-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Май 2020, 19:00

Фитр Саҙаҡаһы

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем, Рамаҙан айының аҙағында махсус бер ғибәҙәт- фитыр саҙаҡаһын таратыу бар. Күптәр уны белә һәм быйыл уның күләме ниндәй икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһына. Шул хаҡта бер аҙ мәғлүмәт бирәм.

Фитры саҙаҡаһын һәр мосолман кешеһе Рамаҙан айының аҙағында бирергә тейеш (важиб хөкөмөндә).
Фитыр саҙаҡаһын биреү тотолған ураҙаның ҡабул булыуына, һәм гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүенә сәбәп.
Фитыр саҙаҡаһын таратыу ваҡыты Ураҙа Ғәйетенең байрам намаҙы алдынан булһа ла, уны Ғәйеткә тиклем бер-нисә көн ҡалғас та таратып була. Шуның менән мохтажлыҡта йәшәүсе дин ҡәрҙәштәребеҙгә оло ярҙам булып ҡала.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм фитыр саҙаҡаны кешенең буш һәм ярамаған һүҙҙәрен ғәфү итеү, паклау итеп , һәм мохтаждарға ризыҡ булһын өсөн биреүҙе бойорған. Кем дә кем ғәйет намаҙына тиклем фитыр саҙаҡаһын бирә- ул хәйерле (байрам менән бәрәкәтләнгән) бер ғәмәл ҡылыр, ә кем байрам намаҙынан һуң бирә- ул ябай саҙаҡаларҙан була.
Фитрыҙың күләмен ошолай билгеләйбеҙ:
1. 3 кг кипкән хөрмә, йәки йөҙөмдән.
2. 1,5 кг бойҙай, йәки ондан
Шулай уҡ фитырҙы башҡа төрлө ярмаларҙан, һөҙмәнән, бәрәңгенән бирергә ярай. Был ризыҡтарҙан тыш, уларҙың аҡсалата хаҡын бирергә мөмкин. Рәсәйҙең Үҙәк диниә назараты ҡарары менән фитырҙың күләме 100 һум, урта хәлле кешеләр өсөн- 200 һум, яҡшы килемле, хәлле кешелергә – 700 һум итеп тәғәйенләнде.
Фитыр саҙаҡаһын һәр кемдән: ололарҙан, йәштәрҙән, ҡарттарҙан, балаларҙан биреү тейешле. Ирле-ҡатынлы булыусылар һәм бәлиғ булған балалар үҙ фитырҙарын үҙҙәре бирә. Әгәр ҡатын ир ҡарамағында булһа һәм бәлиғ балалар ата-әсә ҡарамағында улар менән бер йортта йәшәһәләр, ул ваҡыт ғаилә башлығы ир кеше фитырҙы барыһы өсөн дә бирә ала.
Фитырҙы биргәндә шуны иҫтә тоторға кәрәк- Аллаһы ризағы өсөн етемдәрҙе, мохтажлыҡта көн күргәндәрҙе табып уларҙы байрам шатлығы менән шатландырыу.
Фитыр ир ҡатынына , ҡатын иренә, үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә, ата-әсәңә биреү ҡаралмаған, йәғни бирелмәй.
Фитыр саҙаҡаһын бер һәм бер -нисә кешегә бирергә мөмкин. Бер нисә кеше бер кешегә бирергә мөмкин, әммә бер фитырҙы бер-нисә кешегә бүлеп биреү хуп ителмәй.
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, Рамаҙан айы- йомартлыҡ айы. Үҙегеҙгә генә түгел, бәлки тирә яҡтағы кешелргә лә иғтибарлы булырға тырышығыҙ. Һеҙгә ҡарағанда мохтажлыҡ кисереүселәр тирә- яҡта етерлек. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн йомартлыҡ менән эшләнгән һәр изге ғәмәл үҙегеҙгә сауабы күп итеп ҡайтарыла. Изгелек ҡылырға ашығығыҙ, бер-берегеҙгә терәк-таяныс дин ҡәрҙәштәр кеүек булығыҙ!
Дәүләкән районы имам-мөхтәсибе Сафин Рәфис хәҙрәт.
Читайте нас: