+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2020, 14:40

Битлек юҡ икән – штраф

Үҙизоляцияны йомшартыу эпидемияға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын туҡтатыу тигән һүҙ түгел әле

Үҙаллы изоляция режимы йомшартылһа ла, коронавирус инфекцияһы йоҡтороу ҡурҡынысы ҡала. Быға бик етди ҡарарға кәрәк. Шуға мотлаҡ битлек кейеп йөрөргә кәрәк, уны кеймәгән осраҡта штраф ҡаралған.
Шулай итеп, йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөгән өсөн айырым кешеләргә - 1000-дән 3000 һумға тиклем, юридик шәхестәргә 50-нән 100000 һумға тиклем штраф һалына.
Ҡалаларҙа һәм райондарҙа полиция хеҙмәткәрҙәре, башҡа тикшереүсе органдар битлек режимын боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса рейдтарға сығасаҡ. Был граждандарҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыуға, хәүефле инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнә. Күп илдәрҙә үлемесле осраҡтар күп булды, йәшәгән халыҡтың яртыһы тиерлек зарарланғайны.
Үҙизоляцияны йомшартыу эпидемияға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын туҡтатыу тигән һүҙ түгел әле. Үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген ҡайғыртығыҙ.
Г. Бурдилева.
Читайте нас: