+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Май 2020, 14:00

Авария хәлендәге торлаҡтан – яңыға

965 мең квадрат метр авария хәлендәге йорттарҙан 60 мең кеше күсерелгән

Рәсәй субъекттары авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү программаһын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә әҙер, тип белдерәләр Төҙөлөш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 965 мең квадрат метр авария хәлендәге йорттарҙан 60 мең кеше күсерелгән, был быйылғы пландың 97 процентын тәшкил итә. Тимәк, быйыл авария хәлендәге йорттарҙан күсереү планы бер нисә тапҡырға арттырып үтәләсәк.
Һөҙөмтәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә 2024 йыл аҙағына тиклем күсерелгән авария хәлендәге торлаҡ фонды күләме 9,54 миллион квадрат метрға, ә йәшәүгә яраҡһыҙ йорттарҙан күсерелгән граждандар һаны 530, 9 мең кешегә етергә тейеш.
Читайте нас: