-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Май 2020, 12:35

15 май — Халыҡ-ара Ғаилә көнө

Ғаилә ул – мөхәббәт, Ғаилә ул – шатлыҡ, Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек, Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс, Ғаилә – ул балалар! Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған. Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләгәндә лә тәү сиратта ғаиләләр хәле, уларҙың йәшәү шарттары, тимәк демография күрһәткестәре лә иҫәпкә алына.
Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәйек!.

Бергә йәшәү — бүләк
(Йыр)
Һәр кемдең дә ғәзиз балаһы бар —
Олоһо бар уның, кесеһе.
Һәр кемдең дә ғәзиз әсәһе бар,
Атаһы бар — таяныр кешеһе.

Килер яҙҙар, етер йәмле йәйҙәр,
Ҡыштар түгел әле мәңгегә.
Балаларың менән бергә йәшәп,
Айырылмаһаҡ ине мәңгегә.

Был донъяла бергә йәшәү — бүләк,
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.

Күңелдә — нур, йөрәктәрҙә — сафлыҡ,
Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға.
Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып,
Йәшәйексе ғүмер-ғүмергә.


Әсәйҙәрҙең ғүмерен теләйек,
Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек.
(Фото интернет селтәренән).
Читайте нас: