һәм йылғаға ҡолап төшә. Бөгөн тап ошо осраҡ ысынбарлыҡҡа әйләнде. Киң юлдар ҙа тарайҙы, руль артында кем булыуы ла мөһим түгел – оло кешеме, йәшме, ҡатын-ҡыҙмы, юл бүлешә алмай йәмһеҙ итеп аҡырышыу, ҡысҡырыу, һүгенеү!.. шул тиклем күңелгә ҡыйын. Артабан юлды дауам итәһең, тик инде кәйефең дә боҙолған, ҡолаҡта йәмһеҙ һүҙҙәр яңғырап, һине бер нисә сәғәт дауамында эҙәрлекләй әле. Бының сәбәбен мин ни бары бер нәмәлә күрәм – үҙеңдән башҡа кешене әүлиә итеп күрмәү, йәғни башҡаларҙы хөрмәт итмәү. Ә юлда һин яңғыҙың түгел, унда йөҙәрләгән кеше...
Читайте нас: