Һуғандар сентябрҙә килеп етә. Унан уларҙың һәр ҡайһыһын берәмләп, ҡул менән таҙартып, теплицалағы әҙер балсыҡҡа төртөп сығалар.
Артабан дымлылыҡ, температура көн һайын тикшерелеп, кәрәгенсә үҙгәртелеп, ваҡытында елләтеп, һыу һибеп, сүбен утап, ауырымаһындар өсөн һәр ваҡыт ҡарап торола. Теплицала, әлбиттә, уңайлыраҡ, сөнки көн яҡтыһы бар. Ә подвалда үҫтергәндә һәр ваҡыт ут ҡабыҙып торорға кәрәк.