-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Май 2020, 14:40

Бөгөн 14 май - Фрилансерҙар көнө

Фрилансер - инглиз теленән тура тәржемә итһәк, ирекле һөңгө йөрөтөүсе (свободный копьеносец) тигәнде аңлата.

Был һөнәр эйәһе интернет селтәрендә ниндәйҙер эш башҡара һәм шуның өсөн килем ала.
Бөгөн фрилансерҙар үҙҙәренең эшен интернет аша тәҡдим итә. Шулай уҡ газетала белдереүҙәр, таныштар , "боҙоҡ" телефон аша ла эш тәҡдим иткәндәр күп, һаҡ булығыҙ.
Фриланс-хеҙмәте Европала һәм Америкала бик ныҡ үҫешкән. Һуңғы йылдарҙа ул Рәсәйҙә лә тарала башланы. Был, әлбиттә, беҙҙең тормошобоҙға интернеттың ныҡлап үтеп инеүе менән бәйле.
Фрилансер һөнәренең ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Мәҫәлән, эш хаҡының даими түгеллеге. Һәм шулай уҡ хеҙмәт кенәгәһенең булмауы.
Бухгалтерия эштәрен дә үҙеңә алып барырға кәрәк буласаҡ.
Был һөнәргә ҡайҙа уҡырға һуң? Тап ФРИЛАНСЕР һөнәренә бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар. Әгәр һинең эшең нисек тә булһа интернет менән бәйле булһа, һин үҙеңде ошо өлкәлә лә һынап ҡарай алаһың. Фрилансҡа яҡын һөнәрҙәр:
-программист
-төрлө сайт, интерфейс,полиграф дизайнерҙар
-копирайтер, журналист
-тәржемәсе
-версткалаусы.
Читайте нас: