Малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ өсөн әһәмиәтле мал аҙығы Россельхознадзорҙың биологик һынауҙар лабораторияһында һынау үткән. Башҡортостанда етештерелгән көнбағыш шроты экспортерҙарҙың барлыҡ талаптарына яуап биргән. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортҡа мотлаҡ оҙатылырға тейеш.