-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Май 2020, 12:20

Иҫкегә тейһәң, иҫең китер...

2021–2022 йылдарҙа барлығы 29,5 мең квадрат метр иҫке һәм авариялы торлаҡтан күсереү планлаштырыла.

Ил Президенты Владимир Путин халыҡты иҫке һәм авариялы торлаҡтан яңыһына күсереү тиҙлеген йылдамлатырға ҡушҡайны. Был төҙөлөш тармағына ярҙам сараһы ла булыр ине. Эш "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Апрель айына Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программала ҡатнашҡан бөтә муниципалитеттарҙа ла килешеүҙәр төҙөлгән. Йәмғеһе 325 миллион һумлыҡ 219 торлаҡҡа 677 кеше күсереләсәк. Дүртөйлө, Мишкә, Белорет райондары эште ваҡытынан алда тамамлаған. Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин белдерҙе.
2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы тип табылған торлаҡтан халыҡты күсереү программаһын ваҡытынан алда тормошҡа ашырыу буйынса республика 1 майға нигеҙле тәҡдимдәр индерергә, уның нигеҙендә яңы план-график төҙөлөргә тейеш ине.
2021–2022 йылдарҙа барлығы 29,5 мең квадрат метр иҫке һәм авариялы торлаҡтан күсереү планлаштырыла. Был юҫыҡта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтә. Шул сумманың ике проценты күләмендәге финансты республика ҡаҙнаһы бүлергә тейеш.
Фото: Rg.profkiosk.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/I-keg-tey---i-e-kiter-264990/
Читайте нас: