–АБАУ АЛЛАҠАЙЫМ! –ҠАТЫН ТОК ҺУҠҠАНДАЙ ШАҢҠЫП ҠАЛДЫ. –БЫЛ НИ ҒИЛЛӘ? КЕМДЕКЕ? ҠАЙҘАН КИЛЕП ЯТҠАН? УНАН ЛИЛИӘ ҮҘЕНЕҢ ҺОРАУҘАРЫНА ҮҘЕ ЯУАП ЯУАБЫН ТАПТЫ. КЕМДЕКЕ БУЛҺЫН, ТЕГЕ ЛӘҒӘНӘТТЕҢ ГЕНӘ ЭШЕ, ҺУҠЫР КҮРӘҘӘ ЛӘ КӘРӘКМӘЙ. ӘЙТӘМ ҺУҢҒЫ ВАҠЫТТАРҘА ЯҠШАТЛАНЫП НИМӘ ЭШЛӘРГӘ БЕЛМӘЙ, ЙӘНЕМ ДӘ ЙӘНЕМ ТИП БЕР АЛДЫНА, БЕР АРТЫНА СЫҒА. БЫНА ҠАЙҘА ИКӘН УНЫҢ ҒИЛЛӘҺЕ. ИЩЩЕҮ ӘҘӘМ ЫШАНДЫРЫП КОНЦЕРТҠА БИЛЕТ АЛЫП ҠАЙҠАН БУЛҒАН БИТ ӘЛЕ.
-ЭШ ТИП ЮРТЫП ЙӨРӨП, ЙҮНЛЕ ЯЛ КҮРГӘН ДӘ ЮҠ, ӘЙҘӘ, ИСМАҺАМ, ӘҘӘМСӘ ЯЛ ИТЕП,КЕШЕ КҮРЕП ҠАЙТАЙЫҠ, – ТИП ҺАЙРАҒАН БУЛА. ВӘТ, ТАҪМА ТЕЛ, ВӘТ, НИШАНА. ЭШТӘН ТҮГЕЛ, БИСӘЛӘР АРТЫНАН САБЫУЛАП ҺАМҪЫЙҺЫҢДЫР ӘЛЕ. ҠАЙТ ӘЛЕ БЫНА, КҮРҺӘТЕРМЕН ӘЛЕ МИН ҺИҢӘ КОНЦЕРТТЫ, АРМА-ТОРМА ИТЕП СЫҒАРАМЫН ҺИНЕ. ҠАТЫН ҠУЛДАРЫНЫҢ ҮҘЕНӘН-ҮҘЕ ШЫҠЫРҘАП ЙОҘРОҠЛАҒАНЫН ДА ҺИҘМӘНЕ. УНАН ЙӘНӘ НИМӘНЕЛЕР ИҪЕНӘ ТӨШӨРҘӨ. ӘЙТӘМ, БАШҠА САҠТА АУЫЛ ТИҺӘҢ, ШАРТ ҺИКЕРЕП ТОРҒАН БӘНДӘ, ТЕГЕ АҘНАЛА, ВАҠЫТ ЮҠ, ФӘЛДӘН ДӘ ФӘСМӘТӘН, ТИП ҠЫРҠ СӘБӘБЕН ТАБЫП, УЛАРҘЫ ТУҒАНДАРЫНА ҒЫНА УЛТЫРТЫП ҠАЙТАРҘЫ. ВӘТ, ЯУЫЗ, ВӘТ ЕН КҮБӘЛӘГЕ. УНЫ АУЫЛҒА ЕБӘРЕП, НИМӘЛӘР ҠЫЛЫП ЯТҠАН. Ә УЛ, БЕР ҠАТЛЫ НӘМӘКӘЙ, ШУҒА ЫШАНЫП, ЮЛЫМДА ӘЛДӘ РӘЖӘП ОСРАНЫ, ӘТЕҮҺӘ ҺАМАН ШУЛ ТАРАҠАНЛЫ ДӨЙӨМ ЯТАҠТА ЙӘШӘП ЯТҠАН БУЛЫР, ИНЕМ ТИП ХОҘАЙҒА РӘХМӘТ УҠЫП ЙӨРӨГӘН БУЛА. ҠАТЫН ҮҘЕН АСЫҠ АУЫҘЛЫҠТА ҒӘЙЕПЛӘНЕ. МИНЕҢ КЕҮЕК ҺИҢМАЙҒА ШУЛ КӘРӘК, ЙӘТЕШ. ТЕГЕ ВАҠЫТ ӘХИРӘТЕ, ИРҘӘРҘЕҢ БАРЫҺЫ БЕР СЫБЫҠТАН ҠЫУЫЛҒАН ТИП ӘЙТКӘС, ҠАЛАЙ МЫҪҠЫЛЛЫ ҒЫНА ЙЫЛМАЙЫП ҠУЙҒАН БУЛҒАЙНЫ. ИМЕШ, УНЫҢ БАПАҠТАН НЕЙ АРЫУ ИРЕ, КЕШЕ МЕНӘН АУЫҘ АСЫП ҺӨЙЛӘШӘ БЕЛМӘГӘН РӘЖӘБЕ КЕМГӘ КӘРӘК! КӘРӘК, ИШШЕҮ КӘК КӘРӘК ИКӘН!ҠАРА ӘЛЕ, ОЯТ ТА ЮҠ, БИТ ТӘ ЮҠ, УЙНАШЫНЫҢ КОФТАҺЫ ҠАЙҘА КИЛТЕРЕП ТЫҠҠАН. ШАЙЛЫ КЕШЕ НЕЙ.