-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
17 Мая 2020, 18:00

ИНӘЙ ТУҢЫП ҮЛГӘН...

Граждандар һуғышы ваҡытында әллә аҡтары, әллә ҡыҙылдары ирен алып китеп ғәйеп булғас, Ҡанышбикә инәйебеҙҙең күңел яраһын береһенән-береһе уңған, үҙҙәре һылыу өс улы бер аҙ еңеләйтә ине. Хатибы ла, Латибы һәм бәләкәс Талибы ла инәләре өсөн өҙөлөп торҙолар.

Өсәүләшеп Еҙемгә һыу инергә барғанда тирәктәрҙә һайраған төрлө ҡош тауыштарын тыңлап кинәнделәр. Ә кәкүк тауышына айырым иғтибар иттеләр. "Кәкүк апай, минең ғүмерем нисә йыл?” – тип һорауҙары була, шуны аңлағандай ҡош ҡысҡыра башлай. Малай тауышты һанай, кемгә күберәк ҡысҡыра, шул: "Ура, минең ғүмер бөтәгеҙҙекенән дә оҙағыраҡ”, - тип көлөшөп алалар.
Малайҙар малайҙар инде. Ҡайһы саҡ донъяларын онотоп оҙағыраҡ йөрөп ташлайҙар. Шул саҡ ҡулына исем өсөн генә сыбыҡ тотоп, инәләре килеп етә. Ә малайҙар ғәфү үтенеп, уны етәкләп алып, көлөшә-көлөшә бергәләп ҡайтып китерҙәр ине.
Шулай итеп, йыл артынан һиҙҙермәйенсә йылдар үтеп, улҡайҙарының үҫеп етеп, ҡул араһына кергәне лә һиҙелмәне. Донъя көтөүе еңеләйҙе. Улдары инәләренең ҡулына эш теймәһен өсөн тырышты. Ҡанышбикә нисек итеп улҡайҙарын өйләндереп, үҙе өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, артабан тағы ла матурыраҡ итеп йәшәү тураһында хыялланды. Ирен юғалтыуҙан ҡалған күңел яраһы ла бөтәшә башлағайны инде. Ләкин "Германия һуғыш асҡан” тигән хәбәр аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итте уға. Улҡайҙарын уйлап йоҡоһо осто инәйҙең.
Унан һуң күп тә үтмәне, ауылдағы бер төркөм ир-ат менән иң оло улы Хатипты һуғышҡа оҙаттылар. Уның артынса уҡ Латибы һәм яңы ун һигеҙе тулған Талибын да алып киттеләр.
Инәйҙең ҡапыл бөтә донъяһы емерелеп, уй-хыялдары селпәрәмә килде, зиһене буталды. Өйөнә керһә лә, сыҡһа ла йәм тапманы. Шулай ней үле, ней тере, аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә күршеләре кергеләп, йә үҙен сәйгә саҡырып ҡайғыһын бер аҙ еңеләйтергә тырыштылар.
Йыл артынан йылдар үтте. Ләкин һуғыш бөтөргә уйламай ҙа. Һағыныуҙың сигенә еткән инәй Еҙем буйына барып, улдарының киткән юлдарына ҡарап, ғәзизкәйҙәренең исемдәрен әйтеп саҡырып ҡарай аптырағас. Ләкин уға яуап итеп тирәктәрҙән кәкүк тауыштары ғына ишетелә.
- Хааатип!!!
- Кәк-күк…
- Лааатип!!!
- Кәк-күк…
- Тааалип!!!
- Кәк-күк…
Арып-талып йөрөп ҡайтҡас, бер үҙе ултырып ашарға тамағына аш бармағас, үҙенә генә түгел, һауыт-һабалар ултыртып өс улына ла аш һала һәм өсөһөнөң дә исемдәрен әйтеп, ҡыҫтап "ашата” һәм үҙе лә әҙ-мәҙ ҡапҡылап ала.
Хәл белергә тип килгән күршеләре өйҙә кеше һөйләшкән тауышты ишетеп, бер аҙ тыңлап тора. Өйгә инһәләр, инәй яңғыҙы ғына. Был хәл артабан да дауам иткәс, күршеләр шомлана, яңғыҙ ғына өйгә керергә ҡурҡа башлай.
"Ҡанышбикәгә бисура эйәләшкән” тигән хәбәр ауылға тиҙ тарала. Көндөҙ бала-саға уның өйө эргәһенән үтергә ҡурҡһа, кисен ололар урап үтер булған. Хәл белешергә барыу түгел, инәй үҙе килһә лә индермәгәндәр, ишекте элеп ҡалғандар.
"Был донъяла иң ҡурҡыныс ике нәмә бар: береһе - үлем, икенсеһе яңғыҙлыҡ”, - тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Инәйебеҙ ҙә бер-бер артлы өҫтәлеп торған ҡайғыларға түҙә алмайынса хыялыйға әйләнә. Мал хөкөмөндә ҡала. Ә бер ҡышты өй мөрйәһенән төтөн сыҡмай башлағас, ҡапҡаһынан кеше юлы күренмәгәс, ауылдың ололары йыйылышып бының өйөнә барһалар, өй яғылмаған, ә инәй туңып үлгән була. Өҫтәлдә - өс мөйөшлө һалдат хаттары һәм өс "ҡара ҡағыҙ”.
Ә тәбиғәттең кешелә эше юҡ, үҙ ҡануны ҡанун. Ҡыш үтеп ер өҫтөнә тағы яҙ килде. Шаулап-гөрләп йылғалар аҡты. Ағастар япраҡ ярҙы, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелде. Ҡоштар йылы яҡтан ҡайтты. Йәй еткәнен белдереп тирәктәрҙә кәкүктәр ҡысҡыра башланы.
Кәк-күк, кәк-күк, кәк-күк…
Рәсүл БАСИРОВ.
Ғафури районы.
Венер Исхаков.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/y-sh-yesh/In-y-tu-ip-lg-n-261176/
Читайте нас в