Сажиҙә һәм Ҡасим Ильясовтар 30 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә. Уларҙың иң ҙур байлығы – биш балалары. Бөгөн инде улар ҡанат нығытып, тыуған ояһынан осҡан, өлкәндәре эшләп йөрөй, кесерәктәре – студенттар. Ял һәм байрам көндәрендә атай йорто гөрләп тора – балалар ҡайтып, ата-әсәһенә бар эштәрҙә ярҙамлаша. Унан инде күмәкләшеп өҫтәл артына ултырышалар, рәхәтләнеп ял итәләр. Бөгөн улар өсөн матур байрам. Күп балалы ғаилә мотлаҡ байрам өҫтәле артына йыйыласаҡ. Артабан да шулай булһын.